Ике банк та банкрот булған

“Хѳрмәтле редакция, беҙ 1993 йылда “Восток” банкына дүрт хосусилаштырыу чегын һалғайныҡ. Шунан бирле банктың яҙмышы тураһында бер нәмә лә белмәйбеҙ. Былтыр ғинуар айында матбуғатта беҙҙең кеүектәргә компенсация түләнә тигән хәбәр ишеткәйнек. Шул турала гәзит аша аңлатып, ярҙам итһәгеҙ, бик рәхмәтле булыр инек.
Юнысовтар”.

Һеҙҙең һорауға яуап табыу маҡсатында Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы Урал баш идаралығы бүлеге - Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банкка мѳрәжәғәт иттек һәм уның идарасыһы урынбаҫары Р.Ш. Ғәниев былай тип яуап бирҙе:

- “Восток” Халыҡ-ара ком- мерция акционерҙар банкының (МКАБ “Восток”) финанс хәле ҡәнәғәтләнерлек булмау сәбәпле, Рәсәй банкы 1996 йылдың 5 майындағы 02-102-се ҡарары менән “Восток” банкының банк операцияларын тормошҡа ашырыуға лицензияһын кире алды. Мәскәү ҡалаһы Арбитраж судының 1996 йылдың 28 октябрендәге ҡарары менән “Восток” банкы банкрот тип
табыла. Арбитраж суды бѳтәһенә лә кредит ойошмаһының бѳтѳрѳлѳүе һәм уға талаптарҙы белдереп ҡалыу мѳмкинлеге булыуы тураһында хәбәр итте. Был мәғлүмәт гәзиттәрҙә лә баҫылды.

Банкротлыҡ процедураһы ва- ҡытында конкурслы идарасы “Восток” банкына бурыстары булғандарҙан бурыстарын түләттерҙе һәм милкен һатты, тик был аҡсалар бер ваучерға 6 һум иҫәбенән сығып түләүгә генә етте. Әлеге ваҡытта “Восток” банкын ябыу процедураһы тамамланған.
“Восток” халыҡ-ара коммерция акционерҙар банкы дәүләткә ҡарамаған акционер йәмғиәте тѳрѳндәге кредит ойошмаһы һәм, ул осорҙағы закон буйынса, дәүләт вклад яһаусыларға коммерция банктарындағы юғалтыуҙар буйынса компенсацияны ҡайтарманы. “Рәсәй Федерацияһы банктарындағы граждандарҙың вкладтарын страховкалау тураһында”ғы 177-ФЗ Федераль закон 2003 йылдың 23 декабрендә кѳсѳнә инде.

Юнысовтарҙың мѳрәжәғәте йѳкмәткеһенән сығып, һеҙ, бәлки, “Восток” хосусилаштырыуҙың махсус инвестицион фонды асыҡ акционерҙар йәмғиәте (АООТ СИФП “Восток”) акцияларының хужаһы булғанһығыҙҙыр. Был йәмғиәт граждандарҙың хосусилаштырыу чектарын йыйыу һәм инвестициялау ѳсѳн булдырылған һәм 1992 йылдың 2 декабрендә Мәскәү теркәү палатаһында теркәлгән. Был йәмғиәт буйынса түбәндәгеләрҙе хәбәр итәбеҙ. “Восток” йәмғиәте акционерҙары дѳйѳм йыйылышы ҡарары менән 1996 йылдың 14 июнендә ул “Восток” Фонды” асыҡ акионерҙар йәмғиәте, 2002 йылдың 15 майында “Урало-Сибирский Фонд” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, 2003 йылдың 10 майында “Фонд долгосрочных сбережений” асыҡ акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелә. Һуңғыһы 2007 йылдың 8 июнендә йәмғиәтте үҙ ирке менән бѳтѳрѳү тураһында ҡарар ҡабул итә. Тейешле процедураларҙы үтәгәс, йәмғиәт 2008 йылдың 8 октябрендә Юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт рестрынан алына. РФ Граждандар кодексының 61-се статьяһына, “Акционер ойошмалар тураһында”ғы Федераль закондың 21-се статьяһына ярашлы, йәмғиәттең ябылыуына бәйле хоҡуҡтар һәм бурыстар икенсе кешеләргә күсмәй. РФ Граждандар кодексының 419-сы статьяһы нигеҙендә ойошмаларҙы япҡас, уның бѳтә бурыстары юҡҡа сыға.

РФ Граждандар кодексының 63-сѳ һәм “Акционер йәмғиәттәр тураһында”ғы Федераль закондың 24-се статьяһына ярашлы, Юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт реестрына был турала яҙыу индергәндән һуң йәмғиәтте ябыу тамамланған, ә йәмғиәт үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатҡан тип иҫәпләнә. Шулай итеп, әлеге ваҡытта “Восток” халыҡ-ара коммерция акционерҙар банкы һәм “Восток” хосусилаштырыуҙың махсус инвестицион фонды асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙ эшмәкәрлектәрен туҡтатты, һәм ошоға бәйле, уларҙың бѳтә яуаплылыҡтары ла юҡҡа сыҡты. Әммә шуны ла күҙ уңында тотоғоҙ: РФ Президентының
1997 йылдың 4 авгусынан “Рәсәй аҡса знактарының һәм хаҡ масштабының күрһәтелгән хаҡының үҙгәреүе тураһында”ғы 822-се Указы һәм РФ Хѳкүмәтенең 1997 йылдың 18 сентябренән “Рәсәй аҡса знактары һәм хаҡ масштабының күрһәтелгән хаҡы үҙгәреүенә бәйле саралар үткәреү тураһында”ғы 1182-се Бойороғона ярашлы, 1998 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй аҡса берәмеген эреләтеү тормошҡа ашырылды, йәғни элекке 1000 һумлыҡ аҡса яңы 1 һумлыҡҡа алыштырылды. Был үҙгәреш 1998 йылдың 1 ғинуарына тиклем индерелгән бѳтә хаҡтар, түләүҙәр, иҫәпләшеүҙәр, халыҡтың кредит ойошмаларындағы вкладтары менән аҡсалата йѳкләмәләрҙә яңы масштабта бер юлы яңынан иҫәпләүҙәр менән алып барылды.
Р. МУСИНА әҙерләне.
Оставить комментарий