«Мин тере ҡалдым һәм еңеп сыҡтым»

Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдин улы Ямалетдиновтың тыуыуына 5 майҙа 100 йылыуы (ҡәбер ташындағы яҙыу буйынса 5 май, ә хәрби билетында яңы стиль буйынса 20 апрель 1914 йыл) беҙҙең Шығай ауылы, Белорет ере, хатта Башҡортостан ѳсѳн иҫтәлекле кѳн. Белорет ере ѳсѳн тип баҫым яһайым, сѳнки район һәм ҡалабыҙҙың ун ѳс Геройы араһында тик Шаһи Ямалетдинов ҡына Белорет ерендә ерләнгән, ә ҡалғандары иһә дәһшәтле һуғышта башын һала, йә иҫән-һау еңеп ҡайтһалар ҙа, һуңғы тѳйәктәре Белорет еренән ситтә.

Геройҙың юбилейы айҡанлы Шаһи Ямалетдиновтың батырлығын тағы ла юғарыраҡ баһалау ѳсѳн ҡәберлек ташын гранитҡа алыштырып, Шығай Мәктәбенә мемориаль таҡта ҡуйырға һәм яҡын киләсәктә Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған һәйкәлдәр комплексы янына Геройҙың бюсын урынлаштырырға ҡарар итте. Шулай уҡ сессияла Шығай мәктәбенә Шаһи Ямалетдинов исемен биреүҙе юлларға кәрәк тип табылды. Депутаттарҙың был ҡарарын сессияла ҡатнашыусы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.С.Теләүбаев та хупланы һәм үҙ яғынан мѳмкин тиклем ярҙам итерен белдерҙе.

Данлы башҡорт улдары
Шығай ауылы районыбыҙҙың бик матур урынында – Кѳньяҡ Урал тауҙары теҙмәһе буйында урынлашҡан: кѳньяҡ-кѳнсығышта мѳһабәт Рәз ташы, кѳньяҡта - Аҡбейек һәм Ҡағыташы күренә, ә кѳнбайышта Шығайға терәлеп Оҙонғор һәм Ҡыраҡа тауҙары һуҙылған.
Ошондай сихри тәбиғәтен дошманына бирмәү тойғоһо менән алышҡан Шығай батырҙары: данлыҡлы ҡурайсы, снайпер, «Батырлыҡ ѳсѳн», «Хәрби ҡаҙаныштары ѳсѳн» миҙалдары, I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры һәм алтмыш дүрт фашистың башына еткән Рәхәдил Хәлфетдинов, Чехословакия ерен азат иткәндә Ҡыҙыл Байраҡ орденына һәм башҡа хәрби наградаларға лайыҡ булған Хѳсәйен Әбүталипов, һалдат ѳсѳн иң данлы награда - «Батырлыҡ ѳсѳн» миҙалдары кавалерҙары Әбделвәли Ғәлиуллин, Һарун Харисов, Манаф Хажин, Хәсән Әйүпов һәм башҡалар. Һуғыштың башынан аҙағына тиклем фронтҡа йѳҙҙән ашыу яугир алынған. Шуларҙың 70 тирәһе Еңеүҙе күрмәй, беҙҙең азатлыҡ ѳсѳн башын һалған. Уларҙың, моғайын, күбеһе тѳрлѳ дәрәжәләге хәрби наградаларға лайыҡ булғандыр.., ләкин уларҙы асыҡлау бѳгѳнгѳ кѳндә мѳмкин түгел. Снайпер Рәхәдил Хәлфетдиновтың батырҙарса һуғышыуын бер нисә тапҡыр 1-се Прибалтик фронтының “Пограничник-фронтовик, гәзите яҙып сыға. Ул 1944 йылдың октябрендә батырҙарса һәләк була.

Һуғышҡа тиклем
Шығайҙа тыуып үҫеп, Бѳйѳк Ватан һуғышында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған һәм 1968 йылда тыуған тѳйәгендә ерләнгән Шаһи Ямалетдин улы Ямалетдиновҡа Шығай мәктәбендә мемориаль мѳйѳш эшләнгән. Ул мѳйѳш үҙ ваҡытында мәктәптә эшләп, хәҙер хаҡлы ялда булған Х.Х. Канафин һәм мәрхүм уҡытыусы Р.И. Сайфуллин тырышлығы менән булдырылды. Бѳйѳк Еңеүҙең 30 йыллығына, 1975 йыл, был педагогтар Оборона министрлығы архивынан Шаһи Ямалетдиновтың командиры, капитан Сучков Кондратьевтың уны Геройлыҡҡа күрһәтеүен һәм СССР Юғары Советының уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүе тураһындағы Указының күсермәһен алдырып, бѳгѳнгѳ кѳндәге иҫтәлекте булдырҙылар.

Шаһи Ямалетдин улы Ямалетдиновтың юбилей йылында уның тормош юлына күҙ һалмай булмай. Ул 1914 йылдың 20 (7) апрелендә Шығай ауылында Диңгеҙбикә һәм Ямалетдин Баһауетдиновтар ғаиләһендә донъяға килә. 1928 йылда Шығайҙа асылған беренсе совет мәктәбен, Сермән ете йыллыҡ мәктәбен 1930 йылда тамамлағас, Шығайҙағы изба-читальня (грамотаһыҙлыҡты бѳтѳрѳү мәктәбе) мѳдире итеп ҡуялар. Ѳс йыл эшләгәндән һуң тағы ла ѳс йыл ауыл Советында секретарь вазифаһын башҡара. 1936 йылдың аҙағында Шаһи Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына алына һәм ике йыл хеҙмәт итеп ҡайта. Ауыл Советында секретарь эшен дауам итә. Бѳгѳнгѳ кѳн күҙлегенән, шундай ҡаты һуғыш һѳрѳмѳ еҫе һиҙелгәндә, ауыр репрессия йылдары барғанда, Шаһиға был эшендә ни тиклем ҡатмарлы булыуын аңлатып тороу кәрәкмәй. Шаһи Ямалетдин улын белгәндәр, элегерәк, иҫән саҡтарында, уның күптәрҙе кәрәкле документтар биреп, нахаҡ бәләләрҙән, ҡулға алыуҙан ҡотҡарып ҡалыуын, хәтерләйҙәр ине.

Шығай ауыл Советына бѳгѳнгѳ кеүек, бер нисә ауыл ҡараған була. Эшенә бәйле Шаһи ябай халыҡ менән аралашып йәшәй һәм эшләй. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан кеше булараҡ, халыҡҡа армиябыҙҙың кѳслѳ булыуын, шулай ҙа уяу, кѳтѳлмәгән хәлгә әҙер булыуҙы пропагандалай. Халыҡ, совет хеҙмәткәренә ышанып, киләсәккә ѳмѳт менән йәшәй бирә. Нишләйһең, ѳмѳтлѳ кешенең генә киләсәге бар бит.
Ә бѳтә донъя империализмы бәйенән ысҡынған бурҙай этте - фашистик Германияны Советтар Союзына һѳсләй, дәһшәтле һуғыш машинаһы яйлап беҙҙең ил сиктәренә яҡынлаша.

Ә иртәгә һуғыш ине
1941 йылдың 22 июне таң менән Бѳйѳк Ватан һуғышы тоҡанып та китә. Бронь менән йѳрѳгән Ямалетдинов 1941 йылдың октябрендә һуғышҡа алына, Сталинград һәм II Украина фронттары составында 1053-сѳ полкта орудие командиры булып, күп кенә ҙур ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Ике тапҡыр яраланып та ҡуя.
1945 йылдың мартында II һәм IV Украина фронттары Чехословакия сиген аша сығып, немец фашистарына ҡаршы яңы ҙур һѳжүм әҙерләй. Ә гитлерсылар, ашыҡ-бошоҡ оборона ҡоролмалары тѳҙѳп, ҡаршы торорға йыйына.
Алдағы алыштар беҙҙең ғәскәрҙәр ѳсѳн бик ҡаты, ҡан ҡойғос булмаҡсы ине. Ш.Я. Ямалетдинов хеҙмәт иткән 41-се танк бригадаһы ҙурлығы һәм әһәмиәте буйынса Чехославакияның Прагаһынан һуң икенсе ҡала – Брно янында була.

Батырлыҡ ѳсѳн түгел, ә еңеп, тере ҡалыр ѳсѳн
Алыш ваҡытында батырлыҡ талап иткән үлемесле хәлдәр килеп сыға, ә аҙаҡ, еңеп сыҡҡас, үҙ аҙымыңды анализлап ҡарағанда, уның шул тиклем аяныс булыуын аңлайһың. Шундай мәлдәрҙә ысын патриоттың, һалдаттың ихтыяр кѳсѳ, дѳрѳҫ уйлау, тәүәккәллек кеүек сифаттар асылалыр.
Старшина Ямалетдиновҡа шундай кѳн 45-се йылдың 18 апрелендә килә. Командование бойороғо буйынса, уларҙың батальоны һѳжүм итеп, дошмандың кѳсѳн “ҡапшап ҡарарға” тейеш була. Механик-йѳрѳтѳүсе Лавренов, үҙе орудие командиры, пушкаға снаряд яһаусы Курицын, радист Митин һәм танк командиры лейтенант Сидоренко экипажы баш дозорҙа килеп, фашистарҙың бик кѳслѳ тѳркѳмѳнә юлыға. Попувки ауылы янында фашистарҙың ҡаты ҡаршылығына тап булалар: немецтарҙың биш “Тигр”ы беҙҙең танкка ут аса, ауыл ситендә ныҡ итеп йәшеренгән танкка ҡаршы батарея, тегеләренән ҡалышмай, беҙҙең танкка ут һибә. Ни эшләргә? Кѳстәр тигеҙ түгел. Кире боролорғамы? Ярамай. Дошман, ваҡыттан файҙаланып, оборонаһын тағы ла нығытасаҡ. Кѳстәр тигеҙ булмаһа ла, тәүәккәлләргә кәрәк! Башҡорт әйтмешләй: “Үҙеңде йәлләмә, дошманды юҡ ит!”

Радист аша командованиеға: “Дошманға тап булдыҡ, һѳжүмгә күсәбеҙ!” - тип хәбәр итергә ҡушыла. Т-34, маневрҙар яһап, пушканан, пулеметтан ут асып, фашистарға ташлана. Был ҡан ҡойғос алыш тураһында бик ҡыҫҡа һәм аныҡ итеп бүләкләү ҡағыҙында былай тип әйтелгән:
“... В боях на территории Чехословакии в юго-западном направлении города Брно товарищ Ямалетдинов проявил мужество, решительность и геройство. В рейде на Брно экипаж его танка двигался в головном дозоре. Непрырывно ведя наблюдение, правильно используя местность, экипаж умелыми и решительными действиями прочишал путь для батальона. В рейде у деревни Попувки противник оказал яростное сопротивление. Меткими выстрелами в сочетании с умелым маневром товарищ Ямалетдинов побил два танка и унижтожил три пушки. При дальнейшем продвижении огнем автоматчиков был убит командир танка Сидоренко. Командование танком старшина Ямалетдинов взял на себя. При подходе к населенному пункту Веселки сопротивление противника росло. Особенно активничали истребители танков с ФАУ-снарядами, засевшие на чердаках, в подвалах, и в каналах, которые сильно мешали продвижению машин. На полном ходу, ведя беспрерывный огонь, товарищ Ямалетдинов уничтожил более десяти истребителей с ФАУ-снарядами. Противник выставил танки и артиллерию. Завязался поединок. Поставив машину за укрытие, товарищ Ямалетдинов принял бой с превосходящем по силе противником. После короткого, но ожесточенного боя, было подбито еще три танка противника. Обойдя деревню справа, выйдя в тыл врага, огнем и гусеницами машины экипаж подавил пять пушек. Противник не ожидал такого дерзкого действия одинокого Т-34 и отошел. После ожесточенного боя в течение 4-5 часов товарищ Ямалетдинов со своим экипажем уничтожил пять танков, восемь пушек, три бронетранспортера и более тридцати солдат и офицеров противника. Своим решительным и дерзким действием товарищ Ямалетдинов обеспечил выполнение поставленной задачи батальону, лишив противника возможности дальнейшего сопративления.
Достоин присвоения звания Героя Советского Союза.
Командир 2-го танкового батальона гвардии капитан Сучков-Кондратов.
7 мая 1945 г. ”.

Чехословакияның Брно ҡалаһы ҡапҡаһы алдындағы тиңдәшһеҙ батырлығы ѳсѳн Шаһи Ямалетдинов СССР Юғары Советының 1946 йылдың 15 майындағы Указы менән илебеҙҙең иң юғары наградаһы - Советтар Союзы Геройы исеменә - алтын Йондоҙға һәм Ленин орденына лайыҡ була.
Бѳйѳк Еңеүҙе Герой Проса ҡалаһында ҡаршылай. Әммә Шаһи ѳсѳн һуғыш бѳтмәгән була әле. Уның полкы Япон интервенттары менән һуғышта ҡатнаша. Һуғыш юлын 1946 йылдың йәйендә Порт-Артурҙа тамамлай.
Һуғыштан һуң 40-сы йылдар аҙағында Белорет район Советы аппаратында ике йыл үткән хеҙмәт юлын иҫәпләмәгәндә, ғѳмүмән, Шаһи Ямалетдинов Шығай ауыл Советының алыштырғыһыҙ етәксеһе була.
Ш.Я. Ямалетдинов 1968 йылдың 28 майында яҡты донъя менән хушлаша һәм Шығай ауылында ерләнә.

Быйыл Еңеү кѳнѳндә традицияға әйләнгән Советтар Союзы Геройы Ш.Я. Ямалетдинов призына Күсмә кубок ѳсѳн Шығайҙа 24-се эстафета үтәсәк. Был байрам быйыл бик тантаналы, дѳйѳм халыҡ байрамы булып, Геройҙың туғандарын, район етәкселәрен, ветерандарҙы саҡырып үтер. Геройҙың бюсы ҡуйылып ѳлгѳрмәһә лә, депутаттар сығарған ҡарарҙың 9 Майға башҡа ѳлѳштәре - мемориаль таҡта ҡуйылыр, Ш.Я. Ямалетдиновтың ҡәбере тәртипкә килер, Шығай мәктәбенә уның исеме бирелер, тип ышанғы килә.
И. КАНАФИН,
крайҙы ѳйрәнеүсе.
Шығай.
Оставить комментарий