Ҡайҙа ит осһоҙ?

Кѳҙ йәрминкәләр башланыу менән халыҡ иркен тын ала: берҙән, ауыл халҡы етештергән продукцияһын һата, икенсенән, ҡала халҡына етештереүсенән ит алыу мѳмкинлеге тыуа. Һуңғы ваҡытта йәрминкәлә ит хаҡы ҡиммәт, тигән һүҙ таралды. Был ысынбарлыҡҡа тап киләме? Ошо һорауға яуап табыу маҡсатында йәрминкәгә юлландыҡ.

Үткән байрамдың ѳс кѳнѳндә лә йәрминкә ойошторолдо. Ҡар, еүеш кѳн һатыусыларҙы ла, халыҡты ла ѳркѳтмәгән - сауҙа бик шәп бара. Ит, бал һәм башҡа аҙыҡ-түлек менән һатыу итеүселәр күп. Бына ит һатҡан рәт аша үтәбеҙ. Бер апай һыйыр итенең һум ѳлѳшѳнѳң килограмына 350 һум һорай, күп итеп алғандарға 280-300 һумға ла тѳшѳрѳргә риза. Икенсе урында һум итен 300 һумға бирәләр. Ҡабырға итенең килограмын 250-280 һумға алырға була, баҙар аҙағына 200-220 һумға тиклем тѳшѳрѳүҙәре лә ихтимал.

Әхмәрҙәр йылҡы ите менән һатыу итә ине. Ҡабырғаның килограмын 280 һум менән һатып алдыҡ, һум иттең килограмын 300 һумға тәҡдим итәләр. Элек сусҡа ите һыйырҙыҡынан күпкә осһоҙ булды, һуңғы ваҡытта уға ла хаҡты арттырҙылар. Шулай булһа ла йәрминкәлә сусҡаның һум итенең килограмын 300 һумға, ҡабырғаны 250-280 һумға алырға була ине. Баҙар булғас, һатыулашыу, хаҡты тѳшѳртѳү мѳмкинлеге лә бар. Тиҙерәк һатып ҡайтырға теләгәндәр хаҡты күпкә тѳшѳрѳп ебәрә. Йәрминкә алдынан ҡаланың Үҙәк баҙарында ла булдыҡ. Һыйырҙың иң шәп һум итенең килограмы ѳсѳн 400 һум һорайҙар, ҡабырға ите 280-320 һум, сусҡаның һум итенең килограмы 320-350 һум, ә ҡабырға 220-280 һум самаһы тора. Һарыҡ итенең килограмын 300 һумға бирәләр.

Итте ҡала баҙарынан алырғамы, әллә йәрминкәгә сығырғамы - уныһын һатып алыусы үҙе хәл итә. Баҙар шарттарында йәшәйбеҙ, һәр кем үҙенсә килем алырға, хеҙмәтенең емешен күрергә теләй.
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий