Тарихҡа тиң ғүмер...

Тарихҡа тиң ғүмер...
Кеше асылы, һай, ҡатмарлы нәмә. Ниндәйе генә юҡ бәндәнең. Әлмисаҡтан уҡ үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан, бүтәндәргә төкөрөп ҡараған тәкәбберҙәре булған кеүек, үҙ-үҙен онотоп, кешелек донъяһы тип йәнен фиҙа ҡылған, йәмғиәт өсөн файҙа итерлек изге уй- маҡсаттарын бәғзе ваҡыт аң сиктәренә һыймаҫ дыуамал ҡылыҡтары менән тормошҡа ашырған һоҡланғыс ҡәүем вәкилдәре лә һәр саҡ булған арабыҙҙа. Шөкөр, бар ҙа. Һүҙем донъя кимәлендә танылыу яулаған йондоҙҙар, сәйәсмәндәр, хикмәтле ғилем эйәләре тураһында барыр, тип яңылыш уйлай күрмәгеҙ, берүк. Заманында үҙ колхозының даны, кешеләренең яҡты киләсәге өсөн ғәйәт күп көс сарыф иткән хөрмәтле яҡташыбыҙ, олпат йәштәге ир уҙаман - Сосновка ауылында йәшәгән Шәйхрахман Синәғәтулла улы СИНӘҒӘТУЛЛИН хаҡында булыр был тарих.
Шәйхрахман Синәғәтулла улы Синәғәтуллин 1928 йылдың 18 мартында Дүртөйлө районы Урманаҫты ауылында донъяға ки- лә. 1939 йылда ғаилә Белорет ҡалаһына күсеп, ата-әсәһе заводҡа эшкә урынлаша. 1940 йылда, атаһының вафатынан һуң, әсәһе менән Сосновка ауылына барып төпләнәләр. 9-10 йәшенән алып “Нура” колхозында эшләй. Ситтән тороп Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында зоотехник һөнәрен үҙләштерә. Үҙ мәлендә комсомол- партия эшсәне, “Заря” колхозының баш зоотехнигы, ауыл идаралығы рәйесе вазифаларында күрһәткән данлы вә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены, бихисап тыл эшсәне миҙалдары, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы эшсәне” тигән маҡтаулы исем менән наградлана.
Бөгөнгө көндә Шәйхрахман Синәғәтуллин кеүек кешеләргә тәл булыу, үкенескә ҡаршы, һирәк тәтер бәхет. Ялан аяҡлы бала сағы еңелдән булмаған коллективлаштырыу осорона тап килгән, үҫмер мәле дәһшәтле һуғыш йылдарында аслы-туҡлы көйө ауыр хеҙмәт менән үткән, ә бар аңлы ғүмере йәш сағынан бил бөккән колхоздың йөгөн намыҫлы тартып уҙған был аҡһаҡалды үтә һирәк осрар аҫылташҡа тиңләр инем мин. Туғыҙ тиҫтәне тултырған аҡыллы ҡарашлы, асыҡ сырайлы, теремек кенә оло быуын вәкиленең, хәтирәләргә бирелеп, ғүмер юлында осраған һәр кешенең исем-шәрифен теүәл иҫләп, тормош юлын, заманының иҫтәлекле ваҡиғаларын һәүетемсә генә бәйән ҡылыуын тыңлау үҙе үк мөғжизә түгелме ни?! Көтөүсе, урмансы, малсылыҡ белгесе, йәмәғәт башланғыстарында комсомол, партия ойошмалары, партком секретары, ауыл Советы рәйесе... Ул дәүерҙә колхоздың баш зоотехнигы вазифаһын атҡарыуҙың нимәнән ғибәрәт булыуын бөгөн күптәр күҙ алдына ла килтермәйҙер. Тиҫтәләп кенә түгел, хатта йөҙҙәрсә баш малдың үләте колхоздарҙа ғәҙәти күренешкә әйләнә. Һәм был бәлә өсөн яуапты, әлбиттә, малсылыҡ белгесе тоторға тейеш. Унан тыш, ауыл хужалығында етештерелгән аҙыҡ-түлекте тулыһынса дәүләткә тапшырып, план үтәү, продукцияның сифаты өсөн яуап биреү, йәй буйына йәйләүҙәрҙә малсыларҙың, һауынсыларҙың эшен ойоштороу кеүек тағы ла бихисап йөкләмәләр ҙә зоотехник иңенә төшә. Ҡояшлы, йәшел миҙгелдә тәбиғәт ҡосағында мал көтөп, һыйыр һауып ятыуҙың ни ҡыйынлығы, тиер бәғзе берәү. Бында ла үҙ мәшәҡәте байтаҡ, имеш. Машина емерелеп, һөт әсеһә, бер көнлөк эшең елгә осто, тимәк. Һөт флягалары ултырған һалҡын һыулы йылғаһы ла ҡайһы саҡ ҡороп ҡуя. Йәйләгән ерҙәренә ерегеп, ихласлап урынлашып бөткән һауынсы-малсыларҙың ай-вайына ҡарамай, малды ҡыуып, донъяны йыйып, йәнә икенсе урынға күсенер кәрәк. Былары ла төп зоотехниктың баш ауырыуы. Йоҡлағанмы ул, ашағанмы, арып-талып ҡолар сиккә еткәнме - ҡыҙыҡһынған, һораған кеше юҡ. Шул ҡәҙәр йөкләмәне нисек йырып сыҡты икән һуң Шәйхрахман Синәғәтуллин? Боғаҙ ярып ҡысҡырыпмы, ҡул аҫтындағыларҙы ҡамсылап-ҡурҡытыпмы? “Юҡты һөйләмәгеҙ, ҡурҡытыу, яза биреү түгел, кешегә дорфа ҡағылып, хатта тауыш та күтәрмәҫ ине...” - тиер уның менән эшләгән һәр кеше. Ауыл советы рәйесе булғанында иһә, юғарынан килгән фарманы менән, унһыҙ ҙа аслы- туҡлы халыҡтан облигация өсөн аҡса талап итеү, аҙыҡ-түлектең артығын йыйыу буйынса дәүләт планын үтәү, ай-һай, ниндәй баш ауырыуына әйләнгәйне ваҡытында. Йонсоу йөҙлө бисара ҡатындарҙың йәшертен күҙ йәштәре, йәй буйы ялан аяҡ йөрөргә мәжбүр булған бала-сағаның ер төҫөнә ингән аяҡ табандары, оло байрамдарҙа ғына бер ни тиклем тәмле аҙыҡ ҡуйылған буш өҫтәлдәр... Һәммәһен дә күрергә, йөрәге аша кисерергә тура килде Шәйхрахманға. Ҡураныс кәүҙәле, моңһоу күҙле балаҡайҙарҙы ит-йомортҡанан, май-ҡаймағынан, аҡтан айырып, ризыҡты дәүләткә һалым сифатында мәжбүри тапшырыу күңелен әрнетеп, төн йоҡоларынан әҙ ҡалдырҙымы ни?!
Гөлсәм МОСТАФИНА.
Нәркәс ВӘЛИУЛЛИНА фотоһы.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 21-се һанында (16.03.18.) уҡығыҙ.
Оставить комментарий