Шәйех нәҫеле менән осрашыу 15-04-2013, 09:12 / Арҙаҡлы яҡташтар

Шәйех нәҫеле менән осрашыу

Ошо кѳндәрҙә Учалы яҙыусылар ойошмаһы мәшһүр ғилем эйәһе, арҙаҡлы дин әһеле Шәйех Зәйнулла ишандың тыуыуына 180 йыл тулыуға арнап осрашыу үткәрҙе. Осрашыуға ишандың Учалы район-ҡалаһында йәшәгән 4-се, 5-се, 6-сы,7-се быуынға тиклем 20-ләгән туғаны килде. Учалы яҙыусылар ойошмаһының етәксеһе Әҡлимә Сафина Зәйнулла Рәсүлевтең туғандары, уның тураһында яҙылған китаптар менән таныштырҙы.Учалы яҙыусылар ойошмаһы ла майҙа Шәйех тураһында китап сығарыуға әҙерләнә....
Их, һин, тормош ... 28-02-2013, 15:06 / Арҙаҡлы яҡташтар

Их, һин, тормош ...

Их, һин, тормош! Һинең выжданың юҡ, Выжданыңдан мәхрүм итәһең, Берәүҙәрҙе алты кѳмѳштәргә күмеп, Берәүҙәрҙе иртә гүргә илтәһең. Атайым Ризуан Ҡотлобай улы Ҡәҙерғәлин һуғыш һәм хеҙмәт ветераны. Ул “Урал” гәзитенең тәүге (“Ҡатай эшсеһе”, “Металл ѳсѳн”, “Сталинсе”) мѳхәррирҙәренең береһе. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында һәм һуғыштан һуң да гәзитте ҡыйынлыҡ менән яңынан тергеҙеп, эшен дауам иткән. Ошо йылдың 8 мартында атайыма 100 йәш тулыр ине. Атайым иҫтәлегенә мин бер нисә юл яҙып үтергә булдым....
Һыҡы ҡар  яуһа, тымау тейҙерә кеше 1-02-2013, 14:51 / Арҙаҡлы яҡташтар

Һыҡы ҡар яуһа, тымау тейҙерә кеше

Әҙәм балаһы элек-электән тәбиғәт менән килешеп, бер тулҡында йәшәргә тырышҡан. Тулҡындарҙы уртаҡ көйгә көйләгәндә тәбиғәттәге бер үҙгәреш тә, күренеш тә күҙ уңынан ысҡынмаған. Был күҙәтеүҙәрҙән сығып, яҡын араларға һауа торошо билдәләнгән, тәбиғәттә килеп сығасаҡ көтөлмәгән хәлдәр күҙалланған, ауыл хужалығындағы мәсьәләләр хәл ителгән. Тәбиғәт менән аралашыу дәүерендә йыйылған тәжрибә кәрәкле һығымталар яһау өсөн үтә лә мөһим булған. Үкенескә күрә, тәбиғәт менән бер бөтөн булып йәшәүҙе аңлаусылар арабыҙҙа кәмей бара. Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы иһә тәбиғәт менән уртаҡ тел табып йәшәгән ...
Таныш түгел  ерҙә баҫып торам... 11-12-2012, 15:11 / Арҙаҡлы яҡташтар

Таныш түгел ерҙә баҫып торам...

Мине скайп аша күреп белгән ейәнем бик ятһынып торманы, ләкин тәүҙә икебеҙ генә ҡалғанда барыбер мыжып ала ине. Бер кѳнѳ шулай илағанда уйынсыҡтары араһынан флаг табып биргәйнем, илауҙан шып туҡтап: “Америке флаг”, - тип алдымда болғап тормаһынмы... Иҫем китте. Бына ҡасандан тәрбиәләнә илһѳйәрлек!.. Уларға балалар баҡсаһында уҡ иле, уның менән ғорурланыу, символдары тураһында аңлатыу эштәре алып барыла, ә мәктәптә һәр кѳн дәүләт флагын үбеп, илдәрен яратыуҙары тураһында ант итәләр икән. Биш йәштән мәктәпкә әҙерлек курстарына йѳрѳй башлайҙар. Унда һәр ѳй алдына, балконда, хатта зыяратта...
Беҙҙең  Дамир - лауреат! 12-10-2012, 16:58 / Арҙаҡлы яҡташтар

Беҙҙең Дамир - лауреат!

Үткән аҙнала Күгәрсен районында данлыҡлы публицист Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хѳкүмәт премияһы тапшырылды. Билдәле булыуынса, был премия республикабыҙҙың киң матбуғат сараларында эшләүсе иң шәп журналистарға бирелә. Быйыл республика-быҙҙың иң оҫта ҡәләм оҫталарына тәғәйенләнгән юғары баһаға йәмғиәттә граждандың именлеген булдырыу, Башҡортостандың иҡ-тисади үҫеше темаларына арналған мәҡәләләре ѳсѳн «Аманат» журналының яуаплы секретары Дамир Шәрәфетдинов (ул уҡыусыларға «Урал» гәзитендә сыҡҡан мәҡәләләре, хикәйәләре, шиғырҙары аша яҡшы таныш), «Башҡортостанда эшләнгән» радиотапшырыуы һәм...