Халҡына хеҙмәт итә

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигән бик матур халыҡ мәҡәле бар. Бѳгѳнгѳ кѳндә Белорет районы муниципаль район Советы секретары вазифаһында эшләгән Хѳбѳтдинов Камил Йосоп улының 65 йыллыҡ тормош юлын барлап, ошо мәҡәлдең хаҡлығына тағы бер ҡат инанаһың.

Камил Йосоп улы 1948 йылдың 31 майы Аҙналы ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килгән. Әсәһе Сәлхиә Абдрахим ҡыҙы һәм атаһы Йосоп Яҡуп улы ауылдың алдынғы, абруйлы белем таратыусылары - уҡытыусылар булғас, бәләкәс Камил мәктәпкә ҙур теләк менән бара, үҙенең кем буласағын да тѳҫмѳрләй. Атаһы ул саҡта мәктәп директоры булып эшләй, әсәһе тѳштән һуң ғына уҡытыуға бара. Шул мәлдә атаһының папкаһын тотоп: «Минең папка тотҡом килә, минең атай булғым килә», - ти Камил әсәһе Сәлхиә апайға. Ошо теләгенең йылдар үтеү менән тормошҡа ашыуына беҙҙең юбиляр үҙе лә ҡыуана.
- Бәләкәс малайҙың папка тотоп йѳрѳгѳһѳ килеүе бер мәҙәк кеүек тойолһа ла, атай булырға теләүем - атайымдың ғаиләлә тотҡан абруйын күрһәтәлер, - ти хәҙер үҙе лә ике улына ныҡлы арҡа булған атай, ейәндәренә һѳйѳклѳ олатай Камил Йосоп улы.

Уңған кеше бәхетле була. Бѳгѳнгѳ тормош теүәллеге, балалар бәхете, хеҙмәтендә ирешкән уңыштары һәм ҡаҙаныштары еңел бирелмәгән уға. Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ирешеүгә кѳслѳ ынтылыш кеүек матур кешелек сифаттары ята ирешелгәндәр нигеҙендә.
Мәктәп йылдарын артта ҡалдырып, Белорет педагогия училищеһына юллана үҫмер Камил.

Ҡасим ағаһы, Хәнифә апайы кеүек Камил да уҡыуҙа ла һынатмай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, спортта ла ал бирмәй. Улар ҡышын саңғыла, йәйен йүгереү менән ихлас шөғөлләнә. 1968 йылда педагогия училищеһы командаһының “Белорецкий рабочий” призына үткәрелгән ярышта беренсе урын яулауҙа ла, һуңынан армияла хеҙмәт иткәндә саңғы ярыштарында еңеүҙәрҙә лә Камил Хөбөтдиновтың өлөшө ҙур була. Нисәмә йылдар үткәс - 2012 йылда ғына педагогия колледжы студенттары “Белорецкий рабочий” призына эстафета ярыштарында Камил ағайҙар яулаған беренсе урынды алыуға өлгәшә. Был йәһәттән Камил Йосоп улының йәш быуынға, бигерәк тә егеттәргә әйтер һүҙе бар. “Мәктәп эскәмйәһенән спорт менән дуҫлашыу студент саҡта ла, аҙаҡтан Армия сафында хеҙмәттә лә ныҡ ярҙам итте, шуға күрә спорт менән шөғөлләнергә кәрәк. Бөрйәндән бергә киткән егеттәргә марш-бросоктар, физик күнекмәләр бик ауыр бирелде, ә мин гелән алдан йөрөнөм, командирҙарҙың ҡарашы ыңғай бит инде”.

Хеҙмәт юлын Камил Йосоп улы Бѳрйән районының Әбделмәмбәт ауылы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башлай. Унан һуң Совет Армияһы сафында яҡшы хеҙмәт итеп ҡайта. Һалдат бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтыу менән Әзекәй мәктәбендә бер йыл математика фәненән белем бирә. 1971 йылдан алып бѳгѳнгѳ кѳнгәсә Камил Хѳбѳтдинов ВЛКСМ райкомында, КПСС-тың район комитетында, мәғариф бүлегендә, КПСС-тың ҡала комитетында, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитетында, район һәм ҡала Советтарында тѳрлѳ яуаплы вазифалар биләй. Уның ябайлығы, алсаҡлығы, кешеләргә ихтирам менән ҡарауы, йәше, ҡарты менән дә уртаҡ тел таба белеүе, кешелекле һәм кеселеклелеге ҡайҙа, ниндәй генә вазифала эшләгәндә лә ярҙам итә. Булмышына матур сифаттар һалған, үрнәкле тәрбиә биргән атай-әсәйенә рәхмәтле юбиляр, уларҙың рухтары йѳрәк түрендә, биргән тәрбиәләре һәр ваҡыт маяҡ булып тора.

