Тормош һабаҡтары

Бер ауылда ҙур күпер аша сығып килгәндә 5-6 йәштәр тирәһендәге малайҙың ситтәрәк тыныс ҡына ятҡан һыйырҙы тибеп торғоҙоп йѳрѳүен күреп: «Ниңә улайтаһың?» - тип һорайым, сѳнки ул бер кемгә лә ҡамасауламай ине.
- Мин һыйыр ҡыуып аҡса эшләйем! - ти был эре ҡиәфәттә генә. - Бына 50 һум бирҙеләр ҙә инде.
Мине ошо кескәй баланың ҡылығы аптыратты. Ѳлкәндәр балаларға: «Изгелекле, игелекле, мәрхәмәтле булып үҫегеҙ», - тиҙәр. Аҡса эшләү теләге малайҙы үҙгәртә, был ҡурҡыныс. Дѳрѳҫ, бәлки, ул бына тигән эшлекле кеше булып сығыр. Әгәр ҙә ул бер кемде лә йәлләмәй, бер нәмәгә лә ҡарамай, үҙ маҡсатына ынтылһа!? Бѳтә сабыйҙар ҙа саф, эскерһеҙ булып тыуа, ҡайҙан шундай яуыз, мәкерле кешеләр барлыҡҡа килә икән, тип аптырайбыҙ. Ә бит балаға кешелек сифаттары иң тәүҙә ғаиләлә һалына.

***
Аят уҡытҡандан һуң ѳҫтәлгә аш ултырттылар. Бер йәш ҡатын 1 һәм 7 йәштәрҙәге балалары менән килгән. Әсәһе янына килеп ултырған малайға әсәһенең ниндәйҙер һүҙе оҡшаманы һәм ул, үсегеп, икенсе бүлмәгә сығып китте. Ҡатын балаһын битәрләй башланы, әгәр килеп ултырмаһа, ҡайтҡас, эләгәсәге тураһында бер нисә тапҡыр ҡабатлағас ҡына бала ѳҫтәл артына ултырҙы. Кеше алдына килеп ултырмауы һәйбәтерәк булған да бит…
Малай ѳҫтәл артында үҙен бѳтѳнләй тота белмәй. Аяҡтарын ѳҫкә күтәреп, бер ҡулы менән тубығын ҡосаҡланы ла ҙур киҫәк итте йәмһеҙ итеп ашай башланы. Бер киҫәкте ашап та бѳтмәйенсә икенсеһенә үрелде. Ә әсәй кеше, бер һүҙ ҙә әйтмәй, тыныс ҡына ашауын белде. Табын артында ауыр тынлыҡ урынлашты. Кешенең иң күркәм сифаты - әҙәп икәнен атай-әсәй онотмаһын ине.

***
4-5 йәштәрҙәге ҡыҙ менән әллә әсәһе, әллә ѳләсәһе атлай. Ҡайҙалыр ашығалар, сѳнки баланы елтерәтеп кенә алып бара ҡатын, ә үҙе һүгенә, ҡысҡыра. Уның әйткән оятһыҙ һүҙҙәренән күңел ытырғанып, йѳрәк һыҙлап китә. Кешеләр уларға әйләнеп ҡарай. Урам буйында шулай ҡыланған ҡатындың ѳйҙә үҙен нисек тотоуын күҙаллап, ҡыҙсыҡты йәлләп ҡуйҙым. Ниндәй яҙмыш кѳтә уны?

***
Бала ятҡан колясканы этәп ике йәш ҡатын алдымдан бара. Икеһе лә тәмәке тарта, һүҙ араһында һүгенеп тә ебәрәләр. Уларҙың тормош иптәштәре тураһында һѳйләүҙәре һәм бер әйбергә ҡараған кеүек мѳнәсәбәттәре иҫте китәрҙе. «Скотина», «сволочь» кеүек һүҙҙәрҙең был ике ҡатындың хәләл ефеттәренә тѳбәлеүен аңлау ауыр түгел.
- Миңә иң мѳһиме фатирҙы үҙ исемемә күсереп ҡалырға кәрәк, һуңынан, әйҙә, дүрт яғы ҡибла…
Ҡәйнә-ҡайнылар тураһында ла һүҙ күп булды. Бына коляскала ятыусы бала тураһында ләм-мим. Тимәк, әсәй кеше үҙе балалыҡтан сыҡмаған, уны бала яҙмышы ҡыҙыҡһындырмай. Нимә уйлап кейәүгә сыға һуң был ҡыҙҙар?! Улар үҙ яҙмышын ғына түгел, башҡаларҙыҡын да кире яҡҡа бора бит.
***
Ҡаршыма осраған 8-10 йәштәр самаһындағы ике малай мине байрам менән ҡотлап, шундай матур һүҙҙәр әйтеүенә һоҡланыуҙан иҫемә килергә лә ѳлгѳрмәнем, улар шундай итәғәтле итеп минән 10 һум аҡса биреүемде үтенде. Үҙеңә ҡарата матур һүҙҙәр яуҙырған балаларға нисек бирмәйһең инде - хатта күберәк итеп биреп киттем. Ѳйгә ҡайтып етһәм, күрше ҡатындар шул тиклем «тәрбиәле» балалар тураһында ниҙер гәпләшә. Баҡтиһәң, был малайҙар бер миңә генә осрамаған икән. Кәйефем тѳштѳ, ауыр уйҙар менән ѳйгә инеп киттем. Аҡсам йәл булғанға түгел, әлбиттә...

***
Йылы һүҙ - йән аҙығы, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Матур, яғымлы һүҙ кешене ҡанатландыра, күңелгә май булып ята. Эш буйынса ауылдар буйлап йыш йѳрѳргә тура килә. Шунда ейән-ейәнсәрҙәре менән ѳйҙә ҡалған ѳләсәйҙең пыр туҙҙырып балаларҙы әрләп йѳрѳүенә шаһит булғайныҡ.
- Дѳмѳккѳрҙәр, суҡынғырҙар, шайтандар, эт ашағырҙар…, - тигән һүҙҙәрҙе ишетеп тәндәр ҡалтырап, йән ѳшѳп китте. Ә бит ауыҙҙан сыҡҡан һәр һүҙ ниндәйҙер кѳскә эйә, йәғни ысынбарлыҡҡа ашыуы мѳмкин, тиҙәр. Бәлки, беҙҙең тормошобоҙҙағы бѳтә бәлә-ҡазалар һәр һүҙҙе уйлап, үлсәп һѳйләй белмәүҙәндер. Бигерәк тә асыуҙан ярһығанда нимәләр генә әйтмәйбеҙ. Баланы кескәйҙән дѳрѳҫ һѳйләшергә ѳйрәтеү кешелекте яманлыҡтан, яуызлыҡтан ҡотҡармаҫмы икән?..
З. СѲЛӘЙМӘНОВА.

***
Бер таныш ҡатындың ире үлеп ҡалды. Шул тиклем уңған, тырыш, хәстәрлекле хужа булыуы донъяларының матурлығынан, тѳҙѳклѳгѳнән үк күренеп тора ине. Тик ниңәлер ҡатын ирен кеше алдында яманланы, ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Саҡ ир ҡорона ингән шап-шаҡтай кешенең мәрхүм булып ҡалыуына бер кемдең дә ышанғыһы килмәне. Йѳрәге туҡтаған, тинеләр.
Йәшләй генә ирһеҙ тороп ҡалған ҡатын, әлбиттә, йәл ине. Әммә уның ауыҙынан шул тиклем һәйбәт, һәр яҡлап та килгән тормош иптәшен юғалтыуы тураһындағы һүҙҙәрҙе ишетеү нисектер сәйер тойолдо. Барҙың ҡәҙерен юғалтҡас ҡына аңлайбыҙ икән.

***
1 сентябрь уҡыусылар мәктәпкә сәскә тотоп барырға күнеккән. III класҡа барыусы улым да баҡсабыҙҙа үҫкән астраларҙы тотоп алды. Ял кѳнѳм тура килгәс, үҙем дә уның менән бергә киттем. Ни эшләптер улым уҡытыусыһын яратмай. Бына уҡыусылар берәм-берәм сәскәләрен тапшыра башланы. Ҡиммәтле сәскә гѳлләмәләре тотторған балаларҙы ҡосаҡлап үбеп алды, ә ябай гѳлләмәләр биргән уҡыусыларға хатта рәхмәт тә әйтмәне «педагог». Шул саҡ баламдың ниндәй тойғолар кисергәнен һиҙемләп күҙҙәремә йәштәр тығылды. Мәктәптән ҡайтҡас улым менән ололарса һѳйләшергә тура килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең сабыйҙарыбыҙ бик бәләкәйҙән аҡҡа һәм ҡараға бүленә, ғәҙелһеҙлеккә дусар була. Ә бит бер кителгән сабый күңелен бер ваҡытта ла бѳтәйтеп булмай. Бары кѳслѳ рухлылар ғына тормош ваҡлыҡтарынан ѳҫтѳн булып ҡала. Ата-әсәләргә уйланырға урын бар.

***
Балалар поликлиникаһында ултырабыҙ. Ҡабул итеү бүлмәһенән асыулы, ҡәнәғәтһеҙлек белдергән тауыштар сыға. Сабый илап ебәрһә: «Мамаша, успокойте ребенка!» тигән тауыш та ишетелә. Был һүҙҙәрҙән һуң күңелде ниндәйҙер тынғыһыҙлыҡ биләп алды. Кире боролоп ҡайтыр инең - ярамай. Баланы мотлаҡ врачҡа күрһәтергә кәрәк. Бер ниндәй күңел йылыһы булмаған кешенең педиатр булып ултырыуына йѳрәгем һыҙлап ҡайтып киттем поликлиниканан.
Оставить комментарий