Яңы уҡыу йылында БДУ студенттарын ҙур үҙгәрештәр көтә

Уҡыу йорто Рәсәй ректорҙары союзы тәҡдим иткән «Берҙәм этика» кодексын индерергә ниәтләй. Документ үҙ эсенә уҡытыусы һәм студент мөнәсәбәттәре, тышҡы ҡиәфәт, үҙеңде нисек тоторға тигән һорауҙарға яуап туплаған.

Юғары уҡыу йорттарына тәғәйенләнгән «Берҙәм кодекс»ҡа ярашлы, студенттарға белем биреү учреждениеһына ҡыҫҡа еңле кейем, джинсы салбар, артыҡ асыҡ һәм ҡыҫҡа күлдәктә йөрөү, ҡысҡырып һѳйләшеү, һүгенеү тыйыла. Шулай уҡ бер-береңә, бигерәк тә, уҡытыусыларға итәғәтле булыу шарт. Әлегә был талаптар ҡағыҙҙа ғына ҡала. Әммә берҙәм кодекс үҙ көсөнә инеү менән эшкә тотонасаҡбыҙ, ти уҡыу йортоноң ректор урынбаҫары.

Илдең юғары уҡыу йорттарына берҙәм талаптар булдырыу тәҡдиме 2012 йылда уҡ индерелә. Июндә Рәсәй ректорҙары союзы «Берҙәм корпоратив» кодексына үҙ тәҡдимдәрен белдерә. Берәүҙәр был үҙгәреште күптән кәрәкле уҡыу йортоноң ҡанундар йыйынтығы булараҡ ҡабул итһә, икенселәр уны бары тик кәңәштәр буклеты рәүешендә таратыуҙы яҡлап сыға. Студенттарҙың күбеһе был яңылыҡты ишетмәгән.
Кодекста берҙәм талаптарҙы үтәмәүсе уҡытыусыларҙың эш хаҡын кәметеү, ә студенттарҙы уҡыуҙан ҡыуыу кеүек киҫкен шарттар ҙа бар. Яңы үҙгәреш юғары уҡыу йорттарында нығынырмы, әлегә билдәһеҙ. Башҡорт дәүләт университеты белгестәре «Берҙәм кодекс»ҡа үҙгәрештәр һәм тәҡдимдәр индереү маҡсатында 15 апрелдә кәңәшмә үткәрергә ҡарар иткән.
Оставить комментарий