Һағындырыр һандуғасы

Сосновка ауылы китапханаһында талантлы уҡытыусы-остаз, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, рәссам, әүҙем йәмәғәтсе Нурислам Шәйхуловтың хәтер кисәһе уҙғарылды.

Мәҙәниәт һәм китапхана йорто мөдирҙәре Земфира Аҙнабаева, Ғилә Фәтҡуллина, хеҙмәткәрҙәр ауылдың абруйлы оло кешеләрен, әҙиптең балаларын, туғандарын, уҡыусыларын башҡорт ҡунаҡсыллығы менән ихлас ҡаршыланы. Кисәгә килеүселәр, уҡыусы балалар Нурислам Шәйхуловтың төрлө йылдарҙа баҫылып сыҡҡан китаптарын, гәзит биттәрендә донъя күргән мәҡәләләрен, яҙған картиналарын яңынан ҡарап сыҡты.
Гөлсөм Нурислам ҡыҙы Мостафина (Шәйхулова) хәтер кисәһен асып йыйылыусыларҙың барыһын да йылы тәбрикләне һәм һүҙ дилбегәһен хужабикәләргә тапшырҙы.

Әгәр ҙә Нурислам ағай Шәйхулов үҙе тере булһа, ете балаһының, ейән-ейәнсәрҙәренең өлгәшкән уңыштарына, иң мөһиме - тоғро, аҡыллы, сабыр йөрәкле тормош иптәше Сафия Әхмәтша ҡыҙы менән биргән йөрәк һәм ҡул көстәренең, һабаҡтарының мул тәлгәшле емеш биреүенә балаларса ҡыуанып, йылмайып ултырыр ине. Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Рима Йосопова “Бер ваҡыт ҡына” исемле йыры менән башлап ебәрҙе Нурислам ағай мәрхүмдең тормош иптәше, балалары менән таныштырыуҙы.

Ватаныбыҙҙың ҡайһы тарафтарында йәшәһәләр ҙә, ниндәй генә һөнәр эйәләре булһалар ҙа, етәүһе лә атай-әсәйҙәренең иң яҡты, иң матур, сағыу булмыштарына тоғролар, кешеләр араһында ҡайнап-янып йәшәйҙәр. Рима Ҡунаҡбай ҡыҙы берәм-берәм педагог-яҙыусының балаларына туҡтала, һәр берәүһенең һөнәрен барлай. Баш балалары Зифа 37 йыл уҡытыусы, балалар баҡсаһы мөдире булып эшләгән, хәҙерге ваҡытта хаҡлы ялда.Гөлсөм - һөнәре буйынса тарих уҡытыусыһы, Манышты урта мәктәбе директоры вазифаһынан хаҡлы ялға сыҡҡан, Ләлә - Белорет икмәк комбинатында 30 йыл кондитер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, «БР Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең атҡаҙанған эшсеһе“исеменә лайыҡ булған, Зилә - 35 йыл балалар баҡсаһында - методист, мәктәптә психолог булып эшләгән. Улдары Әмир төрлө урындарҙа эшләгән ирекле рәссам, Рамазан – рәссам-педагог, педагогия фәндәре кандидаты, бөгөнгө көндә Нижневартовск дәүләт гуманитар университетының живопись кафедраһын етәкләй. Атаһының яҙыусылыҡ таланты ла бирелгән уға: 2008 йылда “Тамамланмаған этюд» исемле тәүге китабы донъя күрҙе. Айгөл шулай уҡ атаһы юлын һайлаған, Рәсәйҙең төрлө өлкәләрендә кескәй балаларға белем донъяһын аса. Үҙ һөнәрҙәренең оҫтаһы булған ете шәхескә тағы ла 15 ейән-ейәнсәрҙе, тағы ун бишләгән бүлә-бүләсәрҙе лә өҫтәһәң...Сафия инәй яғынан да талантлы, даланлы заттар бик күп. Мөхәррәм Әхмәтша улы Сәлимов ҡына ла етмеш төрлө һөнәргә эйә. Күҙ ҡамаштырырлыҡ матур, ҡосаҡ та етмәҫлек гөлләмә килеп сыға түгелме ни! Ә балаларының татыулығына аҡ көнләшеү менән ҡарайҙар уларҙы белгәндәр. Әсәйҙәре Сафия инәй оло ҡыҙы Зифа менән бынан ун йыл элгәре Сосновка ауылына килеп төпләнеп, бына тигән донъя ҡороп, һаман да инә ҡаҙҙай барса балаларын йыйнап, ҡурсып, кәңәштәрен биреп, Хоҙай тәғәләнән һорап ҡына ултыра.

Арабыҙҙа ултырған Сафия инәй тормош иптәшенә үҙе теләгәнсә ижад итеү, һөнәре буйынса ең һыҙғанып тулы ҡанлы эшләү өсөн бөтә мөмкинлек, шарт булдырған, донъя йөгөнөң бөтә ваҡ-төйәген, балалар ҡарауҙың, мал-тыуар тәрбиәләүҙең дә тос яғын үҙ иңенә һалған. Нурислам Шәйхуловтың ижадында тормош иптәше Сафия Әхмәтша ҡыҙының өлөшө бик ҙур. Әйҙәгеҙ, бөгөн хөрмәтле, оло йөрәкле әсәгә, ихтирамлы һәм абруйлы ағинәйгә рәхмәт әйтеп бүләк тапшырайыҡ, - тип, китапхана мөдире Ғилә Рауил ҡыҙы Сафия инәйҙең яурындарына сәскәле шәлъяулыҡ һалды.
Ғүмерен китап, мәғрифәт, әҙәбиәт донъяһына бағышлаған китапханасы Ғилә Рауил ҡыҙы Нурислам Шәйхуловтың ике хикәйәһенә ентекле анализ яһаны. «Яҙыусының ҡыҫҡа ғына хикәйәлә күтәреп сыҡҡан темаһының Кешелек өсөн мәңгелек хәҡиҡәт булып, һәр заманда ла үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү көсөнә эйә булыуы ҡиммәтле. Был әҫәрҙе Нурислам ағай йөрәге аша үткәреп, үҙен уратып алған кешеләрҙең, балаларҙың холоҡ-фиғелдәрен яҡшы өйрәнеп яҙған. Уның бер әҫәрен дә тыныс ҡына уҡып булмай», тип, әҫәрләнеп һөйләне Ғилә Рауил ҡыҙы.
Иманым камил, ауыл китапханаһында был ҡәҙәр ҙә йылы, ябай, ысын ауылса ғына күңелле, иҫ китмәле күтәренке хәтер кисәһе булғаны юҡтыр. Хәҙер һүҙҙе ҡунаҡтарға, туғандарға, балаларға бирәйек һәм Нурислам Фәтҡолислам улының ҡырҡ ҡырлы талантлы һәм яп-ябай асыҡ күңелле, алдынғы фекерле кеше булыуына тағы бер ҡат инанайыҡ.

“Бер һүҙле, ныҡышмал кеше”
Ҡайныма Хоҙай Тәғәлә күп төрлө талант менән бергә ныҡышмаллыҡ та биргәндер. Тәүге хикәйәләрен дә иң беренсе уҡыусы булдым. Яҙышыуға ул бик етди ҡараны, һәр бер эшен теүәл итеп тамамланы. Республика уҡыусыларына киң билдәле хикәйәләр яҙыусы, Яҙыусылар союзының әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәшит Солтангәрәев Нурислам Шәйхуловҡа яуап хат яҙа,- тип башланы хәтирәләрен әҙиптең кейәүе, хәҙер үҙе лә ҡәләмгә ныҡлап тотоноусы Мансур Һиҙиәтов.
Хатты ул тулыһынса уҡып ишеттерҙе. Ысынлап та ундағы һәр һөйләм башлап яҙыусының ҡәләмен башҡаса күтәрмәҫлек итеп төшөрә һуғырлыҡ. Н.Шәйхуловтың был хатҡа шул тиклем йәне әрнегәндер, хатта бер нисә урында килешмәүен белдереп, аҙағында, барыбер яҙасаҡмын, минеңсә буласаҡ, тип ҡуйған.
Ул заманда юл юҡ, поезд һирәк кенә йөрөй. Шул ғазаплы юлдарҙан ҡайным нисәмә тапҡыр яҙмаларын ҡосаҡлап Өфөгә китер ине, тикшертеп тағы әйләнеп ҡайта, төн йоҡламай хикәйәләрен яңынан ҡарап, өҫтәп, камиллаштырып, тағы аҙаплы юлға сыға. Ниндәй рух көсө, ныҡышмаллыҡ кәрәк булған уға тип уйлап әле лә иҫем китә. Рәшит Солтангәрәевтың ҡаты тәнҡитенә яуап итеп, бер-бер артлы китаптары сығып өлгөрҙө үҙе тере саҡта. Ысын ир, беҙең өсөн күп яҡлап матур үрнәк, иптәш тә була белде.

