“Иң яҡшы сауҙа предприятиеһы - 2013”

Белорет районының сауҙа предприятиелары араһында “Иң яҡшы сауҙа предприятиеһы - 2013” конкурсы иғлан ителде. Уны муниципаль район хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙарын һәм хеҙмәттәрен анализлау һәм прогноз яһау секторы ойоштора.

Конкурс сауҙа предприятиелары хеҙмәткәр-ҙәренең профессиональ оҫталығын арттырыу, хеҙмәт күрһәтеү сифатын яҡшыртыу һәм халыҡты хеҙмәтләндереү культураһын күтәреү маҡсатында үткәрелә.
Сарала муниципаль район территорияһында сауҙа эшен алып барған предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала.
Конкурс V этаптан тора. I этабында командалар “Сауҙа эше тарихынан ҡыҙыҡ факттар” темаһына “ѳйгә эш” әҙерләй. II этапта улар һатыу итеү ҡағиҙәләрен, сауҙа предприятиеларының санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәүен белеүгә ҡоролған тест һорауҙарына яуап бирә. III этап - “Һорау-яуап”. Һәр команда башҡаларына 1-әр һорау әҙерләргә тейеш. IV этап - “Республика кѳнѳнә ҡотлау открыткаһы”, V этап - “Предприятиеның альбомы”.
“Иң яҡшы сауҙа предприятиеһы - 2013” конкурсы ошо йылдың 10 октябрендә Йәштәрҙең ял үҙәгендә (Белорет ҡалаһы, Пухов тыҡрығы, 9) үткәрелә. Район конкурсында ҡатнашырға теләгән предприятиеларға 5 сентябргә тиклем Белорет районы муниципаль район хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙарын һәм хеҙмәттәрен анализлау һәм прогноз яһау секторына (Белорет ҡалаһы, Ленин урамы, 71, 310-сы каб.) заявка бирергә кәрәк. Белешмәләр ѳсѳн телефон: 5-05-24.
Конкурс тураһында положение менән www.beladmin.ru сайтында “Нормативная база - Распоряжения Администрации” бүлегендә танышырға була.
Оставить комментарий