Аяуһыҙ ҙа булған ул йылдар

Әле генә күк йөҙө ап-аяҙ ине. Ҡайһы арала Рәз артынан болоттар килеп сыҡҡан.
- Атый, ҡарале, Рәз эшләпә кейеп алған. - Миңә ҡыҙыҡ. Бесән ҡайғыһымы ни. Тырмамды бакуйға ырғыттым да, болоттарҙы күҙәтә башланым.
- Ямғыр яуып ебәрмәһә ярар ине лә, - ти атайым. Ул арала һәнәген тотоп, әсәйем килеп етте.
- Уттай ҡыҙыу мәлдә нимә ҡарап тораһығыҙ ул, ана, ҡарағыҙ, болоттары ла килә һалып сыҡты. Әллә ошо Рәз ташына оялағандар ул. - Әсәйем һәнәге менән күккә ҡарап һелтәнеп: - Китегеҙ, ана, Һәсирәләр яғына ағығыҙ, бында яумағыҙ! Китегеҙ, китегеҙ, гурыттың ташын йыуығыҙ! - Ул, әйтерһең,
шулайтып һауанан болоттарҙы ҡыуалай. Үҙе йүгереп йөрөп ҡыҙырымдарҙы бер ергә өйә башланы. Беҙ атайым менән икәүләшеп һаман торабыҙ әле урыныбыҙҙан ҡуҙғалмай.
- Ниңә ҡатып ҡалдығыҙ, ҡоро бесән һыуланып әрәм була бит!
- Атый, беҙ батрактар кулак ҡыҙына эшләй икән ти, ивет, - тинем шаяртып. Атайым өндәшмәй генә һәнәгенә тотондо, әсәйем миңә ҡарап алды ла, тағы йүгерекләй башланы. Ямғыр яуманы. Ҡапыл пәйҙә булған шомло болоттар, ысынлап та, ҡалаға ҡарай китте, һәр хәлдә, Ҡасып килгән яланына һуғылманылар. Бесәнебеҙҙе ҡоролай ғына, йәшел көйөнсә өйөп ҡуйҙыҡ. Эшкә әсәйем бик яндырай.
Ҡабаланып, йүгереп йөрөй, ә атайым ауыр түләк, яй ҡуҙғала, әммә матур итеп, һәр нәмәне ҡойоп ҡуйған һымаҡ эшләп ҡуя. Өй йыһаздарын да үҙе эшләй ине. Ул эшләгән китап кәштәһе, өҫтәл ултырғыстар магазиндыҡынан һис тә ҡалышманы. Эй, хыялый, хәйләһеҙ бала саҡ. Бына әле шул саҡтарға ярты быуаттан ашыу ваҡыт үткәс, күҙ алдыма килтереп уйлаһам, ҡыйын булып китә. Шаяртып ҡына әйткән булһам да, әсәйем күңелендә ниндәй ауыр кисерештәр, хәтирәләр уятыуымды белмәгәнмен, уның күңелен һис тә уйламағанмын. Күпме ауырлыҡ, кәмһетелеүҙәр, михнәт күргән бала сағын иҫенә төшөргәнмен. Уйнап һөйләһәм дә, уйлап һөйләр сағым булмаған шул. Әсәйем Фәриҙә Мәһәҙей ҡыҙы Мөхәмәт ауылында тыуған. Олатаһы Усман да, атаһы ла заманына күрә уҡымышлы булғандар. Усман имам үҙе кеүек улдарын да Ҡазанда гимназияла, Троицкиҙа мәҙрәсәлә уҡытҡан. Урта хәлле йәшәгәндәр.
- Өс ҡатыны булды атайымдың, - тип һөйләй торғайны әсәйем. - Тәүҙә икәү булған, унан Сәмиға әсәйем тағы ла берәүҙе үҙе димләп алып биргән атайыма. Бик татыу булдылар. Оло әбейенең балалары үлгән. Бер ҡыҙы беҙҙең Рысыҡайҙа кейәүҙә ине, йәшләй генә үлде. Икенсеһенән Сәрүәр апайым. Иң йәшенән мин, тағы Шәрифә һеңлем менән Ғәбделмоталлап тигән ҡустым бар ине. Сәмиға өләсәйең ауылда табибә һымаҡ йөрөй торғайны. Һылай, сыҡҡан быуындарҙы ултыртып дауаланы. Бик бѳхтә, уҫал да ине. Кѳн һайын мине таң менән уятып түшәк-яҫтыҡтарҙы, күпмәләрҙе ҡаҡтыра ине. Илдә репрессиялар башланғас, атайым ике әбейен башҡа сығара. «Ошо ҡатындарың арҡаһында һине лә һөргөнгә ебәрерҙәр әле», - тип кемдер иҫкәрткән, шикелле.
Хәтеремдә, атайым берәй ергә барып ҡайтһа, ике әбейе лә беҙгә килә. Уларға ла күстәнәстәр өләшә. Бергәләшеп күңелле итеп сәй эсәләр. Атайым теге әбейҙәре менән ҡырҙа эштә ятһа, беҙ әсәйем менән уларға ризыҡ алып барабыҙ. Һай, оҫта ҡурайсы ла ине атайым. Ул уйнап ебәрә, әсәйем йырлай. Минең иң бәхетле мәлдәрем булғандыр шул саҡ. Йәһүҙә ағайым да ҡушылып тартһа, урман-ҡырҙар яңғырап торҙо. 1931 йылда Мәһәҙей Усман улының бөтә мөлкәтен тартып алалар. Өйөнөң бер бүлмәһендә ауыл Советы, икенсеһендә колхоз контораһы, өсөнсөһөндә китапхана урынлаша. Ҙур аҙбарын ат һарайы итәләр. Әсәйемдәр Мәймүнә өләсәһендә йәшәй башлай. «Бер улы ҡыҙылдарҙа йөрөгән, шуға өйөнә теймәгәндәр», - тигән була торғайны әсәйем, ҡайһы улы булғандыр, белмәйем.
«Халыҡ дошманы» балалары булып йәшәү, әлбиттә, еңел булмаған. Олатай менән өләсәй яңы ойошҡан колхозда эшләй башлай. Өләсәй бер үк ваҡытта үҙенең өйөндә урынлашҡан конторала йыйыштырыусы ла була. Олатайымды аҙағыраҡ әрҙәнә ҡырҡырға, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, хеҙмәт армияһына ебәрәләр. Мәһәҙей олатай шунда фажиғәле һәләк булған. Ғаиләһе уның ҡайҙалығын, ҡасан үлгәнен дә белмәгән. Йылдар үткәс кенә бергә эшләгән иптәше һөйләүе аша ишеткәндәр.
- Мәймүнә өләсәйем беҙҙе һыйындырҙы. Йыр, бәйет сығарып йырҙарын сыңғырҙатып йырлап ултырыр ине.
- Сәсәндең башҡа туғандары менән аралаштығыҙмы һуң?
- Ҡаҙаҡҡолдағы Сибәр менән бала сағыбыҙ бергә үтте. Һин уны үҙең дә күргәнең бар. Әсәйемдең бала, үҫмер сағы ана шулай аҡлы-ҡаралы үтә. Иҫенә тѳшѳрѳп, һѳйләп тә ултырғыһы килмәгәндер. Тәүҙә ситләтәләр. Ике бәләкәй туғаны ла үлеп китә. Бер үҙе ҡала. Йәһүҙә ағайы һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Уны үлер-үлгәнсе һѳйләп ултырҙы.
- Әле булһа килеп инер һымаҡ, - ти торғайны. - Бер саҡ радионан берәү хас та Йәһүҙә ағайым һымаҡ итеп тартты ҡурайҙы. Шул микән тип йөрәк сыға яҙҙы. Дилмөхәмәтов икән. Бәһиман ҡустым да уларға оҡшағайны. Ул 36-сы, Фәрүәз һеңлем 40-сы йылғылар. Ана шул өйһөҙлөк касафатынан уларҙы үҙем менән бергә эйәртеп алып йөрөнөм дә. Ҡәйнәм дә, атайың да һәйбәт булды, ситләтмәне. Әсәйем көнө-төнө Әбйәлилдә игендә эшләй. Беҙгә ризыҡ йөкмәп, Ҡырҡты аша төшөп, унан Рәз артылып килеп етә. Үҙ доньябыҙ, малыбыҙ булһа, шулай төрлөбөҙ-төрлө ерҙә сәселеп йәшәмәҫ инек, ни хәл итәһең, бер беҙ генә шулай «халыҡ дошманы» исемен йөрөтмәнек, ил күргәнде күрҙек. Бына хәҙер үҙем бай, ике һыйырым, һарыҡ-кәзәм, ҡош- ҡортом бар, кулак һымаҡ йәшәйем, - тип көлөп ебәрә. Әсәйем һөйләгәндәрен бала саҡта әкиәт һымаҡ ҡабул иткәнбеҙ. Үҙе бәләкәйҙән өйһөҙ тороп ҡалғанғамы, гел генә: «Ялмап ҡабыр ризығың булмаһа ла, инеп ятыр өйөң булһын ул», - тип әйтергә ярата торғайны. Республика Үҙәк дәүләт архивынан алынған документтарында Усманов Мәһәҙей Усман улының ғаиләһендә 6 кеше йәшәгәнлеге, 1931 йылда бөтә мөлкәте тартып алынғанлығы теркәлгән. Атаһына ла, үҙенә лә реабилитацияланғанлыҡтарына документ алып, шатланып ултырҙы әсәйем. Тыуған ауылы Мөхәмәткә барып, ата-әсәһе рухына ҡорбан салдырырға хыяллана ине, уныһын да тормошҡа ашырып һөйөндө. Баҡыйлыҡҡа күсер алдынан илдә бер аҙ эш хаҡтары, пенсиялар һуңлап алды. Шуны һис кенә лә аңлай алмай бер булды.
- Ҡыҙым, әллә Андроповҡа барып ҡарайыммы? - тип әйтеп һалды түшәктә ятҡанында.
- Кемгә? - аптырап ҡараным.
- Бына лаһа эргәләге йортта ултырған түрәгә. Пенсиям һаман килмәй ҙәһә.
- Андропов түгел уның фамилияһы.
- Эй, Аллам, быныһы тел осона ҡайҙан килеп сыҡты әле ул.
- Бына күрерһең, тиҙҙән яҡшырыр замана. Ас ятмайһың даһа.
- Шулай шул. Аслыҡты, һуғышты еңеп сыҡҡанбыҙ, быныһы бүстәк, ил имен булһын, - тип үҙ-үҙен йыуатып ҡуйҙы.
Әсәйем гәзит-журнал, китап күп уҡыны. Ҡулынан Ҡөрьәнен төшөрмәне, аят-сүрәләрҙе яттан белде. Балаларға ҡот ҡойоп, өшкөрөп тә ебәрә ине. Дини байрамдарҙы ҡалдырманы. Ейәнсәре Нәркәс менән бергә гөрләтеп мөнәжәттәр әйтеп ултыра торғайнылар. Бер ваҡытта ла Хөкүмәтте, етәкселәрҙе
әрләп ултырғанын хәтерләмәйем. Һәр нәмәгә лә риза булып, күнеп, сабыр итеп йәшәне. Атайым 44 йәшендә генә вафат булғас, яңғыҙы 4 балаһын тәрбиәләп, уларға белем алырға ярҙамлашты, ейәндәрен ҡарашты. Атайым һуғыштан һуң 7 йыл хеҙмәтен дауам иткән. Әсәйем колхозда иген утаған, малға бесән эшләгән, келәт мөдире лә булған, Көйәҙелә әрҙәнә ҡырҡҡан. Башҡалар менән бер рәттән Еңеү көнөн яҡынайтышҡан. Күкрәгенә хеҙмәт ветераны, һуғыш йылдарында фиҙаҡәр эшләгәне өсөн миҙалдарын тағып алыр ине. Рысыҡай ауылының абруйлы ағинәйе булып йәшәне. Оҙаҡ итеп түшәктә ятып һеҙҙе ыҙалатмай ғына йән бирһәм ине тигән теләге лә ҡабул булды. Өй эсендә йөрөп, таҙарынып, доғаларын уҡып, йоҡлап ҡына ятып баҡыйлыҡҡа күсте. Эйе, аяуһыҙ заманалар әсәйем һымаҡ бихисап кешеләрҙе өйһөҙ, ерһеҙ ҡалдырған. Ярай әле уларҙы Себергә оҙатмағандар. Ҡара этап менән ебәрелгән иҫәпһеҙ-хисапһыҙ яҡташтарыбыҙ, сәйәси золом ҡорбандары тыуған иленән айырылып, көс етмәҫлек эштәр эшләргә дусар булған, күбеһе шунда тороп ҡалған. Әсәйем үҙ ерендә көн итеүенә ҡыуанып, барына шөкөрана ҡылып, тик ата-әсәһе, туғандарының бик иртә гүр эйәһе булыуҙарына ҡайғырып йәшәне. Ошо айҙа әсәйемә 90 йәш тулған булыр ине. Йәндәре йәннәттә булһын!
Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА.
Оставить комментарий