“Дармарка”

Бѳтә Рәсәй ЭКА йәшелдәр хәрәкәтенең Белорет бүлексәһе Үҙәк китапхана менән берлектә ҡалала бүләктәр йәрминкәһе үткәрә.
«Дармарка» - яҡшы хәлдә булһа ла, кәрәкмәгән йәки күптән онотолған әйберҙәргә икенсе һулыш биреү һәм һеҙгә таныш булмаған кешегә бүләк итеү, үҙегеҙгә лә әйбер һайлап алыу мѳминлеге тыуҙыра.

«Дармарка»ның тѳп маҡсаты - һеҙгә кәрәкмәгән әйберҙең башҡа берәүҙең мохтаж булыуы. Бының менән һеҙ экологияға ла ярҙам итәһегеҙ, сѳнки һәр яңы әйберҙе етештереү ѳсѳн күп тәбиғи ресурстар талап ителә. Был яҡшы әйберҙәрҙең сүплеккә ташланыуына ла юл ҡуймаясаҡ.
Алмаштырыу ѳсѳн китаптар, дискылар, ижади әйберҙәр, кейем килтерергә мѳмкин. Сараға килеүселәр тѳрлѳ мастер-кластарҙа ҡатнаша ала. Мәҫәлән, экологик таҙа материалдарҙан «эко-сумкалар»ҙы биҙәү, квиллингка, быяла биҙәгенә, страпбукингка, декупажға, кейеҙ баҫыуға ѳйрәтеү. Шулай уҡ йәмәғәт хәрәкәте вәкилдәре менән танышыу һәм аралашыу мѳмкинлеге лә буласаҡ. Музыканттар ҙа тәбрикләнә.

Үҙегеҙҙең мастер-класс йәки семинарығыҙҙы үткәргегеҙ килһә, алдан уҡ 89699043528 телефонына шылтыратып, ғариза бирә алаһығыҙ.
Акцияла ҡатнашыусылар ѳсѳн тѳп шарттар:
бында бѳтә нәмә лә бушлай булырға тейеш;
бер-беребеҙгә бүләктәр эшләйбеҙ, үҙебеҙҙекен килтерәбеҙ һәм башҡаларҙыҡын алабыҙ;
акцияны һеҙҙең менән үткәрәбеҙ, һәр кем уларҙы ойоштороуҙа ярҙам итә ала;
әйберҙәргә һаҡсыл ҡарарға тырышабыҙ.

Сара 27 октябрҙә ҡала Үҙәк китапханаһында (Косоротов урамы, 9-сы йорт) иртәнге 10 сәғәттә башлана һәм 17 сәғәткә тиклем дауам итә.
Ләйсән ӘБСӘЛӘМОВА,
эко-китапхана мѳдире.
Оставить комментарий