Сифатҡа иғтибар арта

Экологик ѳмә уҙғарылды 29 сентябрҙә район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетының туҡланыу индустрияһы үҫеше бүлегенең баш советнигы Э.Н. Михайлов, хоҡуҡ эше бүлеге начальнигы А.Ә. Асҡаров, “Башҡарыу үҙәге” дәүләт бюджет учреждениеһының һатып алыуҙар бүлеге начальнигы А.А. Полинаров райондың дәүләт ҡаҙна һәм бюджет учреждениелары етәкселәре менән семинар-кәңәшмә үткәрҙе.

Сарала Башҡортостан Рес- публикаһы Хѳкүмәтенең 2015 йылдың 3 июлендә ҡабул иткән “Дәүләт ҡаҙна һәм бюджет учреждениелары ихтыяжы ѳсѳн йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәтен күр- һәтеү һәм аҙыҡ-түлек тапшырыу йәһәтенән тәьмин итеүселәрҙе (башҡарыусыларҙы) билдәләү вә- кәләттәрен Башҡортостан Рес- публикаһының Сауҙа һәм ҡул- ланыусылар хоҡуғын яҡлау бу- йынса дәүләт комитетына биреү тураһында”ғы 253-сѳ ҡарарын үтәү хаҡында һүҙ барҙы. Был ҡарар 1 октябрҙән ғәмәлгә инде. Башҡортостан Республикаһы- ның Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетының 2015 йылдың 31 авгусында сығарған 221-се бо- йороғона ярашлы, дәүләт ҡаҙна һәм бюджет учреждениелары ѳсѳн тауарҙар исемлегенә түбәндәгеләр индерелгән: картуф, йәшелсә (кишер, сѳгѳлдѳр, кәбеҫтә), йо- мортка, һыйыр, тауыҡ ите, колбаса изделиелары, туңдырылған балыҡ, йәшелсә-емеш һуттары, эшкәртелгән һәм консерваланған йәшелсә һәм емеш, кѳнбағыш майы, һѳт, аҡ май, эремсек, ҡаты сыр, һѳт аҙыҡтары, он-ярманан етештерелгән аҙыҡ-түлек, икмәк- күмәс, кондитер изделиелар, шәкәр, минераль һәм эсәр һыу, туҡландырыуҙы ойоштороу бу- йынса хеҙмәттәр.

Хәҙер дәүләт ҡаҙна һәм бюджет учреждениеларына тапшырған аҙыҡ-түлек лаборатор тикшереүҙе мотлаҡ үтергә тейеш. Тимәк, белем биреү учреждениеларында, медицина, социаль хеҙмәтләндереү, балаларҙың ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу менән шѳғѳлләнгән ойошмаларҙа туҡланғандар си- фатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителәсәк. Был ҡарар бик урынлы ҡабул ителгән. Семинар-кәңәшмәлә ҡатнаш- ҡандарҙы аҙыҡ-түлек алыуҙа контракт тѳҙѳү тәртибе менән таныштырҙылар.
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий