138 мең һумлыҡ штраф

Силәбе ѳлкәһе кешеһе Башҡортостанда мышы үлтергән ѳсѳн 138 мең һум штраф түләйәсәк.
Әбйәлил район суды Силәбе кешеһенән мышыны атыуҙан килгән 138 мең һумлыҡ зыянды ҡаплатыу тураһында ҡарар сығарған. Уҙған йылдың ноябрендә ул ҡырағай хайуанды лицензияһыҙ атып алған. Бынан алда суд һунарсыға 15 мең һум штраф һалған булған.
Шул уҡ ваҡытта Мәсетле районы полицейскийҙары мышыны эшкәртеп ятҡан һунарсыларға юлыҡҡан. Уларҙың хайуанды атыуға рѳхсәте булмаған. Браконьерҙарҙың ҡоралдары тартып алынған. Улар рѳхсәтһеҙ һунар факты буйынса енәйәт эшен тикшергәндә дәлил булып торасаҡ.
«Браконьер» операцияһы барышында уҙған ял кѳндәрендә полицейскийҙар республикабыҙҙа бѳтәһе 38 рѳхсәтһеҙ һунар итеү осрағын асыҡлаған.
Оставить комментарий