Ир-ат бурысы - илде һаҡлау 25-02-2013, 14:24 / Ветеран

Ир-ат бурысы - илде һаҡлау

Тимер юл ауылында йәшәгән яугир-интернационалист Рифғәт Иҡсан улы Фәсхетдинов үҙе хаҡында һѳйләргә яратмай, әммә уның тураһында башҡаларҙан тик яҡшы фекерҙәр генә ишетергә тура килде. 1982-84 йылдарҙа Ҡабул ситендә автоколоннала водитель булып хеҙмәт иткән егеткә күпте кисерергә тура килә. Колоннаны утҡа тотҡанда яраланған хеҙмәттәшеңде күргәндә алған уй-кисерештәрҙе әйтеп кенә аңлатып булмайҙыр....
Олоһон  ололаған  - уңыр 15-10-2012, 14:51 / Мәҙәниәт, Ветеран

Олоһон ололаған - уңыр

Быйыл Шығай мәҙәниәт йортонда Ололар кѳнѳнә арналған кисә бик үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ матур итеп ойошторолдо. Ветерандар, “Гѳлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле ағзалары алдында мәҙәниәт йорто директоры С.С.Шәрәфетдинова ҡотлау телмәре менән сығыш яһаны. Мәҙәниәт йорто коллективының маҡтанырлыҡ уңыштары бар. Мәҫәлән, “Гѳлнәзирә” ансамбле 2011 йылда Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәте фестиваль -марафонында ҡатнашҡан ѳсѳн диплом, ә район буйынса үткән фольклор ансамблдәре конкурсында Гран-при яуланы. Сәғирә Сабирйән ҡыҙы 20 йыл мәктәптә эшләгән, оҙаҡ йылдар ансамблдең...
Алтын кѳҙҙә - алтын туй 15-10-2012, 14:48 / Ветеран

Алтын кѳҙҙә - алтын туй

Аҙналыла Ололар кѳнѳ һәм Ҡаҙыш ауылында йәшәгән Сафиуллиндарҙың алтын туйына арналған матур сара уҙҙы. Уны мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рәмзиә һәм Азамат Суфияновтар, Рәшидә Ғәйфуллина әҙерләп үткәрһә, Гѳлназ Муллағәлләмова матур итеп алып барҙы. Иң тәүҙә шиғыр юлдары һәм йыр менән оло йәштәгеләрҙең һәммәһен дә байрамдары менән ҡотлап, изге теләктәр юлланылар. Һуңынан сәхнәгә иңгә-иң терәшеп 50 йыл татыу ғүмер кисергән Зәйтүнә Йомабай ҡыҙы менән Булат Ибраһим улы Сафиуллиндар күтәрелә. Ҡаҙышта иң уңған, иң матур һәм ѳлгѳлѳ ғаилә башлыҡтары үҙҙәренең олоно оло итә, кесене кесе итә белеүҙәре,...