Бәхетле парҙар

Ҡала Никах һарайында 50, 60 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙарын ҡотланылар.

Уларға муниципаль район хакимиәте урынбаҫары И.В. Пинящук, загс хеҙмәткәрҙәре, туғандары һәм яҡындары тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. Тантаналы байрам сараһында 13 пар республика һәм муниципаль район хакимиәте башлыҡтары бүләгенә лайыҡ булды. Тәбрикләнеүселәр араһында Нәсиха һәм Хәким Ғилмановтар (һүрәттә) ҙа булды. Улар бергә 50 йыл ғүмер кисерә. Ғилмановтар ғаиләһе данлы хеҙмәт юлы үткән, икеһе лә хеҙмәт ветераны, тырыш хеҙмәттәре ѳсѳн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән, социалистик ярыш еңеүселәре. Хәким ағай «Почет Билдәһе» ордены кавалеры, хеҙмәт ударнигы ла.
Э. Мөхәмәҙиева.
Оставить комментарий