Милек һалымы тураһында

2013 йылдың март башынан һалым инспекцияһы 2012 йылға физик шәхестәргә милек һалымын иҫәпләй башлаясаҡ һәм апрелдә белдереү ҡағыҙҙары граждандарҙың йәшәгән урындарына ебәреләсәк. 2012 йылға милеккә, транспорт һәм ер һалымдарын түләү срогы 2013 йылдың 1 ноябрендә сығасаҡ.
Милеккә һалымға ташла-малары булған граждандар үҙҙәре менән пенсия, инвалидлыҡ, хеҙмәт һәм башҡа тѳр ветеран булыу тураһында таныҡлыҡтары менән килеп, ғариза яҙырға тейеш.
Ошо йылдың 10 мартына тиклем ташлама менән файҙаланыуға хоҡуҡлы граждандар ғариза һәм тейешле документ менән һалым инспекцияһына килергә тейеш. Һалым инспекцияһының 111-се кабинетында, йә иһә 4-42-22 телефоны буйынса белешмә ала алаһығыҙ.

Шәхси эшҡыуарҙар ѳсѳн
2013 йылдың 1 ғинуарынан патенттың хаҡын һанап сығарыу ѳсѳн шәхси эшҡыуарҙарға ярҙамға яңы “Налоговый калькулятор-Расчет стоимости патента” тигән Интернет-сервис асылды. Сайты: www.r02.nalog.ru , “Индивидуальным предпринимателям” рубри-каһында.
Оставить комментарий