Уҡшуҡтарға Яңы йыл бүләге

Яңы йыл байрамын барыбыҙ ҙа ниндәйҙер мөғжизәләр, бүләктәр көтөп, өмөтләнеп ҡаршы алабыҙ. Киләһе йылда күңелдә йөрөткән изге ниәттәребеҙҙең тормошҡа ашыуына, тормошобоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр, уңыштар юлдаш булырына ла балалар кеүек ышанабыҙ. Уҡшуҡ ауылы тарихында ла 2016 йыл мѳғжизәле бүләк алыу менән башланып китте һәм был кѳн ауыл тарихына иҫтәлекле ваҡиға булып яҙылды. Яңы йыл байрамы алдынан уҡшуҡтарға Ҡыш бабайҙың оло бүләге эләкте. Ауылда инде нисә йылдар хыял итеп, түҙемһеҙләнеп көткән табипҡа тиклемге кабинет асылды.
Бер нисә йыл элек Уҡшуҡ ауылын ҡала менән берләштергәс, быға тиклем ауылда эшләп килгән ФАП ябылғайны. Медицина белгестәренә күренеү өсөн халыҡ ҡала үҙәгенә йөрөргә мәжбүр булды. Оло йәштәгеләр, шәхси транспорты булмағандарға был артыҡ мәшәҡәт өҫтәне. Әлеге ваҡытта Уҡшуҡта йәшәгән 660 кешенең 123-ө пенсионер, 194-е балалар һәм 15-е - инвалид. Халыҡ мәсьәләне хәл итеү өсөн үҙҙәре һайлаған депутаттарға мөрәжәғәт итә. Үҙәк район клиник дауаханаһының баш врачы, ҡала Советы депутаты Е. В. Кустов һәм район Советы депутаты Р. И. Фәрүәзов һайлаусыларының үтенесен иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Улар район һәм ҡала хакимиәте ярҙамы менән элекке ФАП бинаһын реконструкциялау эшен ойоштора. Башлаған эште аҙағына ет- керергә «Жилкоммунсервис», «Торлаҡ», «Техресурс» компаниялары, «Водоканал», «Белорет электр селтәрҙәре» предприя- тиелары, «Белорет йылылыҡ селтәре» йәмғиәте, «Мастерстрой» магазины етәксе- һе Вадим Заһиҙуллин, эшҡыуар Андрей Баженов, депутаттар Р. Фәрүәзов, Е. Кустов һәм В. Савчук матди ярҙам күрһәтә. Уҡшуҡ ауылының урам комитеты рәйесе Милләт Әзекәев иһә ойоштороу эштәрен алып бара. Яңы йыл байрамы алдынан иҫке бинаны реконструкциялағандан һуң булдырылған табипҡа тиклемге кабинетты тантаналы асыу сараһы уҙҙы. Унда был эште тормошҡа ашырырға ярҙам иткән әүҙем кешеләргә һәм ойошма-предприятие етәкселәренә муниципаль район Советының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Яңы асылған табипҡа тиклемге кабинетта халыҡты ҡабул итеү өсөн ҡарау һәм процедура кабинеттары ла булдырылған. Медпунктта көн һайын шәфҡәт туташы эшләй, аҙнаһына 1-2 тапҡыр участка фельдшеры ҡабул итәсәк. Яңы учреждение үҙ эшен Яңы йыл каникулдарынан һуң башланы һәм дүшәмбенән йомаға тиклем, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 4-кә тиклем эшләй. Тѳштән һуң шәфҡәт туташы ауыр хәллеләрҙе, инвалидтарҙы ѳйҙәренә йѳрѳп ҡарай. - Кабинетты Яңы йыл байрамына тиклем ѳлгѳртѳү ѳсѳн ҙур тырышлыҡ һалырға тура килде. Был йәһәттән Милләт Әзекәевтең ярҙамы ҙур булды. Ул иртәнән кискә тиклем ойоштороу эштәрен алып барҙы, һуңғы биҙәү, тәртипкә килтереү эштәрендә әүҙем ҡатнашты. Кисә, дүшәмбе, тәүге пациенттарҙы ҡабул иттек. Халыҡ кабинет асылыу менән бик ҡәнәғәт. Элек уларға табип тәғәйенләгән уколдарҙы алыу ѳсѳн генә ҡалаға йѳрѳргә, юлға 400 һумдан ашыу аҡса тотонорға кәрәк булһа, хәҙер улар йомоштарын урында ла хәл итә ала. Ауылда яңы учреждение асыу ҡала поликлиникаһындағы сиратты кәметеүгә лә булышлыҡ итәсәк, - ти шәфҡәт туташы Динә Таһирова. Быға тиклем Динә Рим ҡыҙы “БашРЭС” йәмғиәтенең һаулыҡ һаҡлау пунктында шәфҡәт туташы булып эшләгән. Был ѳлкәлә уның 15 йылдан ашыу хеҙмәт стажы бар.
ҺҮРӘТТӘ: тәүге пациенттарҙың береһе - Александра Брюханова ҡан баҫымын үлсәтә.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий