Бѳркѳттәр таҙа мѳхитте үҙ итә

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылы эмблемаһы һәм слоганының иң яҡшы проектын билдәләү буйынса республика конкурсына йомғаҡ яһаны.

- Башҡортостандың ат-ҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, «Башҡортостан» гәзитенең биҙәлеш мѳхәррире Нәсих Хәлисовтың эше иң яҡшы эмблема проекты тип табылды. Унда һыу тамсыһы формаһында күккә олғашҡан аҡ бѳркѳт һүрәтләнгән, - тине министрлыҡтың матбуғат секретары Нина Никандрова.
Эштең авторы Нәсих Хәлисов әйтеүенсә, бѳркѳт эмблемала осраҡлы һынландырылмаған.
- Бѳркѳттәр экологик яҡтан таҙа тѳбәкте генә тѳйәк итә. Эмблеманың фонын тәшкил иткән иткән һыу тамсыһы республикабыҙҙың флагын һынландырып, зәңгәр, аҡ һәм йәшел тѳҫтән тора, - тине конкурста еңеүсе.
«Иртәгәһе кѳнѳбѳҙҙѳ һаҡлайыҡ!» тигән слоган Башҡортостанда Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылының иң яҡшы девизы тип билдәләнде. Уның авторы - Бѳтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан Республика ойошмаһы.
БАШИНФОРМ.
Оставить комментарий