Ҡайҙа тыуған, шунда кәрәккән

Рәз тауына һыйынып ҡына ултырған Рысыҡай ауылында 1956 йылдың 27 ғинуарында Фәриҙә Мәһәҙей ҡыҙы менән Нәҙербай Кинйәбай улы Вәлиуллиндар ғаиләһендә ҡыҙ бала донъяға килә. Уға Фәриха (ғәрәп телендә шат күңелле) тип исем ҡушалар. Исем кешенең яҙмышында ҙур урын биләй тип әйтеүҙәрендә хаҡлыҡ бар. Фәриха Нәҙербай ҡыҙы дүрт ҡыҙ араһында шаян, күңелсәк ҡыҙ булып үҫә. Алсаҡ, йылмайып торған ҡыҙ һәр кемдең күңеленә үтеп инерлек, уртаҡ тел табырлыҡ һәләткә лә эйә була. Бер мәл почтальон булып эшләп алған әсәһенә ярҙам итеп, бала саҡтан гәзит менән таныш була. Шуғалыр ҙа урта мәктәпте тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын ауылда почтальон булып башлағас, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур уңышҡа ирешә. Тырышып эшләгәне ѳсѳн район Советының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә, шул саҡта уның тураһында “Урал”гәзитендә лә маҡтап яҙып сығалар. Атаһы Нәҙербай Кинйәбай улының: “Ҡыҙым яҙыусы буласаҡ”, - тип юрауы ла юҡҡа булмағандыр.
Ҡайҙа тыуған, шунда кәрәккән
Йәш ҡыҙҙа уҡыуға ынтылыш кѳслѳ була һәм 1975 йылда рабфакка, ә инде икенсе йылына Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Студент йылдары күҙ асып йомғансы артта ҡала. 1981 йылда ҡулына институт дипломын алған йәш ҡыҙ Әзекәй мәктәбенә эшкә урынлаша. Тик 3 ай ғына уҡытып ҡала: 1981 йылдың декабрендә “Урал” гәзитенә эшкә саҡыралар. Хәбәрсе, дубляж буйынса мѳхәррир урынбаҫары, 1985 йылдан алып хаҡлы ялға киткәнгә тиклем - 28 йыл ул гәзиттең яуаплы секретары булып эшләй. Ошо йылдарҙа ул, тѳп эшенән тыш, ижадҡа ла ваҡыт таба. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫылған “Тамғалы ҡарағай” йыйынтығында хикәйәләре донъя күрә. Шулай уҡ балалар ѳсѳн яҙған “Тере дарыу”, “Боҙорсоҡҡа кем тейҙе?” китаптары сыҡты. Тормошсан, ерлегебеҙгә бәйле хикәйәләре йылдар дауамында “Урал” гәзитендә баҫылып килә. Фәриха Нәҙербай ҡыҙы Вәлиуллина 1989 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. Дүрт китап авторы йәш быуынды тәрбиәләүгә тос ѳлѳш индерә. Ижад юлын башлап ҡына тороусыларҙың, танылыу алған яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен китап итеп сығарырға ярҙам итә. Фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн 2000 йылда Фәриха Вәлиуллинаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. 2006 йылда балалар ѳсѳн «Боҙорсоҡҡа кем тейҙе?» китабы ѳсѳн район-ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге премияһына лайыҡ булды. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, Фәриха Нәҙербай ҡыҙы яҙыу эшен ташлап ҡуймай: замандаштары тураһында мәҡәләләр, яңы хикәйәләре гәзитебеҙ битендә донъя күрә. Шулай уҡ “Иҙел башы - юл башы” альманахын сығарыуҙа ҡатнаша. Былтыр үҙенең “Ҡурайлы сағыл” хикәйәләр йыйынтығын сығарҙы. Фәриха Нәҙербай ҡыҙы сәнғәткә ғашиҡ. 1982 йылда ул Белорет башҡорт халыҡ театрына килә. Фәрит Богдановтың “Юлдар күперҙә осраша”, Туфан Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар”, Нәжип Асанбаевтың “Яралы яҙмыш” һәм башҡа бик күп спектаклдәрҙә уйнай. Хаҡлы ялға сыҡҡас та яратҡан шѳғѳлѳн ташламай. 