Эш хаҡы уртаса кимәлгә сығасаҡ

Башҡортостанда дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының уртаса эш хаҡы 2013 йылда республика буйынса уртаса кимәлгә сығасаҡ. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы төбәктә дөйөм белем биреү өлкәһендәге уртаса эш хаҡы кимәленән түбән булмаясаҡ.

Был хаҡта БР Хөкүмәтенең «Башҡортостан Республикаһының дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу буйынса саралар тураһында»ғы ҡарарына һылтанма яһап, БР Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.
Оставить комментарий