Ветерандарға ҡотлау открыткалары

Бѳйѳк Еңеү кѳнѳ байрамына ҡарата Рәсәй почтаһы “Яҡташтар рәхмәте”акцияһын ойошторҙо. Бѳтә Рәсәй буйынса уҙғарылған акция 2012 йылдан башлап үткәрелә.

Акция барышында яҡты, тыныс киләсәк ѳсѳн яу ҡырында ҡаһарманлыҡ күрһәткән һуғыш ветерандарына Ил президентының мѳрәжәғәте менән бергә, яҡташтарының рәхмәт һүҙҙәре яҙылған окрыткалар бүләк ителде. Ветерандарға рәхмәт белдерергә теләүселәр махсус ҡуйылған байрам йәшниктәренә үҙ ҡотлауын тѳшѳрҙѳ. Акцияның маҡсаты-һуғыш ветерандарын хѳрмәт итеү, Рәсәй поч-таһының имиджын күтәреү, почта операторҙары эшмәкәрлегенә ыңғай мѳнәсәбәт уятыу, йәмәғәтселек иғтибарын предприятиеның социаль миссияһына йәлеп итеү.
Белорет почтамтының махсус ҡуйылған йәшнигенә 64 кеше ҡотлау открыткаһын тѳшѳргән, 9 Май Еңеү кѳнѳнә арналған митингыла ла почтамт хеҙмәткәрҙәре сарала ҡатнашыусы һуғыш ветерандарына открыткалар бүләк итте, иҫтәлеккә фотоға тѳштѳ.

Э. Мѳхәмәҙиева.
Оставить комментарий