Электрон «больничный»ҙар уңайлы

Былтыр 1 июлдән дауахана пациенттары эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса ҡағыҙҙарҙы электрон вариантта алыу хоҡуғына эйә булғайны. Эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса электрон «больничный» нимә өсөн кәрәк, ул элекке, ғәҙәттәге ҡағыҙ варианттан нимәһе менән айырыла, уны теләгән һәр кеше юллай аламы? Яңы формат буйынса эшләүгә былтыр уҡ рѳхсәт бирелһә лә, әлегә бѳтә учреждениелар ҙа бындай шарттар буйынса эшләүгә әҙер түгел, сѳнки үҙгәреш эш биреүсенең махсус программаһы булыуын, техник мәсьәләләрҙе кѳйләүен талап итә. Электрон больничный ҡағыҙы менән эшләү ѳсѳн эш биреүсе cabinets.fss.ru сайтында шәхси кабинет булдырырға йәки социаль фонд хеҙмәттәре менән мәғлүмәти алмашыу алып барыу ѳсѳн махсус бухгалтер программаһы ҡуйырға тейеш. Бынан тыш, квалификациялы кѳсәйтелгән электрон ҡултамға ла талап ителә.
Йөкмәткеһе буйынса электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы элеккеһенән бер нимәһе менән дә айырылмай. Унда шул уҡ мәғлүмәт күрһәтелә, әммә ул бары тик электрон документ формаһында, йәғни, автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы ярҙамында тултырыла. Ниндәй форматта электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын алыуҙы пациент үҙе хәл итә, медицина учреждениелары уның теләгенә ҡаршы килергә тейеш түгел. Тик “больничный” юллағанда ошо ике варианттың береһен генә һайларға кәрәк, уның бер юлы ике төрөн дә алыу мөмкин түгел. Әммә врач бындай ҡағыҙҙы эш биреүсенең махсус программаһы булған һәм ул социаль страховкалау фонды сайтында теркәлгән осраҡта ғына бирә ала. Пациенттар өсөн барыһы ла элеккесә ҡала. Электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары буйынса эшләүгә күскән компания хеҙмәткәрҙәренә, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ өсөн эш биреүсе түгел, ә социаль страховкалау фонды түләй, йәғни туранан-тура түләү башҡарыла. Бындай хеҙмәтләндереүгә күсеү страховкалау осрағы тураһындағы мәғлүмәттең фондҡа тиҙерәк барып етеүенә булышлыҡ итә, пособие түләү процедураһын ябайлаштыра, табиптарҙы артыҡ эштән азат итә, дауаланыусыларҙы ла ҡултамға һәм мисәт ҡуйҙырып йөрөү, хаталарҙы төҙәтеү йәиһә “больничный” ҡағыҙын юғалтыу, бысратыу мәшәҡәтенән ҡотҡара. Барлыҡ процесс, электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын тултырыуҙан алып пособие түләнгәнгә тиклем, страховкаланған шәхестең Страховкалау фонды сайтындағы шәхси кабинетында күренеп торасаҡ. Шул арҡала Социаль страховка фонды ѳсѳн дә был яңылыҡтың ѳҫтѳнлѳктәре күп. Яңыса эшләү бухгалтерҙарҙы ла күп кенә ҡағыҙ мәшәҡәтенән ҡотҡарасаҡ һәм иң мөһиме - врачтар пациенттарға күберәк ваҡыт бүлә аласаҡ, сөнки айырым стандарттар буйынса ҡағыҙ тултырыуға ваҡыт китмәйәсәк. Электрон вариантҡа күсеүҙең тағы ла бер файҙалы яғы бар, эш биреүселәр менән компьютер аша бәйләнеш яйға һалынып, проект бар көсөнә эшләй башлағас, ялған “больничный” яһаусылар ҙа бөтәсәк. Заманса форматта эшләү артыҡ ҡағыҙ сарыфлауҙан да ҡотҡара. Республикала йыл һайын эшләүсе граждандарға бер млн.-дан ашыу больничный бирелеүен, сама менән 40 млн.-дан ашыу бланк тултырылыуын иҫәпкә алһаҡ, ниндәй күләмдә экономия булыуын күҙ алдына яҡшы килтерергә була. Әлегә электрон форматҡа күсеү ѳсѳн барыһының да мѳмкинлеге юҡ. Әммә ниндәй милек формаһында булыуға ҡарамаҫтан, бөтә ойошма, предприятие һәм учреждениелар ҙа эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын һанлы форматта тултырыуға күсергә тейеш. Әлегә беҙҙең ҡалала бындай программа менән бары тик 6 ойошма ғына эшләй.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий