Татыулыҡ һәм берҙәмлек байрамы

Башҡортоста- ныбыҙҙың күп милләтле халҡы берҙәмлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ символы булған байрам - Республика кѳнѳн киң билдәләй. Республика- быҙҙың үҙаллы дәүләт булып иғлан ителеүенә 25 йыл.

8 октябрҙә ҡала Мәҙәниәт һарайында дәүләтебеҙҙең тѳп байрамына арналған тан- таналы йыйылыш үтте. Бе- лорет районы муниципаль район Советы рәйесе Е.Я. Ка- репанов йыйылышты асып, барыһын да байрам менән ҡотлап үткәндән һуң, һүҙҙе муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Мироновҡа бирҙе. Владислав Геннадьевич йыйылыусыларҙы Республика кѳнѳ менән ҡотланы, һуңғы йылдарҙа район-ҡалабыҙҙың социаль үҫеше тураһында һѳйләне. Башҡортостан Рес- публикаһы Дәүләт Йыйы- лышы - Ҡоролтай депутаты, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы пре- зиденты Ю.Л. Пустовгаров, Бѳйѳк Ватан һуғышы ве- тераны, ветерандар советы президиумы ағзаһы Д.К. Трофимов, “Белорет метал- лургия комбинаты” ак- ционерҙар йәмғиәтенең ге- нераль директоры В.Г. Ка- мелин һәм Иҙел башы йәштәре исеменән педагогия колледжы студенты М. Йәрмѳхәмәтов сығыш яһаны. Йыл да Республика кѳ- нѳндә район-ҡала халҡы алдында күрһәткән хеҙмәте, ҡаҙаныштары ѳсѳн “Белорет районы һәм ҡалаһының По- четлы гражданы” исеменә лайыҡ булыусылар билдәләнә.

Был исемде йѳрѳтѳүселәр сафын тағы ла ике кеше тулыландырҙы. Маҡтаулы исемгә Бѳйѳк Ватан һуғышы һәм район-ҡаланың Почетлы ветераны, “Хәтер”, “Улар Еңеү менән ҡайтты” китаптары авторы Дмитрий Карпович Трофимов (һүрәттә) һәм Белорет ҡалаһында тыуып- үҫкән, Рәсәйҙең ат-ҡаҙанған һынаусы летчигы, Рәсәй Федерацияһы Геройы Вя- чеслав Юрьевич Аверьянов лайыҡ булды. “Белорет районы һәм ҡалаһының Почетлы ветераны” танытмаһы БМК- ның ветерандар советы рә- йесе Сергей Александрович Болонин һәм Үҙән ауыл биләмәһенең ветерандар ойошмаһы рәйесе Тамара Федоровна Осокинаға тап- шырылды. Республика кѳнѳндә уҡыуҙа һәм йәмәғәт эштәрендә үҙ- ҙәрен күрһәткән йәш бы- уынды тәбрикләү матур йолаға әйләнде.

Тантаналы йыйылышта бер тѳркѳм уҡыу алдынғылары - студенттарға дипломдар тапшырылды. Ме- дицина колледжы студенты Татьяна Косарева, металлургия колледжы студенты Алек- сандр Немтин, педагогия колледжы студенты Марсен Йәрмѳхәмәтов Башҡортостан Башлығы, Башҡорт иҡтисад- юридик техникумының Бе- лореттағы филиалы студенты Ольга Косарева, металлургия колледжынан Юрий Оганесян, Белорет тѳҙѳлѳш колледжынан Ольга Калашникова, педагогия колледжынан Александра Ва- сильева, медицина кол- леджынан Әлфиә Канафина, Магнитогорск дәүләт техник университетының Белорет- тағы филиалы студенты Анна Селиванова муниципаль ра- йон хакимиәте башлығы дипломдары менән бүләк- ләнде.

Муниципаль район ха- кимиәте башлығы Владислав Миронов йәш врачтар - Тимур Ильясов, Андрей Дмитриев һәм Рифат Арсланғужиндарға фатир асҡыстары бирҙе. Тантаналы кисәлә тағы ла бер награда - “Мѳхәббәт һәм тоғролоҡ ѳсѳн” миҙалы Юлия һәм Андрей Жеряковтарға тапшырылды. Миҙал 25 йыл- дан ашыу бергә йәшәгән, лайыҡлы балалар тәрбиә- ләгән ғаиләләргә тап- шырыла. Жеряковтар “Дефи- цит” театр-студияһында хеҙ- мәт итә. Уларҙың режиссер оҫталығын Ҡала кѳнѳ, Еңеү эшелоны, Металлургтар кѳнѳ, республика фестивалдәре аша беләбеҙ. Республика кѳнѳнә арналған тантаналы йыйылыш сағыу концерт менән тамамланды.
Э. ХӘМЗИНА. И. ПАНЧЕНКО фотоһы.
Оставить комментарий