«Саф күңелең һаман иҫтә» тип аталды яҙыусы Зөлфәр Хисмәтуллиндың хәтер кисәһе

Ошо көндәрҙә Сермән ауылының Яныбай Хамматов исемендәге модель китапханаһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яугир-яҙыусы Зөлфәр Фазылетдин улы Хисмәтуллиндың ижадына арналёан, хәтер кисәһе үтте. Унда Өфө ҡунаҡтары - филология фәндәре докторы, яҙыусы, профессор, ғалим Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Сабир Нәғим улы Шәрипов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Радик Закирйән улы Хәкимйәнов, «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе Айгиз Баймөхәмәтов, Зөлфәр Хисмәтуллиндың ҡыҙҙары ғаиләләре менән һәм ауылдың абруйлы кешеләре ҡатнашты.

Хәтер кисәһен асып, модель китапхананың мөдире Зилә Истамғол ҡыҙы Фәхрисламова менән ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлнур Мусина ҡунаҡтарҙы тәбрикләне. Ауылдың шәхестәргә бай тарихы менән таныштырып, Зөлфәр Хисмәтуллиндың тормош юлына байҡау яһанылар. Яҙыусының шәхси китапханаһынан алынған һәм ҡәләмдәш дуҫтары бүләк иткән китаптарҙан, матбуғат баҫмаларынан, үҙенең ҡулъяҙмаларынан төҙөлгән күргәҙмә Зөлфәр Хисмәтуллиндың ижадының тослоғон тағы бер ҡат иҫбатланы. Ауылдың «Хәтирә» фольклор ансамбле, музыка мәктәбе бейеүселәренең сығышы, кисәне музыкаль яҡтан биҙәһә, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең З. Хисмәтуллиндың «Уртаҡ фекер» юмористик әҫәрен сәхнәләштереүе тамашасы күңеленә хуш килде. Артабан йыраҡ араларҙы яҡынайтып, яугир-яҙыусыны хөрмәтләп, ҙурлап килгән ижадташтарына һүҙ бирелде. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина Зөлфәр Хисмәтуллиндың яҙыусылар союзының архивында һаҡланған ҡулъяҙмаларының күсермәһен ҡомартҡы итеп китапхана фондына тапшырҙы һәм, ауылдың социаль мәҙәни үҙәгенең бер мөйөшөндә райондың шәхестәренә арналған әҙәби музей булдырһағыҙ, ине, тигән теләк белдерҙе. Шулай уҡ кисәне ойоштороусыларға Башҡортостан яҙыусылар союзы исеменән оло рәхмәтен белдерҙе һәм яҙыусылар идаралығынан бүләк итеп, ауыл китапханаһына китаптар, буклеттар тапшырҙы.

«Был матур хәтер кисәһен «Карауанһарай» йыры менән башларһығыҙ, тип көткәйнем. Һүҙемдең мәғәнәһе шунда – бер мәл Зөлфәр ағай менән һөйләшеп ултырғанда иң яратҡан йыры тураһында һораным, ул миңә, минең яратҡан йырым - «Карауанһарай», тип яуап биргәйне. Ҡыҙыҡһынып ул йырҙы тыңлап ҡараным. Шул саҡтан алып «Карауанһарай» минең дә иң яратҡан йырыма әйләнде. Ул кешелеклелеге, ябайлығы, изге йөрәкле булыуы менән минең күңелдә ҡалған», - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Мирас Иҙелбаев. Һәр яҙыусы хәтер һандығын асып, яугир-яҙыусыға булған йылы тойғоларын еткерҙе һәм иҫтәлектәре менән бүлеште.

Яҡташыбыҙ Сабир Шәрипов яҙыусы Зѳлфәр Хисмәтуллиндың матур телдә аңлайышлы, ҡыҫҡа итеп яҙыуына һоҡланды. Уның әҫәрҙәре башҡорт теленең бай ҡомартҡыһы булыуын әйтте һәм баҫылмай ятҡан ҡулъяҙмаларын туплап, китап итеп сығарырға кәрәк тигән тәҡдим индерҙе. Ауыл китапханаһына китаптар бүләк итте. Шулай итеп, кисәлә яугир-яҙыусы хаҡында бик күп йылы һүҙҙәр ишетеп, уның әҙәбиәт донъяһына ҙур өлөш индергән ижадсы ғына түгел, ә оло йөрәкле, ярҙамсыл, бик яҡшы кеше булыуын да белдек.

Атайыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уны яратабыҙ, беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙҙе шундай ҙурлағандары һәм уны иҫләп, ихтирам итеп ошондай матур әҙәби кисә ойошторғандары өсөн алып барыусыларға, ауыл халҡына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, - тине ҡыҙҙары – Зөлфиә менән Ғәлиә. Кисәнән һуң, ҡунаҡтар Сермәндең Социаль мәҙәниәт үҙәге һәм мәктәп музейҙарын ҡараны.
Нурия Шәрипова.
Эльза Мөхәмәҙиева фотолары.
Оставить комментарий