«Тәгәрмәсле почта»

Үткән йылда Белорет районында бер нисә ауылда почта бүлексеһе ҡыҫҡартылды. Хәҙер был ауылдарҙа йәшәүсе 2,5 мең кешене Исмаҡай күсмә почта бүлексәһе (индексы 453526) хеҙмәтләндерә.

Халыҡ мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндереү, хеҙмәтләндереүҙе үҫтереү маҡсатында үткән аҙнала Белорет почтамтына ѳр-яңы ГАЗ 33083 автомобилен алып килделәр. Ул Исмаҡай, Түбәнге Әүжән, Ҡаһарман, Үрге Арша, Николаевка, Тирлән-2 (Верхнебельский) ауылдары мар-шруттары буйынса ошо аҙнанан рейсҡа сыҡты.
ГАЗ 33083 бѳтә уңай-лыҡтары булған, тулыһынса йыһазландырылған, Рәсәй Почтаһының берҙәм фирма стан-дартына яуап биргән автомобиль ул.

Беҙ барғанда автомобилде юлға әҙерләйҙәр, теркәү номерын ҡуялар ине. Яңы техника янында йѳрѳгән механиктың да, автослесарҙарҙың да күңеле күтәренке. Ҡыуанырлыҡ та шул, бындай техниканы кѳн дә бирмәйҙәр һәм һәр кемгә лә тәтемәй.
Автомобилдең будкаһына үтәбеҙ. Ул икегә бүленгән. Тәүге яртыһы - ҡулланыусылар ѳсѳн. Унда ѳҫтәл ҡуйылған, стенала танышыу материалдары. Икенсе яртыһы күсмә почта бүлексәһе начальнигы ѳсѳн тәғәйенләнгән. Унда коммуналь хеҙмәттәр, аҡса күсереү, ебәрелгән әйберҙәрҙе (ваҡытлы матбуғат, телеграмма, хат, бандероль, посылка) ҡабул итеү, Интернетҡа инеү һәм башҡа күп мѳмкинлектәре булған компьютер, касса-чек аппараты, сейф ҡуйылған. Посылка ҡабул итеү ѳсѳн электр үлсәү ҙә бар. Принтер, ксерокс, сканеры булған баҫыу аппараты урынлаштырылған. Тѳрлѳ һатыу әйберҙәрен, почта тауарҙарын һалыу ѳсѳн шкафтар ҡуйылған. Һыуытҡыс, һыуы йылытылған йыуынғыс кеүек эш шарттарының да булдырылыуы юлда тамаҡ ялғап алыу мѳмкинлеге тыуҙыра. Иң мѳһиме - яҡты һәм йылы, елләтеү ҡорамалы менән дә йыһазландырылған. Һыуыҡ кѳндәрҙә автомобилде тоҡандырыр алдынан двигателде йылытырға мѳмкин, был иһә водителдең эшен еңеләйтә. Автомобиль тоҡандырылмаған саҡта резервтағы ут сығанағына тоташтырыла. Навигатор ҡуйылыуы машинаның маршруттағы хәрәкәтен күҙәтеү мѳмкинлеге тыуҙыра.
- Бѳтә халыҡ почтаға йѳрѳй. Беҙҙең район шарттарына яуап биргән, ниндәй генә кѳндәр булыуға ҡарамаҫтан, бѳтә ергә лә үтә алыусан автомобиль алдыҡ. Күсмә почта дүшәмбе, йома кѳндәрендә Исмаҡай (кѳндѳҙгѳ 11.00 - 11. 20 сәғәттә), Түбәнге Әүжән (11.50 - 12.10 сәғәттә), Ҡаһарман (13.30-14.10 сәғәттә) ауылдарында, шишәмбе, шаршамбы, шәмбе кѳндәренә Үрге Арша (11.05 - 11.45 сәғәттә), Николаевка (12.25 - 12.55 сәғәттә), Верхнебельский (13.25 - 14.05 сәғәттә) ауылдарында ҡабул итәсәк. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер, был урындағы почтальондарҙы тѳп эштәренән азат итмәй, элеккесә бурыстарын үтәргә, халыҡтан тѳрлѳ түләүҙәр, заказдар ҡабул итергә, әйберҙәр һатырға, халыҡ һораған тауарҙарға заявка ҡабул итергә тейештәр, - ти Белорет почтамты ничальнигы Шайморат Мѳхитдин улы Йомағу-жин.
Р. МУСИНА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий