Балаларҙы ла йәлләмәйҙәр бит...

Белорет ҡалаһының бер биҫтәһендә сыҡҡан янғында ике баланың ғүмере ѳҙѳлѳүе хаҡында хәбәр иткәйнек. Башҡортостан Республикаһы дәүләт ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенең пресс-службаһы хәбәр итеүенсә, янғын сыҡҡан йорт хужабикәһе күршеһе менән тыуған кѳн мәжлесе үткәреп ултырған. Ике балаһы ла шунда булған. Ҡатындар ҡапыл ғына сыҡҡан тѳтѳндѳ күреп верандаға сыға һәм үҙҙәре дѳрләп янған утты һүндереп маташа. Әммә ут бик тиҙ йортҡа күсә һәм улар ѳйгә инеп балаларҙы алып сыға алмай ҡала.

“Тикшереү күрһәтеүенсә, 2012 йылдың 23 ноябре йорт хужабикәһе һәм уның танышы араһында ирен кѳнләшеү сәбәпле, ғауға булған. Йорт хужабикәһенең ҡотортоуына бирелеп, 27 йәшлек йәш ҡатынды урындағы кешеләр туҡмаған”, - тиелә мәғлүмәт сығанағында.
Шул уҡ кѳндѳ туҡмалған ҡатын ѳйҙѳ үртәргә маташа, әммә хужабикә ваҡытында күреп ҡалып, утты һүндерә һәм полицияға хәбәр итеп тормай. “2012 йылдың 25 ноябрь кисендә үс алыу теләге менән янған ҡатын үҙендә ҡалған дизель яғыулығын верандаға, йортҡа һибә лә ут тѳртә”, - тип аныҡлай ведомствоның пресс-службаһы.
Ике баланың ғүмерен ҡыйған янғын буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Балаларҙы үлтергән ѳсѳн яза ҡаты буласаҡ. Һәләк булған балаларҙың әсәһе лә уттан зыян күргән һәм хәҙерге ваҡытта дауаханала ята.
ҮҘ ХӘБӘРСЕ .
Оставить комментарий