Батырҙар үлмәй

Герой. Батыр. Ҡыйыу. Ҡаһарман...
Кемдәр улар? Ҡайҙа тыуғандар һәм үҫкәндәр? Ниндәй батырлыҡ күрһәткәндәр һәм ниндәй награда алғандар икән?
Наградалар һәм геройҙар тураһында ҡайһы ваҡыт бәхәстәр ҙә килеп сыға. Кемдер, мәҫәлән, ҡапыл ктмәгәндә осраҡлы ғына бер күренекле ҡылығы ѳсѳн орден алһа, ә кемдер ысын батырлығы ѳсѳн ҡыҙыу һуғыштың аҙағынаса билдәләнмәй ҡала.
Ә бына 1942 йылда үҙ теләге менән һуғышҡа 18-20 йәшлек 48 Белорет ҡыҙының китеүе һәм Сталинград ҡан ҡойошонда ҡатнашып, тағы ла ѳс йыл һуғышып Берлинға барып етеүе геройлыҡ түгелме ни? Ә наградалар менән был ҡыҙҙарҙы артыҡ ҡотортманылар шул. Улар ирҙәр менән бер рәттән һуғыш ауырлығын күтәрҙе.

9 декабрь - Рәсәйҙә Геройҙар кѳнѳ билдәләнә. Илебеҙ Президенты В.В. Путин тарихҡа ҙур иғтибар бирә һәм хәрби байрамдарҙың бермә-бер артыуы шуның емеше. Был сараларҙың тѳп маҡсаты - йәш Рәсәй граждандарын патриотик рухта тәрбиәләү, илебеҙ тарихын тѳплѳрәк ѳйрәнеү.
Эйе, Рәсәйҙең Бер мең йылдан ашыу тарихында ниндәй генә һуғыштар, боларыштар, имтихандар булманы. Һәр замандың, дәүерҙең үҙ батырҙары була. Элек уларҙы һуғыш ҡоралдары менән бүләкләгәндәр, ер биргәндәр.
1698 йылда Петр I Рәсәй тарихында беренсе орден булдыра. Ул изге Андрей ордены тип атала. Ошо ваҡыттан Рәсәйҙең ордендар һәм миҙалдар тарихы башлана ла инде.
1769 йылда Әбей батша Екатерина II Изге Георгий орденын раҫлай.
1812 йылғы Ватан һуғышы халыҡ хәтеренә мәңгелеккә һеңеп ҡала. Башҡорттар был һуғышта ҡатнашыуы менән һәр саҡ ғорурланған һәм был күренеш күп йырҙарҙа сағыла. Бер нисә башҡорт яугире Изге Анна һәм Изге Георгий ордендарына лайыҡ була, бѳтәһе лә тиерлек һуғыш иҫтәлегенә кѳмѳш миҙалдар тағып ҡайта.
1917 йылда Совет власы бѳтә элекке наградаларҙы һәм чиндарҙы юҡҡа сығарҙы.
1918 йылда Граждандар һуғышы башланғас, Ҡыҙыл Армия һуғышсыларын дәртләндереү ѳсѳн беренсе Совет ордены булдырыла - Ҡыҙыл Байраҡ ордены.
Ҡыҙыл Байраҡ орденының иң беренсе кавалеры В.К. Блюхер. Белорет ҡалаһынан башланған легендар рейды ѳсѳн наградлана ул. Совет Республикаһының иѳ беренсе Геройы тип әйтер инем мин В.Блюхерҙы. Артабан ул 1935 йылда беренсе СССР маршалы исемен ала. Әммә 1938 йылда репрессиялана һәм үлтерелә.
1934 йылда Советтар Союзы Геройы исеме булдырыла.

Башҡортостандың иң беренсе Советтар Союзы Геройы исеменә Белорет егете Сухов Иван Степанович лайыҡ була. Ул 1907 йылда Белорет Заводы ҡасабаһында тыуа. IV класс тамамлай. Ябай тимер юл эшсеһе, заводта эшләй. 1928 йылда армияға алына, летчикка уҡый. 1938 йылда япон-ҡытай һуғышындағы батырлыҡтары ѳсѳн Герой исемен ала. Артабан совет-фин, Бѳйѳк Ватан һуғышын үтә - шулай 7 йыл самолеттан сыҡмай полковник.
1976 йылда Мәскәүҙә үлеп ҡала.
Бѳйѳк Ватан һуғышында Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары араһынан берҙән-бер Советтар Союзы Геройы - Мәғүбә Хәсәйен ҡыҙы Сыртланова (1912-1971й.й.) Бәләбәйҙән.

Ул 780 хәрби осош яһаған, дошманға 190 тонна бомба ырғытҡан. Ысын Герой! Ғорурлыҡ!
Ә бит ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең Герой икәнен дә белмәй һәләк булып ҡалдылар. Мәҫәлән, Зѳбәй Үтәғолов. Белорет районы Баҡый ауылынан. 1943 йылдың 15 ғинуарында ҡамауҙа батырҙарса һәләк була. 1943 йылдың 31 мартында Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ундайҙар бихисап. Александр Матросов (Шәкирйән Мәхәмәтйәнов) ѳс кѳн һуғышып ѳлгѳрә, Герой, беҙҙең яҡташ!
Ә күпме хәбәрһеҙ, эҙһеҙ юғалыусылар. Наградалар үҙ геройҙарын табып бѳтмәгәндер әле, күрәһең.
1943 йылда һалдаттар һәм сержанттар ѳсѳн иң почетлы ѳс дәрәжәле Дан ордены булдырыла. Был орденды бер тапҡыр алыу үҙе батырлыҡ, ике тапҡыр – бик һирәк эләгә, ә ѳсѳнсѳ тапҡыр алыу - хәрби мѳғжизә һаналған. Беҙҙең ҡалала Дан орденының тулы кавалеры бер генә кеше - Иван Иванович Масьянов. Уларҙы Советтар Союзы Геройына тиңләйҙәр.
И.И. Масьянов (1907-1969 й.й.) разведчик була. Күп тапҡырҙар дошман тылына кереп “тел” алып ҡайта. Һуғыштың башынан аҙағынаса үтә, ѳс Дан ордены ала һәм иң ҙур батырлығы - тере ҡайта. Белоретта йәшәй. Тирләндә ерләнә.
1945 йылдың яҙы, апрель. Берлин. Бер нисә кѳндән һуғыш тамамланасаҡ, уға шик юҡ. Һәр һалдат йѳрәге ярһып тулҡынлана... Еңеү Байрағын кем ҡаҙар икән Рейхстаг башына? Награда ла иң юғары бит - кем беренсе – Советтар Союзы Геройы. Бѳтәһе 9 Еңеү Байрағы таратып бирелә (9 дивизияға). Мишкә районы егете Ғазий Заһитов та Рейхстаг янында иптәштәре менән әҙер тора. 30 апрель. Кис. Ғ. Заһитов тѳркѳмѳ беренселәрҙән Рейхстагҡа бәреп инә, дошман аяуһыҙ ҡырыла, күптәр һәләк була. Еңеүгә бер нисә сәғәт кенә ҡалғас, Заһитов та яралана, күкрәген пуля тишеп үтә. Әммә улар ѳҫкѳ ҡаттарға күтәрелеп, ҡыйыҡҡа сығып 22 сәғәт 40 минутта Рейхстаг башындағы куполға Еңеү Байрағын беркетәләр. Капитан В.Маков шунда уҡ рация аша был турала хәбәр итә, хәбәр ҡабул ителә (документ һаҡланған). Заһитов ҡанһырай-ҡанһырай таңға тиклем Байраҡты һаҡлай.
Әммә 1 майҙа рәсми рәүештә Егоров менән Кантария Еңеү Байрағын ҡаҙаған тигән приказ еткерелә. Улар икеһе лә Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Ә шулай ҙа Ғазий Заһитов беҙҙең ѳсѳн ысын Герой булып ҡаласаҡ.
Бѳтә донъяға һуғыштың тамамланыуын белдергән данлы Бѳйѳк Еңеүҙең Ҡыҙыл Байрағын ҡаҙауҙа беҙҙең яҡташыбыҙ Ғазий Заһитов ҡатнашҡан. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ!
1953 йылда ут-һыу үткән Ғ.Заһитов 32 йәштә генә кѳтмәгәндә аварияға осрап һәләк була.
Ә генерал М.М. Шайморатов герой түгелме ни? Әлбиттә, герой! Уның Башҡорт кавалерия дивизияһынан 76 яугир Советтар Союзы Геройы булды. Тик үҙе батырҙарса һәләк булһа ла, Герой исеме бирелмәй ҡалды. Ул һәләк булғас, дивизияның командиры итеп Г.А. Белов ҡуйыла, күп тә үтмәй уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Эйе, беҙҙең геройҙарыбыҙ бик күп, меңдәрсә. Был бик данлы. Һәр береһе тураһында китап яҙырға була.
Эйе, беҙҙең тарихта хаталар ҙа аҙ булманы. Ғәҙелһеҙлектәр. Сәйәси һәм хәрби яңылышлыҡтар. Илебеҙ етәкселәре үҙҙәре шуға юл ҡуйҙы. Ҡайҙа һуң беҙҙең Муса Мортазин - ул башҡорттоң беренсе ҙур генералы булырға тейеш ине!? Ә башҡа күпме билдәле шәхестәребеҙ?..
Шулай уҡ халыҡ батырлығы (массовый героизм) тигән тѳшѳнсә лә бар. Ныҡлы тыл булмай тороп, еңеү ҙә яулап булмай шул. Халҡыбыҙҙың рухы һынманы, ул кѳнѳ-тѳнѳ эшләне, ашатты, кейендерҙе, ҡорал эшләне һәм Еңде. Бына бит ул герой халыҡ! Был Еңгән Халыҡ етешле һәм ғорур йәшәргә хаҡлы...
Еңеү беҙгә еңел бирелмәне. Еңеү ѳсѳн беҙҙең халыҡ бик ҡиммәт хаҡ түләне, иҫ киткес ҡиммәт! 27 миллион кеше ғүмере! Әле һаман да уның шаңдауы килә һәм дауам итәсәк әле.
Еңеү маршалы Жуковҡа һорау биргәндәр: “Һуғышта кем еңде?”
“Һалдат!” - тип яуаплаған ул.
Мин “һалдат” эргәһенә халыҡ тип ѳҫтәр инем.
90-сы йылдарҙа Рәсәй империяһының ордендары, традициялары, символдары кире ҡайтарылды, яңы Рәсәй наградалары барлыҡҡа килде. Яңы Рәсәй, яңы геройҙар...
Яңы геройҙар тыуһын ѳсѳн элекке геройҙарға иғтибарлы булырға кәрәктер.
Юлай ҒИЛМАНОВ.
Белорет
Оставить комментарий