Ата-бабайҙарҙан ҡалған тарих

Мәҡәләмде оло быуын кешеләренең иҫтәлектәренә таянып яҙам. Олатайым Шакир Ғәбитов 1865-1870 йылдарҙа Башҡортостан тарихын ѳйрәнеүсе П.И. Рычковҡа беҙҙең шәжәрә тураһында яҙып ҡалдырған.Был турала Белорет ҡалаһының музейына нигеҙ һалыусы М.Ф. Чурконың “Исторический очерк Та-мъян-Катайского кантона БАССР” китабында әйтелә. Олатайым 1829-1933 йыл-дарҙа, Һарун Шакир улы 1872-1958 йылдарҙа, атайым Ғәли Шакир улы 1875-1958 йылдарҙа йәшәгән.

Яҙылған тарихи ваҡи-ғаларҙы бала саҡтан уҡ ололарҙың табында үҙ-ара һѳйләшкәндәрен ише-теп, ҡолаҡҡа элеп бара торғайным.
1953-55 йылдарҙа ата-йым менән Урал тауы һырттарының кѳньяҡ итәгендәге Һүренйәк, Тай-һуйған, Кѳйәҙе исемле яландарҙа бесән саптыҡ. Сабынлыҡ урынын Абдул-лин Мофассал еҙнәм күрһәтеп бирә торғайны. Ул Ҡоҙғон-Әхмәр ауылының тарих биттәренә ингән Ғабдулла мулланың улы. Ғабдулла мулла 90 йәшкә етеп баҡыйлыҡҡа китте.

Сабынлыҡҡа бирелгән яландар ауылдан 15-20 саҡрым алыҫлыҡта ята. Үләндең бейеклеге, ҡу-йылығы - иҫең китерлек! Тик шуныһы насар - айыу күп, атты иркен ебәреп булмай, һәр ваҡыт бәйле тоторға кәрәк. Айыуҙар үҙҙәренең барлығын, ғәйрәтлектәрен күрһәтеп, яңғыҙ ултырған йѳҙйәшәр ҡарағайҙарға ме-неп, ҡайырын һыҙырып тѳшѳрә. Кистәрен атты арбаға бәйләп, ут яғып, йоҡларға ятабыҙ. Миңә ул ваҡытта 21 йәш тирәһе булған. Атайымдан элекке ултырҙаштары һѳйлә-гәндәрҙе, олатайым Шакирҙан ишеткәндәрҙе һѳй-ләүен үтендем.
Атайым 20 йылға яҡын (1895-1916 йылдарҙа) Рәсәй ил сиген һаҡлауы тураһында һѳйләй. Үҙенең хеҙмәт дуҫы, хәҙерге Учалы районы Рафиҡ ауылы Мѳхәмәтте гел иҫкә ала торғайны: “Мѳхәмәт менән беренсе революцияны Польшаның Варшава ҡала-һында ҡаршы алдыҡ. Беҙгә ул ваҡытта 30 йәш ине”, - ти.
Атайымдан ауылыбыҙҙың барлыҡҡа килеү тарихын һѳйләүен һораным.
“Бѳгѳн Урал тауының кѳньяғында урынлашҡан Байым ауылы, Ағиҙел йыл-ғаһының үрге ағымындағы Мәхмүт Ҡатайы, Осто Кирәл һәм Бәләкәй Кирәл (Малиновка) тауҙарының кѳньяҡ итәгендә урынлаш-ҡан Ҡоҙғон-Әхмәр ауылда-ры бер үк башҡорт ауылы-нан барлыҡҡа килгән”.
Атайым Ғәли, Һарун апам һѳйләүҙәре буйынса, был ҙур ауыл хәҙерге Белорет - Ѳфѳ юлында, Нура йылғаһының уң яғында, Белорет газ бүлеү станцияһы урынында урын-лашҡан булған. Элек был урында БМК-ның бесән склады була торғайны. Унда Белорет районының колхоздары бесән тапшырҙы.
Был ҙур ауылда кѳслѳ, татыу ѳс ырыу йәшәгән. Уларҙың һәр береһенең үҙ йәйләүе булған, йәғни етеш тормошло, тырыш кешеләр йәшәгән. Бер ырыуҙы Байым исемле олатай етәкләгән, икенсеһен - Мәхмүт, ѳсѳн-сѳһѳндә - Әхмәр атлы олатай (Әхмәр - әсәйем Тайфаның алыҫ олатаһы булған. Әсәйем 1885-1968 йылдарҙа йәшәне).

XVIII быуатта хәҙерге Белорет, Бѳрйән ерҙәрендә урыҫ сауҙагәрҙәре заводтар тѳҙѳргә тотонғас, башҡорт ерҙәрен тѳрлѳ юлдар менән баҫып ала, ҡыҫырыҡлай башлай. Быны ишетә-күрә йѳрѳгән ауылдың ырыу башлыҡтары кәңәшләшеп, мал кѳтѳргә уңайлы булған яңы урынға күсә.
Байым бай ырыуы үҙенең Ағиҙел, Мата, Уҡшуҡ йылғалары йәйләүҙәрен ҡалдырып, Урал тауының кѳньяғына күсеп ултырған, Байым ауылы барлыҡҡа килгән.

Мәхмүт бай Иҙел ба-шына күсенгән, шунан Мәхмүт ауылы барлыҡҡа килгән. Мәхмүт ауылы - Мәхмүт Ҡатайы.
Мәхмүт байҙың ҙур ат һарайы Белорет заводына яҡын урынлашҡан була. Ул завод хужаһына тѳрлѳ эштәрҙә булышлыҡ иткән. Бәләкәй саҡта атайым менән Белорет урман хужалығы директоры Волковҡа бар-ғанда был урынды миңә күрһәтә торғайны. Бѳгѳн ул урында Ленин урамындағы 64-се йорт тора.

Әхмәр бай ҙа ырыуы менән күсергә булған. Шулай Ҡоҙғон-Әхмәр ауы-
лы барлыҡҡа килгән. Әсәйемдең атаһы Зыяитдин Ҡорбанғәлин ауылға нигеҙ һалған Әхмәр олатай нә-ҫеленән. Зыяитдин балта эшенә оҫта булған, сауҙагәр һаналған. Әсә-йемдең әсәһе Фаиза ѳләсәйҙе Үрге Урал һәм Троицк ҡалаларына барып сауҙа иткән саҡта Рәхмәт ауылынан урлап алып ҡайта. Миңә уларҙы күрергә насип булды, бик уңған инеләр. Тырышлығы, егәрлелеге ѳсѳн олатайыбыҙҙы кулак тип ғәйепләйҙәр, сѳнки ѳйѳ лә ҙур, кәртә-ҡаралтыһы ла бѳтѳн, магазиндары ла күп булған. Ә тыуған ил ѳсѳн янып йѳрѳгән улдары Муса Мортазин отрядында булған ѳсѳн халыҡ дошманына әйләнә. Оло улы Илһам Зияев Кѳҙйылғаға ебәрелә, ә бәләкәй улы Ғәләүитдин 1937 йылда Ѳфѳлә атып үлтерелә. Атайым Ғәли һѳйләүенән Ғәләүитдин ағай кѳрәштә бер кемгә лә бил бирмәгән, таҙа, мыҡты кәүҙәле, батыр кѳрәшсе булған.

Илһам ағайым менән Һүренйәк яландарында бергәләп бесән сабырға тура килде. Ул 1937-1946 йылдарҙа Кѳҙйылғала урман ҡырҡыусы булып эшләне, стахановсы, сѳнки кѳнѳнә бер үҙе 10-12 кубометр әрҙәнә ҡырҡып ѳйгән.
Революцияға тиклем ауылдарҙың юҡҡа сығыуы сәбәптәре - ихтилалдарҙа ҡатнашҡан ѳсѳн яндырһалар, бѳгѳнгѳ кѳндә эш урындары булмауы, мәктәптәрҙең ябы-лыуы ауылдарҙы бѳтѳүгә алып бара.
Мѳсәғит ШАКИРОВ.
Учалы ҡалаһы.
1913 йыл. Романовтар династияһының 300 йыллығын байрам итеү хѳрмәтенә тѳшкәндәр. Олатайым беренсе рәттә һулдан икенсе.
Оставить комментарий