Белорет ҡалаһының тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы директоры Миләүшә Фәхретдинова ла олатаһы тураһында йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты:
Олатайымдың үҙ ҡулдары менән төҙөгән уңайлы, биҙәкле, буяулы йорт-ҡураһын, һүрәт төшөрөлгән аҡ мейесте, шау сәскәле сабынлыҡтарын йәйге каникул һайын һағынып ҡайта инек. Ул беҙҙе шул тиклем яратып, һәр беребеҙгә яраҡлы ғына иттереп һәнәктәр, көйәнтә-биҙрәләр, тырмалар яһап бирә лә, һамаҡлап-таҡмаҡлап, көйләп-яйлап ҡына бесән әйләндереп-йыйырға, сабырға өйрәтте. Ул беҙҙең өсөн иң бөйөк рәссам да ине. Бер ваҡыт олатайым ҙур иттереп Лениндың портретын төшөрҙө. Ауыл клубына ҡуйыласаҡ портретты буяшыуҙа , әлбиттә, беҙ ҙә ҡатнаштыҡ. Аҙаҡтан ҙур шатлыҡ һәм ғорурлыҡ менән: “Ленин портретын беҙ олатайым менән төшөрҙөк!», тип, маһайып йөрөгән хәтерҙә. Олатайым хатта утынды ла матурлап, үҙенсә генә сәнғәти итеп өйҙөрә торғайны. “Һеҙ буласаҡ ҡатын-ҡыҙҙар, тимәк, һәр эшегеҙҙе матур, кешеләр һоҡланырлыҡ итеп эшләргә тейешһегеҙ”, тиер ине шул утындарҙы ҡупшылап өйгән саҡта. Өләсәйемдәрҙең йылы өйөндә барыбыҙға ла урын да, аш-һыу ҙа, яратыу һәм иғтибар ҙа етте. Рәхмәтлебеҙ олатайыбыҙға, өләсәйебеҙгә, уларҙың тормош һабағы башҡарған эшебеҙҙә лә, көндәлек тормошта ла сағылыш таба, беҙҙең балаларға ла күсә.

“Ысын остаз, алдан күреүсе уҡытыусы булды»
Ошондай һүҙҙәр менән башланы үҙҙәренең сығышын Магнитогорскиҙан килгән ҡунаҡтар, Нурислам Шәйхуловтың уҡыусылары, апалы-һеңлеле Рәмзиә һәм Мәрзиә Кәлимулла ҡыҙҙары.
Нурислам ағай кеүек уҡытыусылар бик һирәктер, сөнки ул үҙе нимә белә, шуны ихласлап өйрәтергә тырышты, беҙҙе кешеләргә ҡарата мәрхәмәтле итеп тәрбиәләне. Тик ул уҡытҡан осорҙа мәктәп шаулап торҙо: походтарға йөрөттө, ҡул эштәренә конкурстар ойошторҙо, үҙе үк хеҙмәт дәресендә һырлап-буяп ағас әйберҙәр эшләргә өйрәтте, хатта “тарзанка»ла һикертте, ә инде баян, уҡытыусыбыҙ үҙе эшләгән скрипкала, мандолинала, ҡурайҙа уйнарға өйрәтеүен әйтәһе лә түгел, - тип тулҡынланып һөйләй үҙе лә һыҙҙырып баянда уйнап, моңло итеп йырлаусы Мәрзиә Мөхәмәтова.
Хоҙайбирҙенән сыҡҡан ауыл балаларыбыҙ, бер ни күрмәй үҫтек, ә Нурислам ағайыбыҙ беҙҙе баш етмәҫлек үрҙәргә әйҙәне, белмәгән-күрмәгән яңы һөнәрҙәр өйрәтте, - тип дауам итте һеңлеһенең һүҙен Рәмзиә-Заһира Ишмырҙина. - Ҡурсаҡ театры, аккордеон, скрипка – былар ниндәйҙер мөғжизә иленән ине беҙҙең өсөн, ә ул ысынбарлыҡҡа әйләндерҙе ошо әкиәти әйберҙәрҙе. Ысын уҡытыусы, тылсым эйәһе, мөғжизә тыуҙырыусы ине ул. Иҫ киткес талапсан да булды. Юҡ, уҫал түгел, талапсан. Мин математика фәнен үлеп яраттым, ә ул гелән миңә “4» билдәһе ҡуя. Аңламайым, тырышам ,үҙаллы мәсьәләләр сисәм, һәм, тағын дүртленән уҙмайым. Ағай миңә:”Заһира, башыңды нығыраҡ эшләт, тырыш, һин булдыраһың», ти. Ул беҙҙең һәләтте күрә һәм нәҡ дөрөҫ ысулдар менән уны үҫтерә белгәнлегенә әле хайран ҡалам. Мин хәҙер хаҡлы ялға сыҡтым, шулай уҡ шиғырҙар яҙам, Мәрзиә менән икебеҙ ҙә баянда һыҙҙырабыҙ, руль артында ла саябыҙ, зырлатып йырлап та ебәрәбеҙ. Беҙҙең шулай төрлө яҡлап асылыуыбыҙҙа Нурислам ағай мәрхүмдең өлөшө бихисап ҙур. Бер ыңғайҙан мәңге йәмәғәт, мәктәп, төндәрен яҙыу эшенән бушамаған ағайыбыҙҙың ныҡлы тылы – Сафия инәйгә сикһеҙ сабырлығы, күндәмлеге, тәрән аҡылы, оҫталығы өсөн ҙур рәхмәт.

Күп йыдар Магнитогорск башҡорттары ҡоролтай комитетын етәкләгән, хәҙерге ваҡытта ветерандар советы рәйесе булып торған элекке данлыҡлы металлург , Айыс ауылынан сыҡҡан ир-уҙаман, профессиональ артистарға биргеһеҙ моңло, көслө тауышлы йырсы, баянсы, бейеүсе Мәүлит Шәйхетдин улы Ишмырҙин тормош юлдашы Рәмзиә Кәлимулла ҡыҙы, балдыҙы Мәрзиә менән өсәүләп тә, яңғыҙ ҙа тотош концертҡа торошло йырҙар башҡарҙылар, бейенеләр. Шулай уҡ ҡырҡ төрлө талант эйәһе, үҙ халҡының тоғро улы Мәүлит Шәйхетдин улы был кисәгә килеп юлығыуына ҡыуанысын белдерҙе, саҡырыусыларға, Сосновка ауылы мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәренә, китапхана мөдиренә ҙур рәхмәт әйтте.

“Күҙ йәшһеҙ уҡып булмай»
Мәҙәниәт йорто мөдире Земфира Аҙнабаева әҙиптең бер нисә хикәйәһендә балаға атай һөйөүенең ни ҡәҙәр көслө булыуы темаһын асып бирҙе. Тормош иптәше, шиғриәт донъяһына ғашиҡ, шулай уҡ оло, наҙлы йөрәкле атай Мәүлит Кәримов менән Нурислам Шәйхуловтың бер хикәйәһен нисек итеп уҡыуҙарын бәйән итте Земфира Фәтҡуллина. Хикәйәнең йәнде ҡырҡҡа телгесләп ала торған өҙөгөн күңеле аша үткәреп, ысын атистарса оҫта итеп уҡып ишеттереүе тамашасыны тетерәндерҙе һәм күптәр өсөн яҡташыбыҙҙың талантын яңынан асырға ярҙам итте. Бер хикәйәһенең хикмәте шунда: геройҙарының өсөһө лә ошо кисәлә ултыра.Улар ҙа хәтирәләргә бирелеп, көлөшөп иҫкә алдылар ул ваҡиғаны. З.Аҙнабаева Нурислам ағайҙың һәр бер хикәйәһендә кеше-ара мөнәсәбәттәрҙә, кешенең үҙе адында намыҫлылыҡ, выждан ғазабы, йән тетрәнеүҙәре аша дөрөҫлөктө табыу кеүек ҡиммәттәрҙең иҫбатланыуын әйтеп үтте.

Сосновка мәҙәниәт йорто һәм китапхана бер төптән әҙерләп үткәргән кисә күңел танһыҡлаған киске ултырыу, бергәләшеп китап уҡыу, йә иһә туғандар йыйылған ғаилә табыны кеүек утте. Рәсми бүлек тамамланыуға ҡуш өҫтәлдәр ҡуйылды, әкиәттәгеләй мул һыйлы ашъяулыҡ йәйелде. Кисәне баштан уҡ оҙата килгән йыр-бейеү, баян моңо тынманы. Аяҡтарына ап-аҡ йөн ойоҡ, ялтыр галош кейгән ағинәйҙәр, заманында берәүгә бил бирмәгән баһадир Истамғол аҡһаҡал да өҙҙөрөп уйнаған баян моңона төшөп бейеп, “һөйәк күрһәтеп” алдылар. Өҫтәл өҫтөн Нурислам ағайҙың ҡыҙы Ләлә Һиҙиәтованың оҫта ҡудары менән “Һағындырыр һандуғасы» исемле китап итеп бешерелгән ҙур торт биҙәй. Ошондай күңел киңлеге һәм йылыһы бөркөп торған кисә ахырында Истамғол Ғәлимйәнов һүҙ алды һәм: “Күпме йәшәп, Аллаға шөкөр туҡһанымды ваҡланым, былай матур кисәне күргәнем булманы. Яҙыусы үҙе шулай киң ҡоласлы кеше булғандыр, шуға кешеләр ҙә асылды. Һалйап ҡына саҡырылған ҡунаҡтарығыҙ – алтынға бәрәбәр, һөйләгән һүҙҙәре лә, ул бейеү, ул йыр тиһеңме, торғаны бер һәләттәр күргәҙмәһе”, тип, оло рәхмәтен белдерҙе.

Нурислам Шәйхуловтың нимәгәлер һаман да риза булмау, эҙләнеү, донъяны аҡ һәм пак итеп, юғары камиллыҡта итеп күрергә теләүен күрһәткән моңһоу ҡараштары яҙылып, үҙе һалып ҡалдырған изгелек, матурлыҡ орлоҡтарының емеш бирә башлауын күреүҙән йөҙө балҡып, йәне тынысланып ҡалғандыр, моғайын. Ана лаһа, хәҙер балаларының балалары талантлы булып үҫеп, илгә хеҙмәт итә, олатайҙарын онотмайҙар, өләсәйҙәренең тупһаһын һыуытмайҙар. Ошо түгелме ни бәхет? Уның әйтеп бөтөрөргә өлгөрмәгән һүҙен ейәнсәре Рәшилә, Гөлназ, Миләүшә, йә булмаһа улы Рамазан, ҡыҙы Гөлсөм әйтер, музыка ҡоралдары ла тын тормай, араларында һоҡланғыс фотографтар ҙа, рәссамдар ҙа бар. Еҙнәһенең һөнәрҙәренә һоҡланыуҙан үҙе лә сәнғәткә тартылған һәм хәҙер моң даряһында йөҙөп йөрөгән Мөхәррәм Сәлимов, ҡайныһы өлгөһөндә ҡулына ҡәләм алған кейәүе Мансур Һиҙиәтовтарҙы ғына алһаҡ та, Нурислам Шәйхуловтың ниндәй көслө шәхес, оло талант эйәһе, иҫ киткес ойоштороусы булыуына инанаһың.
Һүрәттә: кисәнән күренештәр.
Зилә Абзалова.
Оставить комментарий