Ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Сосновка, Шығай, Ломовка, Тимер юл һәм Әзекәй ауыл Советтары территорияһында саранча (ҡара сиңерткә) менән болон күбәләге таралыуға бәйле һәм ҡоротҡостарҙы бѳтѳрѳү, зыянды кәметеү маҡсатында, Белорет районы муниципаль район хакимиәтенең 2013 йылдың 28 июнендәге 2808-се ҡарары менән 27 июндән алып махсус бойороҡҡа тиклем район территорияһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелә.
]
30 июндә һәм 1 июлдә алда әйтелгән ауыл Советтары территорияһында болондарҙы, кѳтѳүлектәрҙе, сәсеүлектәрҙе аэропландан ағыулы химикаттар менән эшкәртеү үткәрелә. Шунан һуңғы ѳс кѳндә ауыл халҡына малын ҡарауһыҙ йѳрѳтѳп ҡуймаҫҡа кәңәш ителә.

БР Белорет районы муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы оператив штаб.
Оставить комментарий