Белорет педагогия училищеһында уҡыған студент йылдары - мәңгелек мѳхәббәтен табыу бәхете менән ҡәҙерле. Тоғро, аҡыллы ҡатын, хәстәрлекле, оло йѳрәкле әсә, иң наҙлы, һѳйѳклѳ ѳләсәй, Бѳрйән һылыуы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, ғүмерен медицина колледжында балаларға белем биреүгә арнаған Ғәлимә Мѳбәрәк ҡыҙы менән бәхетле ғүмер кисерә беҙҙең юбиляр. Тылдары ныҡ булған саҡта ғына ирҙәр Хѳкүмәт эшендә уңышлы хеҙмәт итә, тиҙәр. Бына был йәһәттән Ғәлимә Мѳбәрәк ҡыҙы күп ҡатын-ҡыҙҙарға тормош һабағы бирә ала. Ѳҫтәлдән ѳҙѳлмәгән тәмле ҡайнар аш, килгән-киткән дуҫ-туғанға кѳләс йѳҙ, матур мѳнәсәбәт, ѳйҙѳң нурлы булыуы - былар барыһы ла Камил Йосоп улының һѳйѳклѳ ҡатынының тәбиғи һѳйкѳмлѳлѳгѳнән, тырышлығынан. Атайҙарынан, әсәйҙәренән матур үрнәк алып үҫкән улдары Ғәлим Камил улы - металлургия колледжы директоры, тәжрибәле педагог, педагогия фәндәре кандидаты. Икенсе улдары Илдар Камил улы Ѳфѳ медицина университетын уңышлы тамамлап, хәҙерге кѳндә ҡала һаулыҡ һаҡлау идаралығының “Белорет үҙәк район клиник дауахана”һының ҡан тамырҙары ауырыуҙары бүлеге етәксеһе.

Үҙ ғүмерендә бынамын тигән йорт һалған, ике улан үҫтергән, ағас ултыртҡан ир-уҙаман Камил Йосоп улы Хѳбѳтдинов үҙенең 65 йәшлек олпат юбилейын Иҙел башын күтәреүгә арналған матур эш һѳҙѳмтәләре менән ҡаршы ала. Заманында яҡшы эшләгәне өсөн КПСС райкомының, ВЛКСМ Үҙәк комитетының, район һәм ҡала Советтарының тиҫтәләгән Почет грамоталарына лайыҡ булған. Фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыллыҡҡа хәрби хеҙмәт ѳсѳн юбилей миҙалы, 2003 йылда Башҡортостан Республикаһы Президентының Почет грамотаһы, 2010 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре” тигән юғары исемдәр менән наградланған.

Халыҡ менән эшләгән 40 йылының һуңғы ун алты йылында Камил Йосоп улы Хөбөтдинов ҡала, район Советтары секретары вазифаһын башҡара. Нәҡ ошо йылдарҙа Камил Йосоп улы үҙенең ойоштороусы һәләтен, халыҡ араһында эшләү талантын тулыһынса аса. Ябай кешеләр ҙә, ауыл биләмәләре хакимиәт башлыҡтары ла, депутаттар ниндәй генә һорау, мәсьәлә менән мөрәжәғәт итмәйҙәр уға. Ул барыһы менән дә ихласлап һөйләшә, аңлата, яуап бирергә тырыша. Һайлауҙар, сессиялар үткәреүгә әҙерлек эштәрен башҡарыу теүәллек, белем талап итә икән, Камил Йосоп улында был сифаттар бар. Күптән түгел Сибайҙа үткәрелгән Башҡортостан Республикаһы муниципалитеттары араһында үткәрелгән конкурста Белорет районы муниципаль район Советының башҡарған эштәр буйынса II урын алыуында ла район Советы секретарының өлөшө ҙур.

“Минең тормош юлымда гелән яҡшы кешеләр осраны, бына шул яҡтан ысын-ысындан бәхетлемен, исемләп тормайынса уларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм”, - тип әйтеүе лә юҡтан түгел юбилярҙың. Тормошто ҡоласын йәйеп, йылмайып, бѳтмәҫ ышаныс менән ҡаршылаған кешенең юлына изге йәнле юлдаштар осраусан. Камил заттар нәҫеленән сыҡҡан Камил Йосоп улына ныҡлы һаулыҡ, бәхет, эшендә, тормошонда уңыштар юлдаш булһын, Ғәлимә Мѳбәрәк ҡыҙы менән ейәндәрҙең балаларын күреп, һѳйѳп ултырырға яҙһын.
З. Абзалова.
Оставить комментарий