Мәктәп яңы тѳҫ ала

Ҡаланың Нижнее селение биҫтәһендәге 16-сы мәктәптә капиталь ремонт бара. Мәктәпкә бындай ҙур ремонт илле ѳс йылға беренсе тапҡыр яһала. Бының ѳсѳн ѳс миллиондан ашыу аҡса бүленгән.
Мәктәптең ҡыйығы, түшәмдәр алыштырылған, тулыһынса электр сымдары, плафондар яңыртылған. Бѳтә кластарҙа ла яҙыу таҡтаһы ѳҫтѳнә яҡтыртыу лампалары ҡуйылған. Әлеге ваҡытта спорт залында эштәр тамамланыуға бара. Стеналар штукатурлана, түшәмдәр тигеҙләнә, гидроизоляция эштәре, бәшмәккә, күгәреүгә ҡаршы эшкәртеү саралары бара. Бѳтә эштәр ҙә Санпин талаптарына ярашлы башҡарыла. Ремонтты июль аҙағында А.П. Та-лалаевтың “Энерго техсервис” подрядсылары башлағайны, октябрь аҙағына уны тамамларға вәғәҙә итәләр. Саҡ ҡына һуңғараҡ малайҙар ѳсѳн оҫтаханаға ла ремонт эшләү күҙаллана. Бының ѳсѳн урындағы бюджеттан айырым аҡса бүленәсәк. Мәктәп директоры Елисеева Людмила Владимировна әйтеүенсә, депутат М.П. Журавский йәшендән һаҡланыу ҡулайламаһының проектын тѳҙѳп, урынлаштырған, ә икенсе депутат В.А. Савчук мәктәптәге бѳтә стендтарҙы ла алыштырырға матди ярҙам күрһәткән. Кабинеттарҙа косметик ремонт яһауға иһә ата-әсәләр ярҙам иткән.
Мәктәп коллективы мәғариф идаралығы начальнигы М.В. Са-ранцеваға, муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Мироновҡа ла оло рәхмәтен белдерә.
16-сы мәктәп 1961 йылда асыла. Мәғариф учреждениеһы асылған кѳнѳнән алып нисәмә быуын вәкилен оло тормош юлына сығарған, фән үренә күтәрелеүгә нигеҙ һалған. Мәктәптең тәрбиә һәм белем биреү системаһында яулаған бик күп ҡаҙаныштары, уңыштары бар. Ѳс йыл рәттән ҡала кимәлендә уҙған “Сәнғәттең мѳғжизәле донъяһы”, Бѳйѳк Еңеүҙең 60 йыллығына арналған һәм “Ѳмѳт йондоҙо” художестволы үҙешмәкәр конкурстарында Гран-при яулай. 2006 йылда инновацион программаларҙы индереү буйынса дѳйѳм белем биреү мәғариф учреждениелары араһында еңеүсе була. 2012 йылда мәктәп уҡыусылары һәм мәғариф учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған үҙешмәкәр ижади фестивалдә II урын яулай. Ғѳмүмән, мәктәп уҡыусылары ҡала, республика, Рәсәй, халыҡ-ара олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашып, бик күп еңеүсе урындарға лайыҡ була. Мәктәп тѳрлѳ спорт сараларында актив ҡатнаша, экология ѳлкәһендә тикшереү эштәре алып бара, Ю. Рыбаков исемендәге бейеү фестивалендә лә ҡатнаша.
Мәктәптә бѳтәһе 475 уҡыусы уҡый, 26 уҡытыусы балаларға белем бирә. Уҡытыусыларҙың алтауһы юғары, туғыҙы I категориялы.
16-сы мәктәп сәләмәт йәшәү рәүешен дә яҡшы пропагандалай һәм ошо йәһәттән тѳрлѳ саралар уҙғара. Үткән аҙнала улар “Юность” стадионында 2014 йылда Сочиҙа үтәсәк халыҡ-ара олимпиадаға арналған “Бәләкәй олимпия уйындары” тип аталған спорт ярышы үткәрҙе. Унда 5 команда ҡатнашты.
Һәр мәғариф учреждениеһы кеүек, 16-сы мәктәп тә мәғариф системаһындағы талаптарға ярашлы балаларҙы белем үренә әйҙәй һәм үҙ маҡсатына ирешә. Әлбиттә, маҡсаттарға ирешеү өсөн байтаҡ эшләйһе, мәктәпте төрлө яҡлап күтәрәһе лә бар әле.
Э. Мѳхәмәҙиева.
Автор фотолары.
Оставить комментарий