Берҙәм социаль юл йѳрѳү билеттары (ЕСПБ) менән файҙаланыусылар ИҒТИБАРЫНА

Социаль ярҙам сараларына хоҡуғы булған ҡайһы бер граждандар ѳсѳн транспорт хеҙмәте менән файҙаланыуын тәьмин итеү маҡсатында, Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәтенең 2005 йылдың 28 ғинуарындағы ҡарары менән республикала берҙәм социаль юл йѳрѳү билеты (ЕСПБ) индерелде.

«БАШАВТОТРАНС» ЕСПБ-ы 2012 йылдың 1 ноябренән БАШҠОРТОСТАНДЫҢ СОЦИАЛЬ КАРТАҺЫНА күсерелде. Хәҙер ҡайһы бер граждандар һәм пенсионерҙар йәмәғәт транспортында йѳрѳгәндә Башҡортостандың социаль картаһын күрһәтеп ташламалар менән файҙаланасаҡ.

Ташламалы юл хаҡы элеккесә - айына 400 һум итеп ҡалдырылды. Башҡортостандың социаль картаһын алып ѳлгѳрмәгән кешеләргә яҡын арала Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль органдарына йәки «УралСиб» банкы бүлексәләренә ғариза менән барырға кәрәк. Белорет ҡалаһында Башҡортостандың социаль картаһын Белорет ҡалаһы Киров урамы, 48 адресы буйынса юлларға мѳмкин.
Үҙегеҙ менән түбәндәге документтарығыҙ булһын: паспорт; ИНН; мотлаҡ медицина страховкалау полисы (ОМС); дәүләт пенсия страховкалау таныҡлығы (СНИЛС); пенсия таныҡлығы; льготаларға хоҡуҡты раҫлаусы документтар, МВД хеҙмәткәренең хеҙмәт таныҡлығы (булһа).
Әлеге ваҡытта ЕСПБ менән файҙаланыусыларға, социаль карта әҙер булғансы, ВАҠЫТЛЫСА СОЦИАЛЬ КАРТА алыу мѳмкинлеге бирелә. Социаль картаны алған саҡта ваҡытлыһын тапшырырға кәрәк.

Башҡортостандың социаль картаһын йәки ваҡытлыса бирелгәнен ағымдағы айҙың 20-һенән түләгән айҙың 10-на тиклем Ленин урамы, 41 адресы буйынса Рәсәй почтаһында тулыландырырға мѳмкин. Чекты һаҡларға һәм кәрәккәндә карта менән бергә күрһәтергә.
Бѳтә мәғлүмәтте 8-800-100-81-80 телефоны аша бушлай һәм «Башкирский регистр социальных карт» йәмғиәтенең рәсми сайтында www.brsc.ru алырға була.
Оставить комментарий