Хѳрмәтле Белорет районы халҡы!

Белорет ҡалаһы һәм районының халыҡты комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәге инвалидтарҙы реабилитациялаусы техник средстволар, протез-ортопедик әйберҙәр, шифахана-курортҡа путевкалар менән тәьмин итеүгә ғаризалар ҡабул итеүҙе дауам итә.

Был реабилитациялау әйберҙәре менән тәьмин итеү инвалидтарҙы реабилитациялаусы шәхси программаларға ярашлы атҡарыла. Шифахана-курортҡа путевкалар дәүләт социаль ярҙамы алыуға хоҡуғы булған һәм шифахана-курортта дауаланыу буйынса социаль хеҙмәттәр алыуҙан баш тартмаған кешеләргә бирелә.
Граждандар Белорет ҡалаһының К.Маркс урамы, 46 адресы буйынса ҡабул ителә.
Эш сәғәте: дүшәмбе - кесаҙна иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем.
Тәнәфес: тѳшкѳ 1-ҙән 2-гә тиклем.
Оставить комментарий