Шәйех нәҫеле менән осрашыу

Ошо кѳндәрҙә Учалы яҙыусылар ойошмаһы мәшһүр ғилем эйәһе, арҙаҡлы дин әһеле Шәйех Зәйнулла ишандың тыуыуына 180 йыл тулыуға арнап осрашыу үткәрҙе. Осрашыуға ишандың Учалы район-ҡалаһында йәшәгән 4-се, 5-се, 6-сы,7-се быуынға тиклем 20-ләгән туғаны килде.
Учалы яҙыусылар ойошмаһының етәксеһе Әҡлимә Сафина Зәйнулла Рәсүлевтең туғандары, уның тураһында яҙылған китаптар менән таныштырҙы.Учалы яҙыусылар ойошмаһы ла майҙа Шәйех тураһында китап сығарыуға әҙерләнә.

Туғандар күрешеүе Зәйнулла ишан мәсетендә дауам итте.
Күренекле мәғрифәтсегә арналған Хәтер кисәләре 13 майҙа Ѳфѳлә, 14 майҙа Троицкиҙа, 15-ендә Аҡҡужа мәктәбе музейында буласаҡ. Хәтер кѳндәренә Тѳркиәлә, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Киевта, Ҡазанда йәшәгән туғандары, шәкерттәре, уның изге эшен дауам итеүселәр килеүе кѳтѳлә.

Арҙаҡлы шәхес, дин әһеле, мосолмандарҙың танылған мәғрифәтсеһе, аҡыл эйәһе Әл-Нәҡшбәнди Шәйех Зәйнулла Хәбибулла улы Рәсүлевтең тыуыуына 180 йыл. Ул Учалы районы Шәрип ауылында донъяға килгән. Зәйнулла ишан изге эштәре, әүлиәлеге, зирәклеге менән дан алған. 1851 йылдан Троицк ҡалаһында уҡый. 1869 йылда Мәккәгә хажға барышлай Истанбулда атаҡлы тѳрѳк шәйехе Әхмәт Зыялетдин бин Мостафа Кѳмѳшхәнәүи хәҙрәттә белем ала. Ул Нәҡшбәнд тәғлимәтен уҡытыуға рѳхсәт алған. Гипноз һәм тибет медицинаһы ысулдары менән дауалау һәләтенә эйә булған.
1858 йылда тыуған яҡтарында имам була. Атаҡлы шәйехтең әүлиәлек һәләте тирә-яҡта тарала. Уның вәғәздәрен тыңларға, белем алырға тѳрлѳ тарафтарҙан мосолмандар ағыла. Әммә яуыз кешеләр, ошаҡсылар ишанды һѳргѳнгә ебәрә.
10 йыллап ултырғандан һуң хәҙрәт 1882 йылда хажға китә һәм остазы Кѳмѳшхәнәүи хәҙрәттә йәнә туҡтап белемен арттыра.
Аҡыл эйәһе 1884 йылдан ғүмеренең ахырына тиклем Троицк ҡалаһында «Рәсүлиә” мәҙрәсәһе мѳдәрисе була.
Оставить комментарий