Бергәләгән -яу ҡайтарған!

Район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы “Бергәләгән - яу ҡайтарған!” исемле акция тәҡдим итә.

Акция барышында һәр кем үҙе йәшәгән ауылда йәки Белорет ҡалаһында урам исемдәрендә, йылға-күлдәрҙең атамаларына, алтаҡталарҙағы башҡорт һәм рус телдәре яҙмаларында хата күрһә, фотоға төшөрөп, “Урал” гәзитенә, йә иһә Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенә (Айгөл Кирамоваға) йә- ки belinform@mail.ru электрон почтаһына мәғлүмәт ебәрә ала. Был мәғлүмәткә ҡушып атамаға бәйле топонимик легенда йә риүәйәт тә булһа, икеләтә яҡшы буласаҡ! Фотоға төшөрөргә мөмкинлегегеҙ булмаһа, бары тик хәбәр итегеҙ! Үҙебеҙ йәшәгән ҡалаға, ауылға, районға битараф булмайыҡ, дуҫтар! Белорет районы беҙҙең республикала иң ҙур райондарҙың береһе! Уның тауҙары, йылға-күлдәре бихисап. Шуларҙың береһе Ҡаһарман ауылы эргәһенән аҡҡан тау йылғаһы Ҡотҡор. Уның топонимик аңлатмалары ла халыҡ телендә күп йөрөй.

Әйтеп үтеүебеҙсә, Ҡотҡор - тау йылғаһы. Яҙ миҙгелендә ул ярҙарынан ташып, хатта яландарҙы баҫа. Борон бер ауыл кешеһе Ҡотҡор йылғаһы аша сығырға ниәтләп юлға сыға, әммә йылға уртаһында аяғы тайып, бата башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның: “Ҡотҡар! Ҡотҡар!” - тигән тауышын һуң ғына ишетәләр. Был күңелһеҙ хәлдән һуң исемһеҙ йылға “Ҡотҡар”ға, ә йылдар ағымында иһә “Ҡотҡор”ға әйләнә. Икенсе фараз буйынса, Ҡотҡор йылғаһының атамаһы ошо заводта Емельян Пугачев менән бергә көрәшкән, Салауат Юлаевтың яуҙашы булған бер башҡорттоң исеменән алынған тигән фараз да йәшәй. Ләкин урындағы халыҡтың аңлатыуынса, был “ҡотҡар” һүҙе йәки ҡот ҡойоу менән бәйле. Тимәк, йылғаның исеме бер нисек тә “Ҡухтур”ға әйләнергә мөмкин түгел!
Район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.
Оставить комментарий