Автоуҙыш старт алды

Республиканың район-ҡалалары буйлап 21 июлдә “Еңеүгә салют!” автоуҙышы башланды. Улар беҙҙең район-ҡалала ла булып китте. Автотуризмға ылыҡтырыу аша үҫмерҙәрҙә илһөйәрлек тойғоһон һәм юғары әхлаҡи сифаттар формалаштырыу маҡсатында ойошторолған сара Өфөлә “Волна” скверындағы һәләк булған десант-яугирҙәргә ҡуйылған һәйкәл янынан старт алды.

Был автоуҙыш Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл һәм Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәрен булдырыуға 85 йыл тулыуға арнап, “Башҡортостан Һауа-десант һәм махсус ғәскәрҙәре ветерандары” төбәк- ара ижтимағи ойошмаһы, “Башҡортостан Республикаһының йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм хеҙмәткә саҡырылыуға тиклем әҙерлек үҙәге”, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә үткәрелә. Автоуҙышта ҡатнашыусылар шул көндө уҡ төштән һуң Белоретҡа килеп етте. Геройҙар аллеяһында туҡталып, мәңгелек утҡа сәскә һалғас, митинг уҙғарылды. Уны Рәсәй ДОСААФ-ының Белорет автомобиль мәктәбе начальнигы Зәбир Әхибзянов асып, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаевҡа һүҙ бирҙе.

Илгиз Сафый улы телмәр тотоп, автоуҙышсыларҙы сәләмләне, район-ҡаланың герой-яугирҙәргә бай булыуын һәм улар иҫтәлеген мәңгеләштереүгә күп эштәр башҡарылыуын билдәләне. Артабан “Башҡортостан Һауа-десант һәм махсус ғәскәрҙәре ветерандары” төбәк- ара ижтимағи ойошмаһы рәйесе Марат Әҙеһәмов һүҙ алып, граждандарға патриотик тәрбиә биреү сараларында әүҙем ҡатнашҡаны һәм эшләгәне өсөн муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Мироновҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы. Зәбир Шакир улы Әхибзяновты “Маргелов” орденына лайыҡ булыуы менән ҡотланы. Әйткәндәй, был юғары награданы тиҙҙән уға тантаналы рәүештә тапшырасаҡтар. Митингынан һуң сәйәхәтсе ҡунаҡтар өсөн ДОСААФ-тың музейына экскурсия ойошторолдо.
Нурия ШӘРИПОВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий