Ҡала судында яңы етәксе

РФ Президенты Владимир Путин Указы менән Белорет ҡала суды рәйесе итеп Олег Леонидович Мосунов тәғәйенләнде. Ул 23 ноябрҙән эш башланы.

Олег Мосунов 1965 йылдың 12 декабрендә Свердловск ѳлкәһенең Асбест ҡалаһында тыуған. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Свердловск юридик институтын тамамлаған. Һуңынан производство берләшмәһендә юрисконсульт, Ростов ѳлкәһе Таганрог ҡалаһында Милек менән идара итеү комитетының юридик бүлеге мѳдире, адвокаттар коллегияһы адвокаты, Таганрог ҡала суды судьяһы булып эшләй. Юрист һѳнәре буйынса хеҙмәт стажы - 21, судья вазифаһында - 12 йыл.
Оставить комментарий