Май - имтихандар осоро

Май, мәктәптәрҙә уҡыу йылының тамамланып, оҙайлы йәйге каникул етеүен белдерһә лә, нәҡ ошо ваҡытта XI класс уҡыусылары ѳсѳн иң кѳсѳргәнешле, етди мәл башлана: уларҙың киләсәге, һѳнәр һайлау мәсьәләһе хәл ителә. Яҙмыштары һайлау алдында торған балаларға, оло тормошҡа аяҡ баҫырҙан алда тәү сиратта Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу бурысы ла тора.

Быйыл ҡала һәм райондан бѳтәһе 640 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра. Имтихан ҡабул итеү пункттарының икәүһе ҡалала, берәүһе Сермән мәктәбендә урынлашҡан. Райондың Абҙаҡ, Мәхмүт, Тирлән, Ломовка мәктәбе уҡыусылары ҡалала имтихан бирә. Ә теләк буйынса һайланған предметтан имтиханды бѳтә уҡыусылар ҙа мотлаҡ ҡалала тапшыра.

Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуҙа бер нисә йыл рәттән йәмғиәтте ѳйрәнеү фәне беренсе урында килә. Уҡыусыларҙың 50 процентынан күберәге ошо фәнде һайлай. Унан һуң, физика, биология, химия фәндәре лидерҙар рәтендә тора.
Мәғариф системаһына Берҙәм дәүләт имтихандарын индереүгә арыуыҡ ваҡыт үтһә лә, уға үҙгәрештәр индереп тороуҙан туҡтамайҙар. Быйылдан башлап, имтихан ойоштороусыларҙың барыһы ла уҡып, сертификат алырға тейеш. Әлеге ваҡытта имтихан ойоштороу буйынса етәкселәр генә сертификат алырға ѳлгѳргән.
Оставить комментарий