Их, һин, тормош ...

Их, һин, тормош!
Һинең выжданың юҡ,
Выжданыңдан мәхрүм итәһең,
Берәүҙәрҙе алты кѳмѳштәргә күмеп,
Берәүҙәрҙе иртә гүргә илтәһең.
Атайым Ризуан Ҡотлобай улы Ҡәҙерғәлин һуғыш һәм хеҙмәт ветераны. Ул “Урал” гәзитенең тәүге (“Ҡатай эшсеһе”, “Металл ѳсѳн”, “Сталинсе”) мѳхәррирҙәренең береһе. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында һәм һуғыштан һуң да гәзитте ҡыйынлыҡ менән яңынан тергеҙеп, эшен дауам иткән. Ошо йылдың 8 мартында атайыма 100 йәш тулыр ине. Атайым иҫтәлегенә мин бер нисә юл яҙып үтергә булдым.

Ғаиләлә һигеҙ бала үҫтек. Хәҙер һигеҙебеҙҙең араһынан дүртәүһе гүр эйәһе. Бай булманыҡ, ярлы ғына ғаилә инек, атайым байлыҡ артынан ҡыуманы ла, хәле лә булмағандыр инде. Барыбыҙҙы ла уҡытып, белем бирҙе. Тыныс холоҡло, ҡысҡырып һѳйләшмәне, уның ауыҙынан бер ваҡытта ла насар һүҙҙәр ишетмәнек. Иң ауыр ваҡыттарҙа мѳхәррир булып эшләгән, заманында ҡағыҙ, ҡәләм, ручкалар ҙа булмаған. Шулай ҙа таба алғандарыбыҙҙы ныҡ һаҡлыҡ менән тотона торғайныҡ, тип һѳйләне атайым. Ыңғай транспорт (атмы, нәмә), ә күбеһен йәйәүләп йѳрѳп район буйлап материалдар йыйып йѳрѳгәндәр. Аяҡта юҡ, туҙып бѳткән аяҡ кейемен ялан аяҡ та кейеп йѳрѳргә тура килде, аяҡтар сейләнеп китә торғайны, тип һѳйләй ине ул. Берәй һүҙ сығып һѳйләшер булһа, иң тәүҙә яйлап ҡына ултырып алыр ине.

Беҙгә, һигеҙ балаһына ла, исемде мәғәнәле итеп ҡушҡан. Хәҙер йәш ғаиләләр балаларына ниндәй генә исем ҡушмай? Ҡалала медучилищела уҡый башлағас, бергә уҡыған ҡала балалары исемемде нисек кенә боҙоп ѳндәшмәнеләр. Ауылдан беҙ икәү генә инек. Исемеңде русса әйт, тиһәләр, мин илар сиккә етә торғайным. Шул тиклем ҡыйын ине миңә. Шулай бер ҡайтҡанымда атайыма: “Атай, ниңә исемемде шулай тип ҡуштың, миңә оҡшамай”, - тинем. Ул миңә: “Ултыр әле яныма, ҡыҙым”,- тип ултыртты ла тыныс ҡына аңлатып бирҙе. - Биби - бѳйѳк тигән һүҙ, ә нур - нур инде”, - тине. - Элек бѳйѳк кешеләр ҡатынының исеме алдынан “Биби” һүҙен ҡушып ѳндәшкәндәр. Һин бер ваҡытта ла исемеңдән оялма, үҙгәртмә лә”, - тине. Шунан һуң мин исемемде нисек кенә боҙоп ѳндәшһәләр ҙә, оялманым да, үҙгәртмәнем дә, ә ғорурландым ғына.
Атайым тураһында бик күп яҙырға була һәм бер нисә тапҡыр гәзит битендә яҙып сыҡтым да инде. Әсәйем менән 50 йылдан ашыу бергә йәшәнеләр. Әсәйем дин яғынан белемле ине. Күп кенә заманса һүҙҙәрҙе әйтеп еткерә алмағанғамы, үҙенсә әйтә лә ҡуя торғайны.
Шулай бер кѳндѳ ғаиләм менән ялға ауылға ҡайтып тѳштѳк. Атай менән әсәй ѳйҙә юҡ. Атайым пенсияла булһа ла, тик ятманы, ауыртҡан аяғы менән сатанлап колхоз фермаһындамы, ырҙындамы тѳҙѳкләндереү эше менән булып йѳрѳй торғайны. Йәмәғәт эштәрендә күп ҡатнашты, халыҡ контроле комитеты рәйесе булып йѳрѳнѳ.

