Яҙыусы һүҙе баһаһын юғалтмай

Мѳхәмәт ауылына тѳшкә ҡарай барып индек. Ауылда кѳҙгѳ тынлыҡ. Урамда әллә ни кешеләр ҙә юҡ. Уныһы ла аңлашыла: кемдең ямғырлы, бысраҡ кѳндѳ урам ҡыҙҙырып йѳрѳгѳһѳ килһен. Әммә “Урал” һәм “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәрен миҙгелдең бер ниндәй мәле лә ҡурҡытмай, ниндәй генә тәбиғәт шарттары булһа ла, юл сығырға һәр саҡ әҙербеҙ. Бѳгѳн иһә баш ҡала ҡунаҡтарынан алданыраҡ килеп, ауыл халҡы менән аралаша торҙоҡ.
Мѳхәмәттәр, һәр ваҡыт-тағыса, журналистар менән осрашыуға етди әҙерләнгән.

Беҙ килгәнде күреү менән халыҡ йыйыла башланы. Кешеләр йыйылыуға Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Байрас Буранбай улы Фазылов та килеп етте.
“Урал” гәзите мѳхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова район гәзите эше менән таныштырҙы. Ауыл халҡы иһә үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе, уларға хакимиәт башлығы ентекләп яуап бирҙе. Байрас Буранбай улы быйыл эшләгән эштәргә лә байҡау яһаны. Әйткәндәй, эшлекле осрашыу ваҡытында мѳхәмәттәр, акцияға ярашлы, осһоҙ хаҡҡа “Урал” гәзитенә яҙылды.

Ѳфѳ ҡунаҡтары килгәс, Сермән ауылынан Әсҡәт Ваһап улы Хәйернуровтың ҡурай моңо аҫтында “Кѳҙгѳ балҡыш” тип аталған әҙәби-музыкаль кисә башланып китте. Ауыл китапханасыһы Резеда Бәҙретдинова Хәлимә Ҡотошованың Мѳхәмәт ауы-лына арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Клуб мѳдире Гѳлниса Мансурова: “Һеҙ ауылыбыҙҙы йәш тип әйтәһегеҙ, әммә ул бик боронғо - 1740 йылда нигеҙ һалынған”, - тип Мѳхәмәттең тарихына байҡау яһаны, гѳрләп торған саҡтарын иҫкә алды. Халыҡ эшһеҙ ҡалһа ла, биш эшҡыуар ауылдаштарын эш менән тәьмин итеп тора.

