Ветеранға – сертификат

Бѳйѳк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт ярҙамы - ҡатмарлы һәм кѳнүҙәк. Ә шулай ҙа республикала ветерандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса программалар эшләп килә. Бѳйѳк Ватан һуғышы ветерандары менән бер рәттән уларға тиңләшкән ветерандарға ла ярҙам күрһәтелә.

Яңыраҡ Бѳйѳк Ватан һуғы- шы ветераны Аҙаубай Фәй- зулла улы ҒАБДУЛЛИН ѳсѳн дә иҫтәлекле ваҡиға булды. Ул дәүләттән кѳтѳп алған бүләк - федераль ҡаҙна иҫә- бенә торлаҡ алыуға йәки тѳҙѳүгә бер тапҡыр аҡса биреү тураһында сертификат алып ҡыуанды. Сермән ауы- лында йәшәгән ветеранға сер- тификатты Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов алып барып тапшырҙы. - Бѳгѳн беҙ барыбыҙ ѳсѳн дә мѳһим һәм ҡыуаныслы миссия - торлаҡ һатып алыуға бирел- гән сертификат тапшырыу тан- танаһына йыйылдыҡ. Иле- беҙ Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыл- лығын билдәләгән йылда был бүләкте тапшырыу беҙҙең ѳсѳн икеләтә ҡыуаныслы. Бѳйѳк Еңеүҙе яҡынайтыуҙа һеҙҙең дә ѳлѳшѳгѳҙ ҙур. Дәүләт тыуған ил алдында күрһәткән батырлығығыҙҙы онотмай.

Шуға ла бѳгѳн һеҙ һәм туғандарығыҙ ҡыуаныслы мәл кисерә. Беҙ, йәш быуын, Бѳйѳк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығығыҙ һәм ты- ныс тормоштағы лайыҡлы хеҙмәтегеҙ ѳсѳн рәхмәтлебеҙ. Сертификат һеҙгә ҙур бүләк булһа, беҙҙең ѳсѳн иһә һеҙҙең иҫән-һау булыуығыҙ шатлыҡлы, - тине хакимиәт башлығы Владислав Геннадьевич. - Ошо бүләкте ҡулыма алы- уыма бик шатмын, хѳкү- мәтебеҙгә рәхмәтлемен. Беҙҙе, һуғыш ветерандарын, илебеҙ хѳрмәт итә, онотмай. Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында мин илебеҙ күген дошман бомбардировщиктарынан һаҡ- ланым. 1948 йылда демо- билизацияландым. Һуғыштан һуң тѳрлѳ эштәрҙә эшләнем, тоғро хеҙмәт иттем, балалар үҫтерҙек, - тине хѳрмәтле ветеран. Октябрҙә 90 йәшлек юби- лейын билдәләргә йыйынған Аҙаубай Фәйзулла улы һәм ветерандың балалары урындағы хакимиәткә, аҡсалата бүләкте алыуҙа ярҙам иткәндәргә һәм муниципаль район хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе. Тантанала урындағы ха- кимиәт, ветерандар ойошмаһы ағзалары ҡатнашты, әңгәмә артабан сәй табыны артында дауам итте.
Э. Хәмзина.
Оставить комментарий