ИҢ ТӘМЛЕ ҺОНӘР ЭЙӘЛӘРЕ

Ашнаҡсы кѳнѳ 2004 йылда барлыҡҡа килгән, әммә ул Башҡортостанда һәм район-ҡала кимәлендә быйыл тәү тапҡыр ҡалабыҙҙың 21-се мәктәбендә билдәләнде.

Тап ашнаҡсыны тылсым эйәһенә тиңләргә була, сѳнки ул ябай ғына аҙыҡ-түлектән дә телеңде йоторлоҡ мѳғжизәләр тыуҙыра. 21-се мәктәпкә йыйылған мәғариф учреждениелары ашнаҡсыларын һѳнәри бай-рамдары менән муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.С. Теләүбаев, муниципаль район хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙарын һәм хеҙмәт күрһәтеүҙе анализлау һәм прогнозлау секторы мѳдире Л.Р. Кирсанова, мәғариф идаралығының баш технологы Р.В. Баҡыева, мәғариф учреждениеларын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе эшҡыуар В.С. Кваснин, 21-се мәктәп директоры В.Л. Кривоус ҡотланы, Почет грамоталары һәм сәскәләр тапшырҙы. Был кѳндѳ ике кешегә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының, ике кешегә Башҡортостан Республикаһы сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетының, 20 октябрь - Бѳтә донъя ашнаҡсы кѳнѳ 22 кешегә муниципаль район хакимиәтенең, дүрт кешегә мәғариф идаралығының Почет грамоталары тапшырылды. Шулай уҡ Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гим-назияһы коллективы 11 йыл ашнаҡсы булып эшләгән Сәлиә Байрамғәле ҡыҙы Хәлилованы Почет грамотаһы менән бүләкләне. Ашнаҡсыларҙы 1-се, 23-сѳ балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары һәм башҡа һәүәҫкәр артистар ҡотлап, шиғыр, йыр-бейеү бүләк итте. Бүләкләнеүселәр араһында Сосновка мәктәбендә 22 йыл ашнаҡсы булып эшләгән Әлиә Әйүп ҡыҙы ХАФИЗОВА (ҺҮРӘТТӘ) ла бар ине. Бѳгѳнгѳ кѳндә ул - ашнаҡсы ла, һауыт-һаба йыуыусы ла, йыйыштырыусы ла, сѳнки оптималләштереү был ѳлкәне лә ситләп үтмәне.
- Ашнаҡсы кѳнѳн байрам итә башлауҙарына бик шатмын. Һинең эшеңде күреүҙәре, хеҙмәтеңде баһалауҙары кү-ңелде күтәреп ебәрә, тағы ла һәйбәтерәк эшләүгә стимул булып тора. Ашнаҡсыларға ошондай байрам ойошторған технологыбыҙ Роза Вәдүт ҡы-ҙына, мәктәп директоры Р.Ғ. Мо-ратшинға рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Үҙ һѳнәремде яратам һәм уға тоғро ҡалам,- ти бишенсе разрядлы ашнаҡсы Әлиә Әйүп ҡыҙы.
З. СѲЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий