Спорт комплексы тѳҙѳлә

Районыбыҙҙа спортҡа, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Был йүнәлеште үҫтереүгә һалынған кѳс, сығымдар үҙен аҡлай тиергә була. Тѳрлѳ спорт сараларының йыш ойошторолоуы, спорт комплекстарының тѳҙѳлѳүе, республикаға ғына түгел, бѳтә илгә билдәле спортсыларыбыҙ, тренерҙарыбыҙ алда әйткәндәребеҙгә дәлил булып тора.

Бѳгѳн Тимер юл ауылында тағы бер спорт комплексының һалыныуы ла спорттағы ҡаҙаныштарыбыҙҙың ыңғай күрһәткесе ул. Тимер юл вокзалы эргәһендә тѳҙѳлѳп ятҡан ике ҡатлы бинаның подрядсыһы - баш ҡаланың «Геострой» ойошмаһы. Был тѳҙѳлѳш ойошмаһы районда үҙен ышаныслы, намыҫлы тѳҙѳүселәр булараҡ танытҡан. Үҙәнбаш ауылындағы 108 балаға иҫәпләнгән мәктәпте, Твердышев 17/1 урамындағы торлаҡ йортто тѳҙѳгән, ҡаланың 1-се мәктәбен, 14-се гимназия эргәһенә ҡуйылған самолет һәйкәлен реконструкциялаған. Былтыр декабрь аҙағында тѳҙѳлѳш майҙанын билдәләп, уны әҙерләп бѳткәс, ғинуарҙа бина һала башлауға күсәләр. Спорт комплексын тѳҙѳү республика һәм муниципаль бюджет иҫәбенә, артыҡ сығымдар талап итмәгән махсус проект буйынса башҡарыла.

Тәүге ҡатта душ, санузел, сисенеү, ял итеү, электр ҡорамалдары ѳсѳн бүлмәләр булһа, икенсе ҡатта иһә тренажер һәм волейбол, баскетбол залы урынлашасаҡ. Залдарҙың береһе яҡынса - 30, икенсеһе 5 кешегә иҫәпләнгән. Унда ошо ауылдың мәктәп уҡыусылары физкультура дәресен һәм башҡа тѳрлѳ спорт сараларын үткәрә, теләүселәр үҙҙәренә оҡшаған тренажерҙарҙа шѳғѳлләнә аласаҡ. «Геострой» ойошмаһының мастер- прорабы әйтеүенсә, тѳҙѳлѳштѳ август аҙағында тапшырыу планлаштырылған. Әлеге ваҡытта эске һәм тышҡы тѳҙѳкләндереү эштәре башҡарыла.
Э. МѲХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий