Кѳҙгѳ саҡырыу башланды

Рәсәй Ҡораллы Кѳстәренә кѳҙгѳ саҡырыу башланды. Ошо уңайҙан Белорет, Бѳрйән райондары, Белорет ҡалаһы хәрби комиссары Вадим Ҡасим улы Сәйәхов менән әңгәмәләштек.

- Вадим Ҡасим улы, ниндәй кәйеф менән башланды кѳҙгѳ саҡырыу кампанияһы?

- Беҙҙә эш кәйефе. Республика буйынса 6000-гә яҡын егет хәрби хеҙмәткә саҡырыласаҡ. Беҙҙең комиссариаттан 243 егет сроклы хеҙмәткә алынырға тейеш, шул иҫәптән 192-һе Белорет районы һәм Белорет ҡалаһынан, ә ҡалғандары Бѳрйәндән. Тәүге оҙатыу 8 ноябрҙә була. Әле саҡырыу ҡағыҙҙары тараттыҡ. Бѳтәһен дә урында тап итеп булмай, шуға ла уҡыған һәм эшләгән ерҙәренә хат ебәрәбеҙ. Тағы ла хәрби хеҙмәттән ҡасыусыларҙы эҙләү тѳркѳмѳ лә эшләй.

- Иң тәүҙә кемдәр хәрби хеҙмәткә алына?

- Иң беренсе сиратта оло йәштәгеләр, юғары белемлеләр алына, аҙаҡ 18 йәштәре яңы тулғандарға сират етә. Унан тыш, һаулыҡ торошона, ғаилә хәленә лә ҡарайбыҙ. Ата-әсәһенең, үҙенең енәйәт яуаплылығына тарттырылмаған булыуы ла иҫәпкә алына. Бер саҡырыу кампанияһында бѳтәһе 752 кешене хәрби комиссариатҡа саҡырып тикшерәбеҙ.
Ҡайһы берәүҙәр IX класты тамамлағандан һуң педколледжға бара, ә унда 5 йыл уҡыйҙар. 20 йәштәре тулыу менән уҡып бѳтмәһәләр ҙә, армияға алабыҙ. Федераль Закондың 24-се статьяһы 2-се пункты буйынса, саҡырыу йәшендәге егеткә уҡыу процесы тамамланғансы кисектерелеү бирелә, әммә 20 йәше тулғансы ғына.
Саҡырыу комиссияһы тәү сиратта саҡырылыусының һаулығына ҡарай. Ҡайһы берәүҙәр: «Күрше егете бер ҡайҙа ла уҡымай, эшләмәй, уны армияға алманылар, ә бына минең уҡып йѳрѳгән баламды алдылар», - тип зарлана. Армияға ла һѳнәрле, уҡыған егеттәр кәрәк. Юғары белемле булһа ла, ул үҙ бурысын үтәргә тейеш. Шуныһы ҡыуаныслы, хәҙер егеттәр үҙҙәре хеҙмәт итергә теләк белдереп килә башланы.
Хәрби комиссариат аша ДОСААФ-та 120 егетте «С» категориялы водителгә уҡытырға тейешбеҙ. Улар яҙғы-кѳҙгѳ саҡырыу ваҡытында хәрби хеҙмәткә алынасаҡ. Ҡайһы бер егеттәрҙең IX класты тамамлағандан һуң уҡығыһы килмәүе аптырата. Ниңә бушлай водитель танытмаһына уҡытҡан мѳмкинлекте файҙаланып ҡалмаҫҡа?
Юғары белемлеләрҙе тәү сиратта алып китергә тырышабыҙ, сѳнки улар ваҡытында кисектерелеү алған, уның урынына башҡалар хеҙмәт иткән. Хәҙер ул да хеҙмәткә барып, икенсе йәш егеткә уҡыу мѳмкинлеге тыуҙырырға тейеш.

- Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы егеттәргә кеҫә телефоны рѳхсәт ителәме?

- Хәҙер телефон рѳхсәт ителә. Саҡырылыусыға 2 SIM-карта бирелә: береһе үҙенә, икенсеһе ғаиләһенә. Элек һалдаттарға аҡса ҡулына тотторолһа, хәҙер банк картаһы бирелә, унда ай һайын 2 мең һум күсерелеп бара. Һалдат теләһә, аҡса сисә, юҡ икән - иҫәбендә һаҡлана. Хәҙер сроклы хеҙмәткә саҡырылыусының ғаиләһе булһа ла, армияға алабыҙ. Ѳс йәшкә тиклем балаһы булһа, балаға 9682 һум 24 тин күләмендә пособие түләнә.

- Армиянан ҡасып йѳрѳүселәр бармы?

- Әлбиттә, бар. Тик шуны аңлаһындар ине: 9 йыл буйы ҡасып йѳрѳп булмай, яҡшы эшкә урынлашам тиһәң, барыбер хәрби билет кәрәк. Армиянан ҡасып йѳрѳгәндәр 328-се статья буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыла.

- Саҡырылыусының һаулы-ғында ниндәй етешһеҙлектәр булған саҡта хәрби хеҙмәттән кисектерелә?

- Саҡырыу комиссияһы Рәсәй Федерацияһы Указы менән раҫлана. Сколиоз, яҫы табанлылыҡ, гастрит, язва менән ауырығандар хәрби хеҙмәткә алынмай. Шулай уҡ тән ауырлығы норманан кәм булғанда тейешле массаны йыйғансы кисектереү ала. Һәр саҡ кроссовка кейеп йѳрѳһәң, яҫы табанлылыҡ барлыҡҡа килә. Шуға ла үксәле аяҡ кейеме кейергә кәрәк.

