Ауырлыҡтарҙан бѳгѳлмәнек

Атайҙарҙы һуғышҡа алғас, беҙҙе I класс уҡыусыларын, ШӘРИПОВА Гѳлйемеш апай мәктәп ҡаршыһындағы тау битләүенә мендереп, атайҙар ѳсѳн йыр йырланы:
Аҡҡош ҡайҙа бараһың,
Ҡанат осон талдырып.
Атай, ҡайҙа бараһың,
Беҙҙе йәтим ҡалдырып.
Ул ваҡытта беҙгә 9 йәш ине. Бѳйѳк Ватан һуғышына Асы ауылынан 102 кеше китте. Уларҙың 50-һе генә әйләнеп ҡайтты. Белорет металлургия комбинатына ағас күмере әҙерләү ѳсѳн Мѳхәмәт, Салауат Күсербаевтар, Хәмитулла Дәүләтбаев, Ғарифулла Мораҙымовтарҙы военкомант бронь менән ҡалдырҙы. Ир-егеттәр менән берҙәй ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ла - Йомабикә Ғәйфуллина, Кәримә Таипова, Сәйҙә Исламова әрҙәнә ҡырҡып, еңеүҙе яҡынайтты. Еңеүҙән һуң үҫмер малайҙарҙы - Хәйрулла Нәбиуллин, Ишбулды Таипов, Иҡсан Мукуев, Ғәйнислам Мѳхәмәткилдин, Мѳхәмәтдин Таипов, Ғәлимйән Нурмѳхәмәтов, Бүләкбай Хәмзин, Зәйнетдин Ялалов, Рәжәп Аҙнабаев, Ғәйнислам Мѳхәмәткилдин, Мәғәрифә Ғәлләмованы - 500 һум аҡса биреп, һуғыштың емереклеген тѳҙәтер ѳсѳн Үрге Телмәй, Урта Телмәй, Түбәнге Телмәйгә эшкә ебәрҙеләр.
Шулай итеп, һуғыш йылдары михнәттәрен, һуғыштан һуңғы тѳҙѳкләндереү беҙҙең быуын елкәһенә тѳштѳ. Һис ауырлыҡтан ҡурҡманыҡ, бѳгѳлмәнек.
Әүзәр ТАИПОВ.
Асы.
Оставить комментарий