“Башҡортостан” гәзите деле-гацияһын яҡташыбыҙ Айгиз Баймѳхәмәтов алып килгән. Был осрашыу “Ҡалдырма, әсәй!” китабын туйлау кисәһе лә булды. Сараға килеүселәрҙең күптәре әҫәрҙе уҡып сыҡҡан. Улар китаптың эстәлегенә ҡағылышлы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.
Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Хәдисә Низамова: “Айгиздең әҫәрен беренсе тапҡыр ра-диопостановка аша ишеттем. Ҡулыма китабы килеп эләккәс, бер тында уҡып бѳттѳм. Үҙем бер тормош юлын үткәндәй булдым. Алай ҙа дүрт ҡустымды балалар йортона бирмәгәнмен, тип уйланым”, - тине. Осрашыуға килгән мәктәп уҡыусылары әҫәрҙәге Даян образының артабанғы яҙмышы, Ильясҡа атаһы биргән бетеүҙең ҡайҙа булыуы менән ҡыҙыҡһынды. “Даян образына килгәндә, бер тапҡыр уның прототибын асарбаҡ булып автовокзалда йѳрѳгәнен күргәйнем. Аҙаҡ тѳрмәгә эләккән. Миңә бер кем дә бетеү бирмәне. Әҫәрҙә ул күсмә мәғәнәлә алынды. Бетеүҙе алған кеше юғалып ҡалмай, тигән фекерҙе аңлатыу ѳсѳн ҡулландым. “Ҡалдырма, әсәй!” - әҙәби әҫәр, шуға ла ундағы хәлдәрҙе мин тәрбиәләнгән балалар йортонда булған тип кенә ҡарарға ярамай. Унда бѳтә балалар йорттарында булған хәл-ваҡиғалар яҡтыртыла. Мәҫәлән, әҫәрҙә үлгән бала тураһындағы хәлде яҙғанда Ѳфѳләге балалар йортонда булған ваҡиғаға таяндым”, - тине автор. Үткер, сос, ҡыйыу Әмилә менән әле аралашаһығыҙмы, тигән һорау ҙа бирҙеләр. Ѳфѳлә йәшәй, аралашабыҙ, тигән яуап әйтелде. “Һеҙҙең әҫәрҙе “Аманат” журналынан уҡыным. Минең ҡәҙерҙе белһендәр тип, аҙаҡ малайҙарыма ла ѳҙѳктѳ уҡып ишеттерҙем”, - тине бер апай, тәьҫораттары менән уртаҡлашып. Уҡытыусы Фәнүзә Мансурова Айгизгә һәм ҡунаҡтарға уңыштар теләне. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Алһыу Мансурова ла әҫәрҙән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Осрашыуҙа мѳхәмәттәр Баш-ҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсуринаның яңғырап торған моңло тауышын, халыҡсан йырҙарын тыңлап кинәнде. “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәре, шағир, драматург Салауат Әбүзәр Пәйғәмбәр исемен йѳрѳткән ауылға килеүенә шат булыуы тураһында әйтеп үтте, “Ир ҡанаты” поэмаһынан ѳҙѳк уҡып ишеттерҙе. “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәре, билдәле яҙыусы-сатирик Венер Исхаҡов тормоштағы хәлдәрҙән нисек юмористик әҫәрҙәр тыуыуы тураһында һѳйләне. Ә инде уның әҫәрен уҡыған саҡта тамашасы ихлас кѳлә-кѳлә бер нисә йылға йәшәреп тә ҡалғандыр. Резеда Бәҙретдинова, Гѳлниса Мансурова, Миләүшә Мѳ-хәмәҙиева башҡарыуында Венер Исхаҡовтың “Фәғиләнең эш кѳнѳ” юморескаһын сәхнәләштереү ҡунаҡтар ѳсѳн яҡшы бүләк булды. Мәктәп уҡыусылары Азалия Низамова, Алина Бикбаева Салауат Әбүзәрҙең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Әсҡәт Хәйернуров та Айгизгә уңыштар теләне. Әйткәндәй, Әсҡәт ағай үҙе лә үҙенсәлекле шәхес. Хаҡлы ялға сыҡҡас, күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, быйыл Учалы сәнғәт училищеһына уҡырға ингән!
“Сара бик матур үтте. Тѳпкѳл ауылдарҙа бындай осрашыуҙар һирәк була. Айгиздең тормошо башлана ғына. Белорет ере бәрәкәтле, күп шәхестәр биргән тѳбәк. Киләсәктә Айгиз дә улар иҫәбенә инер, тип ышанабыҙ”, - тине сығышында Сатура Жәүәт ҡыҙы. “Башҡоростан” телевидениеһының ойош-тороусы мѳхәррире Нурия Ибраһимова Айгиздең тѳп таяныстарының береһе. Шуға ла был осрашыуға ул ҡанатланып килгән. “Ҡалдырма, әсәй!” китабы бер йылда ике тапҡыр нәшер ителде. Айгиздең “Урам балалары” әҫәре лә китап булып сығасаҡ”, - тине сығышында Нурия Ибраһимова.
Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Байрас Буранбай улы: “Айгиздең уңыштары менән ҡыуанабыҙ. “Башҡортостан” гәзите аша беҙҙең яҡты ла яҡтыртаһың”, - тип рәхмәт белдерҙе.
Йомғаҡлау һүҙе Әлфиә Юлсуринаға бирелде. Йырсы: “Милләт булараҡ бѳтмәҫ ѳсѳн битараф булмаҫҡа тейешбеҙ. Үҙ йырҙарыбыҙҙы тыңламаһаҡ, үҙ моңобоҙҙо яратмаһаҡ, гәзит-журналдарыбыҙҙы алдырмаһаҡ, милләт булараҡ юҡҡа сығасаҡбыҙ. Милләттәштәр, ит, картуф тип кенә йәшәп булмай”, - тип Башҡортостанға арналған илһѳйәр рухта яңғыраған йыры менән осрашыуҙы тамамланы.
Мѳхәмәттәрҙең ни тиклем ҡунаҡтарҙы ебәргеһе килмәһә лә, Абҙаҡ ауылында ла халыҡ менән осрашыу кѳткәс, сараның иң ҡыҙған мәлендә хушлашырға тура килде.

Абҙаҡ мәҙәниәт йортонда ла халыҡ бик күп йыйылғайны.Улар ҡунаҡтарҙы алҡыштарға күмеп ҡаршыланы. Тәүҙә ауылдың һәүәҫкәр артистары инсценировка күрһәтте. Һикһән ике йәшлек Ғәйникамал инәй үҙе ижад иткән шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Ауылдаштары Айгиз Бай-мѳхәмәтовты сәхнәгә саҡырҙы. Был юлы Айгиз һүҙҙе ҡыҫҡа тотто. “Абҙаҡҡа килгәс, йырлағы килеп китте”, - тип ул йыр башҡарҙы. Әлфиә Юлсуринаның да сығышы алҡыштарға күмелде. Салауат Әбүзәрҙең, Венер Исхаҡовтың әҫәрҙәрен абҙаҡтар яратып ҡабул итте. Сатура Минһажитдинова Айгиз Баймѳхәмәтовҡа һәм ауыл китапханасыһы Сәлиә Мәхмүтоваға Белорет тураһында китап бүләк итте.
Абҙаҡ мәктәбе директоры Гѳлшат Йомағужина: “Кеше тормоштоң мәғәнәһен аңлап етмәй үлеп китә. Маҡсатлы йәшәү генә тормошҡа мәғәнә бирә. Шуға ла Айгизгә уңыштар ғына теләп ҡалам!” - тине сығышында һәм ҡунаҡтарға балалар тѳшѳргән һүрәттәрҙе, ҡул эштәрен бүләк итте.
“Мин китапты илай-илай уҡыным. Айгиздең ата-әсәһен, олатай-ѳләсәһен яҡшы беләм. Беренсе класҡа килгән сағы әле күҙ алдыма баҫты. Тырыш, ныҡышмал, уҡыуға бирелгән бала ине. Кескәй сағынан ижадҡа ынтылышы кѳслѳ булды. Туғандарың менән ғүмер буйы шулай бергә, татыу булығыҙ”, - тине Айгиздең тәүге уҡытыусыһы Клара Мәғдән ҡыҙы Атнағолова. Байрас Фазылов сараны ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе һәм уларға депутаттар исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы, иҫтәлеккә бүләктәр бирҙе.

Осрашыу йыр-бейеүгә бай булды. Вәсилә Хызырова, Лариса Сафина башҡарған йырҙар, Абҙаҡ мәҙәниәт йорто бейеүселәренең береһенән-береһе сағыу сығыштары битараф ҡалдырманы. Мәфрүзә Хызырова Абҙаҡ ауылы тураһында үҙе ижад иткән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Мәктәп уҡыусылары иһә Салауат Әбүзәрҙең шиғырҙарын яттан һѳйләп, ҡунаҡтарҙы ҡыуандырҙы. Мәҙәниәт йорто мѳдире Гѳлсәсәк Нуретдинова сараны матур итеп алып барҙы.
Ѳфѳ ҡунаҡтары абҙаҡтар менән осрашыуҙан йылы тәьҫораттар алып, тағы ла күрешергә насип булһын, тигән теләктә хушлашты. Ә инде “Кѳҙгѳ балҡыш” әҙәби-музыкаль кисәһен ойоштороусылар халыҡтың әҙәби әҫәрҙәрҙе яратып уҡыуына, яҙыусы һүҙенең кѳсѳ бѳгѳн дә әһәмиәтен юғалтмауына тағы ла бер тапҡыр инанды.
Р. Мусина.
Оставить комментарий