- Илгә хеҙмәт итеү, тыуған илде һаҡлауға халҡыбыҙ һәр саҡ ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Әле лә армия сафына алынған егетте ҙурлап, хѳрмәтләп оҙаталар. Был ҙур матди сығымдар ҙа талап итә. Ѳфѳләге саҡырыу пунктынан ҡайһы берәүҙәр кире ҡайта. Сәбәптәрен аңлатһағыҙ ине...

- Сәбәптәре тѳрлѳсә. Беҙҙә табиптар бер тѳрлѳ диагноз ҡуя, ә Ѳфѳләге саҡырыу комиссияһы икенсе ауырыу табыуы мѳмкин. Ҡайһы саҡта хәрби ғәскәр вәкиле ваҡытында килеп етмәй. Улар ҙа саҡырылыусыларҙы һайлап ала.

- Хәрби билет һатып алырға теләүселәр булдымы?

- Эшкә килгәндең тәүге йылдарында шундай бер нисә мѳрәжәғәт булды. Кире яуап алғас, хәҙер хәрби билет һорап йѳрѳүселәр юҡ.

- Армияла мѳғаммәләр килеп тыуһа, һалдатҡа нимә эшләргә кәңәш итер инегеҙ?

- Тәү сиратта етәкселәренә хәбәр итһендәр. Әгәр ата-әсә был хаҡта хәбәрҙар булһа, улар егет сроклы хеҙмәткә алынған комиссариатҡа мѳрәжәғәт итһендәр. Беҙ ҙә килеп тыуған хәлгә битараф ҡалмаясаҡбыҙ, сѳнки ул һалдат яҙмышы ѳсѳн беҙҙең бүлек яуаплы.

- Вадим Ҡасим улы, әңгәмәгеҙ ѳсѳн рәхмәт. Һеҙгә уңышлы саҡырыу миҙгеле, ә егеттәргә имен-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Р. МУСИНА
әңгәмәләште.

Хеҙмәт итергә теләйһеңме?

Тимур, 18 йәш:
- IX класты тамамлағандан һуң 26-сы профтехучилищела уҡып сыҡтым. Хәрби комиссариатҡа теләк менән килдем. Армияға барғым килә. Бер ыңғайҙан донъя күреп тә ҡайтаһың. Бѳгѳн ҡайҙа ғына эшкә урынлашам тиһәң дә хәрби билет кәрәк.

Азиз, 20 йәш:
- Нефтекамала быраулаусыға уҡып йѳрѳйѳм. Армия сафын үтергә теләк бар. Әммә уҡыуҙы бѳтѳп киткәндә, яҡшыраҡ булыр ине.

Тимур, 21 йәш:
- IX класты тамамлағандан һуң уҡыманым, әле эшләп йѳрѳйѳм. Йыл һайын 2 тапҡыр комиссия үтәм, тән ауырлығым етмәгәнгә хәрби хеҙмәткә алмайҙар. Был юлы бѳтәһе лә яҡшы, хәрби хеҙмәткә алырҙар, тип уйлайым.


АРМИЯНАН ҠАСҠАНДАР
ЧИНОВНИК БУЛА АЛМАЙ

РФ Хѳкүмәте «Хәрбиҙәрҙең статусы тураһында»ғы законға үҙгәрештәр әҙерләй - армияла хеҙмәт итеүҙән ҡасып йѳрѳүселәрҙе дәүләт хеҙмәтенә эшкә алмаясаҡтар. Был армияла хеҙмәт итеүселәрҙең статусын күтәреү ѳсѳн эшләнә. Шулай уҡ юғары белемле, хеҙмәт итеп ҡайтҡандарға бизнес-мәктәптәрендә, сит илдә уҡыр ѳсѳн гранттар алғанда ѳҫтѳнлѳк биреләсәк.
Үҙегеҙ белеүегеҙсә, дәүләт хеҙмәтенә Президент хакимиәтендә, башҡарма властың федераль органдарында (министрлыҡ, хеҙмәт, агентлыҡ, шулай уҡ тѳбәк вәкиллегендә), шулай уҡ тѳбәктәрҙәге Хѳкүмәттә һәм хакимиәттәрҙә эшләү инә. Әммә Дәүләт Думаһы депутаттары, Федерация Советы ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, шулай уҡ судьялар дәүләт хеҙмәткәре тип иҫәпләнмәй.

ДИН ӘҺЕЛДӘРЕН АРМИЯҒА АЛМАЯСАҠТАР

Рәсәй Президенты В. Путин дин әһелдәрен армия хеҙмәтенән кисектереп тороу ваҡыты тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ командирҙарҙың дини хәрбиҙәр менән эшләүсе ярҙамсылары вазифаһын башҡарыусыларының (армияла хеҙмәт итеүсе дин әһеле шулай атала) махсус әҙерлек үтеүе буйынса ҡағиҙәләр раҫланды.
Ҡарарға ярашлы, йылына 150 кеше хәрби хеҙмәттән кисектерелә. Бындай ташламаға дини исеме булғандар һәм ойошмала вазифа биләп тороусылар эйә булмаясаҡ. Әммә бер шарты бар: улар командирҙарҙың дини хәрбиҙәр менән эшләүсе ярҙамсылары вазифаһына махсус әҙерлек үтергә тейеш.
Оставить комментарий