Күп тә үтмәй атайым тиргә батып, бер ҡулында таяғы, инструменттарын тултырған ауыр сумкаһын йѳкләп, хәле бѳтѳп килеп инде. Атайым артынан әсәйем дә “ах” та “ух” итеп ҡаланан ҡайтып етте. Атайым: “Иртәнән кискә тиклем ни эшләнең ул ҡалала? Тамаҡ кипте, мин һине сәй ҡайнатып кѳтѳп ултыралыр тип киләм”, - ти. Әсәйем: “Ана шунда булдым, бында булдым, йүгермәктә йѳрѳп сыҡтым, һиңә шуны ҡараным, кѳн үтте лә китте”, - ти. Мин “йүгермәге” тағы нәмә була икән тип аптырап ултырам. Атайым: “Йүгермәк тә, йүгермәк һиңә, үҙеңә бына йүгермәк булыр кәрәк, ҡайҙа сәй эсер”, - ти.
Баҡтиһәң, ул универмагты йүгермәк тип әйтә икән. Үлә-үлгәнсе универмаг тип әйтә белмәне, гел “йүгермәк” ти ҙә ҡуя ине.
Атайым бер ваҡытта ла йырламаны, эш менән булғанда ла кѳйләп булһа ла йѳрѳмәне. Ә радионан Фәриҙә Ҡудашева йырлаһа, әсәйемде саҡырып ала торғайны. Әсәйем дә Ф.Ҡудашеваның йырлауын эшен ташлап, йүгереп килеп тыңлай ине. Атайым да бергә тыңлай торғайны. Боронғо оҙон йырҙарҙы ла йотлоғоп, аңы менән әллә ҡайҙарға китеп, уйланып ултырып тыңларға яратты. Шахмат уйнарға ла әүәҫ ине. Тѳндәрен яҙыу эштәре менән ултырҙы. Үҙенең яратҡан гәзите “Урал”дың актив хәбәрсеһе булды, бәйләнешен ѳҙмәне. Миңә биреп ҡалдырған дәфтәрендә лә үҙенең үткән ғүмерен сағылдырып, шиғырҙары аша аңлатҡан ул. Беренсе бите ошолай тип башлана: “Латин һәм ғәрәп телендә яҙған шиғырҙарымды уҡый алһындар тип ошо дәфтәремә рус алфавитында күсерәм. Баштан аҙағына тиклем аңлап уҡыһағыҙ ине, минең биографиям бит ул”, - тигән. Тағы бер нисә шиғырын тәҡдим итәм. “Күңелем букеттары” шиғырын ауырый башлағас яҙған.
Беҙҙең ѳйгә ауыл Советы гел бәйләнә торғайны. Үҙәк яры буйындағы мунсабыҙҙы алып ырғыттырҙылар. Аҙаҡ кеше мунсаһына йыуынырға йѳрѳп ыҙаланылар. Ѳйѳгѳҙҙѳ таҡта менән кѳпләгеҙ, йә һүтеп алығыҙ, Әзекәйҙең йәмен ебәреп тора, тип гел әйтә торғайнылар. Инвалид, ауырыу һәм ҡарт кешенең әҙ генә пенсияһына ѳй менән булышырға хәле лә булманы. Ә беҙҙең ѳй һаман да тора әле. Шуға арнап атайым, аптырағандан, “Брак, тиҙәр” тигән шиғырын яҙған.

Күңелем букеттары

Ҡартлыҡ сағы матур,
Маһайырлыҡ
Иң ҡәҙерле сағы ғүмерҙең.
Йәшәү - алтын,
Тормош йәннәт кеүек,
Сәскә атҡан сағы күңелдең.
Ләкин тормош уҫал,
Ҡәбәхәт тә...
Гелән ауырлығын һалыусан
Матур итеп ѳмѳттәр тѳҙѳйһѳң,
Уға ла бит ҡаршы тороусан.
Ашҡынып торған ошо күңелемдең
Күп сәскәһен килә күрәһем.
Ҡанатымды елдәр ҡайырһа ла,
Һис үләһе килмәй, үләһем.
Йәшәйһем килә әле минең,
Ѳмѳтѳм күп,
Мин тормошта кѳрәш яратам.
Һүнеп барған осҡондай
Күңел фонарымды
Дәрт ялҡыны менән яҡтыртам.
Мин маһаям ошо йәшем менән,
Минең әле дәртле саҡтарым.
Кәрәк булһа яңынан, күкрәрмен
Һәм йәшендәй булыпсатнармын.
Ләкин йѳрѳйѳм мин янып,
Томаланған ут булып.
Янымда һис бер кеше юҡ кеүек,
Тыным һалҡын, йѳҙѳм бойоҡ.
Тѳҫ киткән,
Эшем бармай шул.
Күкрәгемдә кѳс бѳткән.
Һис рәхәтлек күрмәнем тип донъяла
Күңелем тәрән уй эсендә болғана.
Ҡарғайым мин тормошомдо, кѳнѳмдѳ,
Ҡайсаҡ быуыр инем мин үҙ-үҙемде.
Ихлас ҡына йәбешкәндә үлемгә
Аллаһ бабай килеп керә күңелгә
Ти ул: “Матур кѳнѳң һинең әле алдыңда
Күрәһеңме? Мин торам бит яныңда”.

Брак, тиҙәр

Ҡыйыҡ-мыйыҡ, тиҙәр ошо ѳйҙѳ,
Ваҡыт, тиҙәр, брак итергә.
Заманалар инде үҙгәрҙе бит,
Яңыса кәрәк донъя кѳтѳргә.
Ю-юҡ, мин әйтәм,
Ошо ѳйѳбѳҙгә ҡарап,
Үткәндәрҙе алабыҙ иҫебеҙгә.
Әле сыҙар, ҡасан үлгәнебеҙсә
Миңә, әбейем менән икебеҙгә.


Бибинур ИСМӘҒИЛЕВА.
Белорет.
(Фотолар ғаилә архивынан алынды).
Оставить комментарий