СИРАТТАҒЫ СЕССИЯ ҮТТЕ

Муниципаль район хакимиәтендә муниципаль район Советының сираттағы XXVI сессияһы уҙҙы.

Унда муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Ми- ронов, муниципаль район Со-веты рәйесе урынбаҫары К.М. Ситдыҡов, ауыл хакимиәте башлыҡтары, ойошма һәм предприятие етәкселәре, урын- дағы матбуғат саралары ҡатнашты. Кѳн тәртибендә “Белорет ра- йоны һәм ҡалаһының почетлы гражданины” исемен биреү, инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген нигеҙһеҙ ауыр- лаштырыусы положениеларҙы асыҡлау маҡсатында муници- паль райондың норматив хоҡуки акттары экспертизаһы, акттарҙы кѳйләү баһаһын раҫ- лау тәртибе, муниципаль ра- йон Советының 2013 йыл дың 19 декабрендә ҡабул ителгән “Муниципаль район ихтыяжын тәьмин итеү ѳсѳн тауар һатып алыу системаһын, эштәрҙе, хеҙмәттәрҙе тәртипкә һалыу” ҡарарына үҙгәрештәр индереү, 2015 йылдың 28 ғинуарында ҡабул ителгән “2015 йылға муниципаль райондың муниципаль милкен хосусилаштырыу прогноз пла- нын раҫлау тураһында”ғы ҡарарға ѳҫтәмәләр индереү, муниципаль район милке булған Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейының Асы ауылындағы Арыҫлан Мѳ- бәрәков исемендәге музейҙың ер участкаһын республика милкенә күсереү, ҡаланың Ок тябрҙең 50 йыллығы урамында урынлашҡан стоматология по- ликлиникаһын муниципаль район милкенән республика милке итеп күсереү, урындағы муниципаль үҙидаралыҡ ор- ганы менән ауыл биләмәләре үҙидаралыҡ органдары ара- һындағы ауыл биләмәләренең ҡайһы бер вәкәләттәрен башҡарыуҙы муниципаль ра- йон үҙидаралығы органына тапшырыу тураһындағы ки- лешеүгә ѳҫтәмәләр индереү, муниципаль район хакимиәте составы комиссияһына үҙгә- рештәр индереү мәсьәләләре ҡаралды. Сессия барышында муни- ципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов район- ҡаланың демографик мәсьә- ләләре буйынса тѳплѳ сығыш яһаны.
Э. МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий