Иҫтәлеккә - “ИҪТӘЛЕК”

Абҙаҡ ауылы аҡһаҡалы Рәйес Ғилмитдин улы Хәлилов оло шатлыҡ кисерҙе. Ҡаланың Матбуғат йортонда “Иҫтәлек” исемле икенсе китабы баҫылып сыҡты. Түбәндә хеҙмәт ветераны менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

- Рәйес ағай, тәүге китабығыҙ “Аҡташ-Йәҙгәр буйҙары” тип аталғайны. Китап уҡыусылар уны яратып ҡабул иткәйне. Быныһы - “Иҫтәлек”. Ҡалын тышлы, тос ҡына, башҡа авторҙар ҙа күренә.

- Эйе, “Иҫтәлек” тип исемләнем. Ни ѳсѳн тигәндә, был китабымды туғандарыма, ауылдаштарыма, яҡташтарыма иҫтәлеккә бүләк итәсәкмен. Күреүегеҙсә, китаптың тәүге ѳлѳшѳндә үҙемдең шиғырҙарым, балаларым, туғандарымдың тыуған кѳндәренә арнап яҙылған шиғырҙар, иҫтәлектәрем урын алды. Икенсе ѳлѳшѳндә иһә тѳрлѳ гәзиттәрҙән ауылдаштарым, яҡташтарым тураһында баҫылған мәҡәләләрҙе йыйып барғайным, шуларҙы бергә тупланым. Тағы ла үҙемә оҡшаған фәһемле мәҡәләләр ҙә бар. Әйҙә бер китапта булһындар, бер ҙә хилафлыҡ юҡ, тип уйланым. Шиғырҙарым, бәйеттәрем тип үҙем һѳйѳнѳп әйтәм, бәлки, күренекле шағирҙарға оҡшап та етмәҫ, тәнҡитләрҙәр, әммә мин үҙем, оло кеше, саф күңелемдән ихлас яҙғанмын.

- Редакция, типография юлын оҙаҡ тапанығыҙмы, ҡыйын булдымы китап сығарыуы?

- Юҡ, ҡыйынлығы булманы. Миңә әлеге лә баяғы үҙемдең яратҡан “Урал” гәзитем хеҙмәткәрҙәре ярҙам итте. Рәхмәт уларға! Бѳтәһе лә унда эшләнде. Ҡатыным, балаларым да мине аңлап, ярҙам итергә әҙер торҙо. Шуға бик һѳйѳнәм.
- Һеҙҙе, Рәйес ағай, икенсе китабығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Яҡташтарығыҙҙы артабан да яңы китаптар менән һѳйѳндѳрѳрһѳгѳҙ әле тигән ѳмѳттә ҡалабыҙ.
- Рәхмәт, әйткәнегеҙ килһен. Уй бар ул, һаулыҡ ҡына булһын. Форсаттан файҙаланып, яҡташтарымды, ауылдаш- тарымды изге Ҡорбан ғәйете менән ихлас ҡотлайым, оҙон ғүмер, һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйем.
Н. ВӘЛИУЛЛИНА яҙып алды.
Автор фотолары.
Оставить комментарий