12 февралдә ҡала Мәҙәниәт һарайында Башҡорт халыҡ театры Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” музыкаль драмаһын ҡуя һәм унда Фәриха Вәлиуллина тѳп ролдәрҙең береһен уйнай. Тыуған ауылындағы атай нигеҙен һүндермәй, йортон матур итеп ҡарап тота. Ауылдаштары ла уны хѳрмәт итә. Үткән аҙнала рысыҡайҙар ауыл мәҙәниәт йортонда Фәриха Нәҙербай ҡыҙының 60 йәшлек юбилейына арналған ҙур кисә ойошторҙо. - Беҙ ҙә яңы йылды яҡшы ваҡиға менән башларға булдыҡ. Әйҙүк, Фәриха апай, сәхнәнән урын ал! Яҙыусыбыҙҙы кем генә белмәй, - тип юбилей кисәһен ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, ветеран уҡытыусы Хәлимә Әфләтунова башлап ебәрҙе. Ә инде ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ауылдың һәүәҫкәр артистары башҡарыуында йырҙар кисәгә йәм-дәрт биреп торҙо. Кисә барышында ауылдаштары Фәриха Нәҙербай ҡыҙының “Рәссам”, “Күршауыл”әҫәрҙәрен сәхнәләштерҙе. Хикәйәләренән ѳҙѳктәр уҡыны, уларҙы дѳрѳҫ әйткәндәргә автор бүләк тапшырҙы. Юбилярҙы ҡотларға Ѳфѳнән шағир, журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, “Ағиҙел” журналының яуаплы секретары Дамир Шәрәфетдинов килде. Яҡташыбыҙ Фәриха Нәҙербай ҡыҙы менән танышып китеү тарихын иҫкә алды һәм үҙенең яҙышып китеүендә “Урал” гәзитенең ҡатнашлығы тураһында һѳйләне.
“Урал” гәзите мѳхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Сатура Минһажитдинова коллектив исеменән юбилярҙы ҡотланы, нәҫеренән ѳҙѳк һѳйләне. Шулай уҡ гәзит хәбәрселәре лә Фәриха Нәҙербай ҡыҙын матур шиғыр юлдары менән тәбрикләне. “Иҙел башы” ижади берекмә етәксеһе Мансур Һиҙиәтов Учалы яҙыусылары ойошмаһы етәксеһе Әҡлимә Сафинаның ҡотлауын еткерҙе һәм ҡотлау һүҙен йомғаҡлап: “Рысыҡай ауылының данын арттырыусы ул. Киләсәктә лә ижадтан айырылмай эшләр, тип уйлайым”, - тине. Ә инде “Урал” гәзитенең элекке мѳхәррире Гѳлсѳм Мостафина бергә эшләгән йылдарҙа булған мажаралы ваҡиғаларҙы иҫкә алды һәм: “Фәриха гәзиттең эске мѳхәррире булды. Биш йыл бергә эшләнек, бик хәстәрле кеше. Уның дуҫтары ла күп”, - тип әйтеп үтте. Ул юбилярҙы ҡотлап, “Ғәлиәбаныу” йырын бүләк итте. Зѳлфирә Сѳләймәнова, шағирә булараҡ, “Талантлылар һәр яҡлап та талантлы була икән” тигән шиғырын уҡып ҡотланы. Юбилярҙы ҡотларға тип Белореттан “Тере шишмә” клубы ағзалары ла килгәйне. Уларҙың ихлас ҡотлауы, шиғырҙары, йырҙары оло бүләк булды. Белорет халыҡ театрынан сәхнәләш дуҫы Динә Шәйәхмәтованың тәбрикәләүе лә үҙенсәлекле яңғыраны. Фәриха Нәҙербай ҡыҙының ейәнсәре Розалина Мѳхәмәтйәнова ѳләсәһе хѳрмәтенә “Күбәләк” бейеүен бүләк итте. Шундай йылы аралашыу мѳхитенә сорналып барған кисәнең үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Фәриха Нәҙербай ҡыҙы оло хѳрмәт күрһәткән, кисәне үҙҙәре ойошторған ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе. Ҡайҙа тыуған, шунда кәрәккән, тигән мәҡәл нәҡ Фәриха Вәлиуллинаға бағышлап әйтелгән кеүек. Ул да бит эше, ижады менән райондаштарына, ауылдаштарына, тыуған ауылына ғүмере буйы тоғро ҡала.
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий