Үҙаллылыҡ йылына - 23 йыл!

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияны ҡабул итеүҙең 23 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Р.Х. Марданов, муниципаль район Советы рәйесе Е.Я. Карепанов, муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры Ғ.Б. Аҫылғужин, педагогия колледжы студенткаһы Р.Д. Солтанова ҡатнашты
һәм сығыш яһаны.
Тантаналы йыйылыш Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән башланып китте.
Район-ҡалабыҙҙың социаль һәм иҡтисади үҫеше, ҡаҙаныштары тураһында муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов доклад һѳйләне. Шулай уҡ Республика кѳнѳнә арналған доклад менән Р.Х. Марданов сығыш яһаны һәм район-ҡала халҡын байрам менән ҡотланы.
Республика кѳнѳ алдынан тѳрлѳ ѳлкәлә фиҙакәр хеҙмәт ѳлгѳһѳ күрһәткән һәм актив йәмәғәт эшмәкәре булып танылған граждандарға «Бе-лорет ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданины» тигән юғары исем тапшырыу традицияға инде. Быйыл был исемде элекке «Заря» колхозы рәйесе Сибәғәт Насибулла улы Фәтҡуллинға (үлгәндән һуң) тапшырырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ ошо исемгә ҡаланың 3-сѳ балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең еңел атлетика буйынса ѳлкән тренер-уҡытыусыһы Татьяна Васильевна Сенченко лайыҡ булды. Сибәғәт Насибулла улының ҡыҙы Лилиә Сибәғәт ҡыҙы Ялалетдинова менән Татьяна Васильевна Сенченкоға Рѳстәм Марданов таныҡлыҡ һәм сәскә тапшырып, изге теләктәрен еткерҙе.
Бынын тыш, ул физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур ѳлѳш индергәне ѳсѳн Татьяна Васильевнаға һәм уның тәрбиәләнеүсеһе Егор Николаевҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталарын тапшырҙы.
Байрам тантанаһында ветерандар хәрәкәтендә һәм үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә актив ҡатнашҡан Николай Иванович Лукин, Асия Сансызбай ҡыҙы Рыщанова, Хәҙис Шәғәле улы Шәғәлиндарға «Район-ҡаланың Почетлы ветераны» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Республика кѳнѳндә хикәйәләр һәм повестар оҫтаһы Әнисә Бәхтегәрәй ҡыҙы Аҫылғужина менән Линиза Искәнйәр ҡыҙы Ноғомановаға Яныбай Хамматов исемендәге премия тапшырылыуы икеләтә ҡыуаныс булды. Улар икеһе лә илем, телем, халҡым тип янып йәшәүсе уҡытыусылар һәм китаптар авторы. Евгений Яковлевич Карепанов уларға премия һәм дипломдар тапшырып, изге теләктәрен еткерҙе.
Сара барышында алтын туйҙарын билдәләгән Нина Ивановна һәм Константин Евдокимович Демичевтарға, Нина Ивановна һәм Виктор Александрович Соколовтарға ҡотлау һүҙҙәре еткерелеп, бүләктәр тапшырылды.
Шулай уҡ уҡыу алдынғылары, Башҡортостан Республикаһы Президенты, муниципаль район хакимиәте стипендиаттары бүләкләнде. Бына улар - Башҡорт иҡтисад-юридик техникумының Белорет филиалы студенты Дмитрий Зимин, медицина колледжы студенткаһы Оксана Ильясова, 26-сы һѳнәрселек училищеһынан Татьяна Орлова, МДТУ студенты Евгений Разнадежин, металлургия колледжы студенты Алексей Рассказов, педколледж студенткаһы Регина Солтанова.
Сараның тантаналы ѳлѳшѳнән һуң ҡаланың Мәҙәниәт һарайы артистары байрам концерты күрһәтте.
З. СѲЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий