Ике яҡташыбыҙға Хѳкүмәт премиялары тапшырылды

9 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте йортонда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһын һәм 2013-2014 йылдар өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы.

Лауреаттарға наградаларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тапшырҙы. Наградланыусылар араһында беҙҙең коллегабыҙ - “Урал” гәзите хәбәрсеһе Рәмилә Мусина һәм яҡташыбыҙ - яҙыусы, «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре Айгиз Баймөхәмәтов та бар ине. Рәмилә Мусина 2015 йылда журналистика ѳлкәһендә иң яҡшы мәҡәләләр ѳсѳн «Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте премияһы лауреаты» дипломына лайыҡ булды. «Был премия эшкә дәрт өҫтәй. Мин мөһим мәсьәләләрҙе яҡтыртыуымды дауам итәсәкмен. Журналист актуаль темаларҙы яҡтыртырға, объектив булырға һәм уҡыусыға аңлайышлы телдә яҙырға тейеш», - тип билдәләй Рәмилә Мусина. Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы журналист һәм яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовҡа «Ҡалдырма, әсәй!» китабы өсөн бирелде. «Әҙәбиәт йылында премия алыуым менән бик бәхетлемен. Эшемдә һәр саҡ өлкән ҡәләмдәштәремдең иғтибарын тойҙом, уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалдым. Республика Яҙыусылар союзының мине ошо премияға лайыҡ тип иҫәпләүе яуаплылыҡ өҫтәй. Үҙем етем үҫтем, бала саҡтан Өфөлә белем алырға хыялландым, әммә Хөкүмәт йортонда шундай абруйлы премия тапшырырҙар тип күҙ алдыма ла килтермәнем. Уҡыусыларымды яңы әҫәрҙәр менән ҡыуандырырға тырышасаҡмын», - тине Айгиз Баймөхәмәтов. Коллегаларыбыҙҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ, ғаилә именлеге һәм киләсәктә тағы ла илһамланып, ижади уңыштарға ирешеп эшләүҙәрен теләйбеҙ.
Мѳхәрририәт.
Ғорурланырлыҡ урын бар
Ошо көндәрҙә беҙҙең район халҡы өсөн икеләтә ҙур ҡыуаныс булды. Беренсенән, яҡташыбыҙ, үткер ҡәләм оҫтаһы, “Башҡортостан” гәзитенең бүлек мөдире, йәш яҙыусы Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына лайыҡ булды. Икенсенән, ошо көндәрҙә “Урал” гәзите хәбәрсеһе, журналист, үткер һүҙле ҡәләм оҫтаһы Рәмилә МУСИНА (Хөснуллина) Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Беҙ уларҙың икеһен дә ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да арымай-талмай, илһамланып эшләүҙәрен, ҡәләмдәренең үткер булыуын, районыбыҙ, республикабыҙ өсөн янып- ярһып йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Ижади уңыштар һеҙгә!
Бирҙеғол ауылы халҡы исеменән Тәнзилә Йомадилова, Әнисә Зиязитдинова, Таңһылыу Муллағәләмова, Зилә һәм Ренарт Ғиззәтуллиндар, Абҙаҡ ауылынан Рәйес Хәлилов ғаиләһе.
Оставить комментарий