Балалар йорэген юл

Яңы йыл байрамдары алдынан “Балаларға - юл” хәйриә фондының Белорет бүлексәһе ирекмәндәренең күңелле мәшәҡәттәре артты.

Балалар ғына түгел, үҙебеҙ ҙә Яңы йыл Ҡыш бабайынан, Ҡарһылыуҙан ниндәйҙер мөғжизә көтөп өйрәнгәнбеҙ. Белорет ирекмәндәре ошо көндәрҙә ана шул балалар көткән мөғжизәне тормошҡа ашырырға ашыға. Улар әлеге көндәрҙә балалар йорттары, Балайорто, приютта тәрбиәләнеүселәр өсөн бүләктәр әҙерләп тапшырыу менән мәшғүл.

- Ирекмәндәр төрлө тәм-том, кейем, китап, уйынсыҡтар бүләк итеп кенә ҡалмай, бер үк ваҡытта улар менән ихлас аралаша, күңелле байрам да ойоштора. Сермән балалар йортонда бер нисә тапҡыр булдыҡ, ҡала приюты тәрбиәләнеүселәре менән осраштыҡ. Ата-әсә һөйөүе етмәгән кескәйҙәрҙең шат йөҙҙәрен, күңелле тауыштарын ишетеү беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ ул, - тип һөйләй бүлексә координаторы Милә Абдуллина. Әйткәндәй, ул ошондай хәйриә эшен ҡалала бер үҙе башлап ебәрә. Үҙ аҡсаһына бүләк, тәм-том алып, иғландар яҙып, бағымсылар табып, иң тәүҙә Сермән балалар йортона бара. Унда Милә Таһир ҡыҙы ике тапҡыр булып киткән дә инде. Шунан уға эйәреүсе лә табыла. Хәҙер Кристина Ярулина менән йѳрѳй. Киләсәктә уларға тағы ла ирекмәндәр килеп ҡушылыуына ышанайыҡ. Балалар бүләк, шатлыҡ өләшеүселәрҙән бик ҡәнәғәт ҡала, мәрхәмәтле ҡунаҡтарға рәхмәт әйтеп оҙата.
Нәркәс ВӘЛИУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий